RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ДАИ хеҙмәткәрҙәренә – офицер погондары

01.02.2011 ДАИ хеҙмәткәрҙәренә – офицер погондары

Техосмотр функцияһы элеккесә ЮХХДИ идаралығы иңендә ҡала. Был турала БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдер­ҙе.
Хәтерегеҙҙә булһа, Эске эштәр министрлығын реформалау барышында ЮХХДИ-нан был бурысты алып, шәхси структураға биреү тураһында һүҙ булғайны. Әммә был ниәтте әлегә кисектереп торорға ҡарар ителде. Һәр хәлдә, транспорт сараларына техник тикшереү үткәреүгә элеккесә милиция яуаплы буласаҡ. Йәғни дәүләт автоинспекцияһы үҙ бурыстарын үтәүҙе дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә эшләүселәргә, Эске эштәр министрлығының башҡа подразделениеларындағы кеүек үк, ҡыҫҡартыуҙар ҙа янай. Мәҫәлән, былтыр автоинспекцияла эшләүселәр һаны 396 кешегә кәмеһә, быйыл йәнә 300 хеҙмәткәрҙе ҡыҫҡартыу ҡаралған. Шулай уҡ сафта бер генә сержант та булмаясаҡ. ДАИ-ла тик офицерҙар ғына хеҙмәт итәсәк. Бөгөн иһә «гаишник»тар араһында биш тиҫтәгә яҡын сержант, старшина һәм прапорщик иҫәпләнә. Алдағы ике айҙа составта аттестация үткәрелеп, хеҙмәткәрҙәргә офицер исеме биреләсәк. Ә һынауҙы үтә алмағандар менән хушлашырға тура киләсәк.
Етәкселек әлеге реформа ведомствоның абруйын күтәрәсәк, хеҙ­мәткәр­ҙәрҙең социаль проблемаларын хәл итеүҙе яҡшыртасаҡ, тигән фекерҙә. 2012 йылда ЮХХДИ-ла эшләүселәрҙең минималь эш хаҡы 33 мең һум булыр тип күҙаллана. Был, әлбиттә, талаптарҙы ла арттыра. Автоинспектор дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә, ыҫпай булырға һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ «гаишник»тарға ярҙамға техника ла бүленәсәк. Был исемлеккә видеотеркәгестәр, алкотестар, радарҙар, тәҙрәләрҙең үтә күренеүсәнлеген үлсәү приборҙары һәм башҡалар инә. Әйткәндәй, автоинспекцияла эшләүселәр, техник прог­ресс мөмкинлектәрен иң әүҙем файҙаланған хеҙмәткәрҙәр булараҡ, енәйәттәрҙе асыуға ҙур өлөш индерә. Былтыр улар тарафынан өс меңгә яҡын енәйәт асылған. Шул уҡ ваҡытта республикала юғалған 98 машина табылмаған, юл-транспорт фажиғәһе урынынан ҡасҡан 10 водитель һаман­ғаса эҙәрлекләнә. Ә юл­дар­ҙа автотранспорт артыуын дауам итә. Былтыр ғына Башҡортостанда транспорт һаны һигеҙ процентҡа артҡан. Һөҙөмтәлә бөгөн республикала 1 мил­лион 250 мең транспорт берәмеге иҫәпләнә, шуларҙың 340 меңдән ашыуы Өфөлә теркәлгән. Рес­публиканың ЮХХДИ органдары көн һайын граждандарға уртаса 700 – 800 дәүләт номеры бирә.

Р. НУРИСЛАМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә