31.08.2010 Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡ
Октябрьский ҡалаһында ҙур күн эшкәртеү фабрикаһы төҙөү планлаштырыла. Был турала Сибайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмә ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте.
– Көньяҡ Урал төбәген буласаҡ производство өсөн терәк нөктәһе итеп ҡарайбыҙ, – тине Юрий Пустовгаров. – Бында сеймал йыйыуҙы һәм уны тәүге эшкәртеүҙе ойоштороп булыр ине. Завод ике-өс йылдан һуң төҙөләсәк, ләкин әҙерлек эштәрен бөгөн үк башларға кәрәк.