05.02.2011 Өс һөйләм менән
Башҡортостан Президенты үҙенең Указы менән Марат Мәһәҙиевты республиканың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары итеп тәғәйенләне. 2005 йылдан 2011 йылдың ғинуарына тиклем ул Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы булып эшләй. Марат Мәһәҙиев Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Почет билдәһе, «Гуманитар ярҙам өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе К. Толкачевтың Башҡортостандың көньяғына сәфәре барышында Әбйәлил районында һәм Сибай ҡалаһында Көньяҡ Урал төбәктәренең социаль-иҡтисади торошо тикшерелде. Район һәм ҡала активы менән осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм мәғарифты үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Бынан тыш, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ҙә ойошторолдо.
БР Хөкүмәтенең ҡарары буйынса Башҡортостанда 2011 – 2013 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация» тип аталған республика маҡсатлы программаһы әҙерләнә. 2008 – 2010 йылдарға тәғәйенләнгән кохлеар имплантацияны үҫтереү буйынса Президент программаһы 193 баланың ишетеү һәләтен тергеҙеү мөмкинлеге биргән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 128 бала кохлеар имплантациянан һуң реабилитация үтә.
3 февралдә БР Ауыл хужалығы министрлығы менән «Ростсельмаш» Комбайндар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Завод Башҡортостан территорияһында файҙаланыу өсөн ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш «Нива-эффект», «Акрос», «Дон – 680» комбайндарын тәҡдим итә. Бынан тыш, меморандум ауыл хужалығы техникаһы менән эшләүсе белгестәрҙе әҙерләүҙе һәм ҡайтанан әҙерләүҙе лә күҙаллай.
Республика ҡала һәм ауылдарында балалар баҡсалары һаны арта. Ошо көндәрҙә Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында 110 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһы кескәйҙәр өсөн үҙ ишеген асты. 1974 йылда төҙөлгән 35 урынлыҡ иҫке балалар баҡсаһы, 67 сабыйҙы үҙенә һыйындырыуға ҡарамаҫтан, күптән ауыл халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй.
Октябрьскийҙың машиналар эшләүселәре ҡаҙағстан нефтселәре өсөн ҡорамалдар етештерәсәк. Октябрьский ҡалаһының «ОЗНА АК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡаҙағстандың «Кен-Сары» йәмғиәте менән килешеү төҙөгән. Уның нигеҙендә «ОЗНА АК» йәмғиәте ҡаҙағстан предприятиеһын үлсәү ҡоралдары һәм химик реагенттарҙы скважиналарға һурҙырыу өсөн приборҙар менән тәьмин итәсәк.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.