RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

11.04.2019 Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

... Йырлай-йырлай, ең һыҙғанып бесән сабабыҙ. Беҙҙең дәрткә ҡушылып, ҡоштар ҙа моңло һайрай, ағастар шаулай. Бар тәбиғәт ҡулыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәй, хатта ҡояш та, илаһи күңелле дәртебеҙгә ҡушылырға теләгәндәй, ҡыҙҙыра ғына. Әлдә башыбыҙҙы эҫенән һаҡлаусы түбәтәйҙәр бар, уның аҫтында - ҙур дегәнәк япрағы. Уныһы инде башыбыҙға дауа өсөн һалынған. Тыуған тәбиғәтебеҙҙең шифалы үләненең файҙаһын күреү ул. Олатайыбыҙ һәр ваҡыт шулай итә.

Еңелсә күлдәк һәм салбарҙарҙа ике туған бер өйөр егет ошолай йәй һайын Кәрешкә урманында, олатай-өләсәйгә ярҙам йөҙөнән, рәхәтләнеп бесән әҙерләй! Бигерәк яратам ошо мәлде!

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Кәрешкә урманы – ҙур, татыу ғаиләбеҙҙең илһам сығанағы. Уға беҙ бәләкәйҙән йөрөйбөҙ: олатайға умарталыҡта ярҙам итәбеҙ, емеш-еләк, шифалы үләндәр йыябыҙ һәм, бына бөгөнгө кеүек, йыл да бесән әҙерләшәбеҙ. Уҡыу-эш мәшәҡәттәренә солғанып туғыҙ-ун ай буйы күрешмәгән туғандарыбыҙ менән кинәнеп һөйләшеү, олатайға ярҙам итеү, баллап үлән сәйҙәре эсеү, урман буйлап сәйәхәт ҡылыу – үҙе бер ғүмер. Сит илдәрең ары торһон, бында һин тән һәм йән сихәте алаһың!
Ә кистәрен олатайҙың урман өйө янында усаҡ яғып йырлашып ултырыуҙар, әңгәмәләшеүҙәр – үҙе бер онотолмаҫлыҡ мәл. Олатайға һорауҙарҙы яуҙырабыҙ ғына: ҡасан умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлаған, нисә йәштә машинаға ултырған, өләсәй менән нисек танышҡан, мәктәптә уҡыуҙың бөгөнгө һәм элекке саҡтарын сағышты­рыу­ҙар, хатта сәйәси темаларға ла төшөп китәбеҙ.

Быйылғы һөйләшеү нисектер күңелгә шом һалды, үҙебеҙгә ниндәйҙер бурыс алғандай булдыҡ. Был әңгәмә илебеҙ һәм телебеҙ яҙмышы тураһында ине.

Әлеге көндә мәктәптәрҙә туған башҡорт телебеҙҙе ғариза яҙып уҡыу илебеҙҙә үҙебеҙҙең бөтөнләй хоҡуҡ­һыҙ икәнебеҙҙе күрһәтә түгелме? Ҡыҙғаныс хәл. Тарихты, телебеҙҙе белеп үҫһәк кенә беҙҙе ышаныслы, бәхетле киләсәк көтә. Республика­быҙҙың яңы етәкселеге башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итһен һәм мәктәптәрҙә башҡорт кластарында мотлаҡ уҡытылырға тейеш тигән ҡарар сығарһын ине. Күп милләтле республикабыҙҙа башҡорт телен белеү, өйрәнеү – халҡыбыҙға ҡарата оло хөрмәт һәм ихтирам буласаҡ.

Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа мәк­тәпкә генә һылтанырға ярамай. Уның башы – ғаиләлә. Әгәр беҙ атай-әсәйебеҙ, туғандарыбыҙ менән ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшһәк, башҡорт матбуғатын, әҙәбиәтен уҡыһаҡ, телевидение тапшырыу­ҙарын ҡарап, радиоһын тыңлап йәшәһәк, башҡорт рухлы булһаҡ, телебеҙҙе белербеҙ һәм киләсәктә балаларыбыҙға ла еткерә алырбыҙ. Тамырыбыҙ ныҡлы булһа, респуб­ликабыҙ ҙа алға барыр, сәскә атыр.

Олатайым был хәлде үҙенсә аңлатты: «Бал ҡорттарының тәбиғә­тенә һоҡланам. Берҙәм ғаилә, тырышып эшләйҙәр, бала тәр­биәләйҙәр. Бер генә бал ҡортона ҡурҡыныс янаһын, һаҡсы ҡорттар шул яуызға күмәкләп ябырыла һәм бәләнән һаҡлап алып ҡала. Инә ҡортҡа табыналар. Инә ҡорт айырһа, күмәкләп осалар. Улар һәр ваҡыт берҙәм, бер-береһенә терәк. Әгәр беҙ, башҡорт­тар, бал ҡорттары кеүек берҙәм, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәһәк, илебеҙ алға барасаҡ. Һеҙ, улдарым, түбәтәйҙәр кейеп, рәхәт­ләнеп үҙ телебеҙҙә һөй­ләшәһегеҙ. Йырҙа йырланғанса, улдарым, һандуғас һайрар еребеҙҙә ил көҙгөһө булығыҙ!»

Был аралашыу беҙгә дәрт, көс, оло яуаплылыҡ өҫтәне. Олатай васыятына тоғро ҡалып, бал ҡорттарылай берҙәм, татыу, тырыш, ярҙамсыл булһаҡ, иманым камил, телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә йәшәйәсәк!




Автор: Н. Ишһарин
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә