01.02.2011 Хеҙмәт пенсияһы арта
1 февралдән хеҙмәт пенсиялары артасағы хаҡында «Йәшлек» йыл аҙағында уҡ хәбәр иткәйне. Ниһайәт, был көн килеп етте. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән хеҙмәт пенсияларының күләме 8,8 процентҡа күтәрелә. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айындағы пенсияны 1,088-гә ҡабатлап, өҫтәмәне индивидуаль рәүештә һанап сығарырға мөмкин.
Индексация һөҙөмтәһендә беҙҙең республика буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме – 7973, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы 8290 һум тәшкил итәсәк.
– Республикала хеҙмәт пенсияһын алыусыларҙың барыһы ла, ә улар бер миллион самаһы кеше, 2 февралдән яңы күләмдә пенсия аласаҡ, – тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.
Социаль пенсияларҙы, дәүләт пенсияларын, шулай уҡ федераль ташлама алыусыларға аҡсалата түләүҙәрҙе 1 апрелдән арттырыу ҡаралған.
Р. КҮСЕМХАНОВА.