17.03.2019 Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә
Мин Башҡортостанға күп шәхес биргән Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы ҡыҙымын. Сәңгелдәктә саҡта уҡ йөрәккә май булып яғылырҙай туған телем әсәйем йырҙары аша ҡаныма һеңгән. Телемә, тыуған яғыма булған һөйөүем өләсәйемдең ауыл тарихы, ер-һыу атамалары тураһында һөйләүе арҡаһында тағы ла артҡан. Уның әйткәндәрен тыңлаһаң, тыныс ҡына сылтырап аҡҡан шишмә моңон ишеткән кеүекһең.
Тыуған яғымдың һәр тауы, соҡоро, һуҡмағы күңелемә яҡын. Аяғым баҫмаған бер генә лә урын да юҡтыр. Ҡайҙа ғына барһам да, ауылымды һағынып ҡайтам. Алыҫ сәфәрҙән һуң Бурһыҡ тауына килергә тырышам.
Бөгөн дә был тау башында баҫып торам. Ағастар һағынып көткән кеүек, әҙ генә иҫкән елгә лә бөгөлөп-һығылып сәләмләй. Ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балтырған ашайым, ап-аҡ сәскәгә күмелгән еләклеккә килеп сығам. Ҡаршымда – күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләре менән тулған битләү. Илаһи зәңгәр донъя! Әйтерһең дә, аяҙ күктең бер киҫәге ергә төшкән дә сәскәләрҙе үҙ төҫөнә буяған. Сафлыҡ, тыныслыҡ аңҡый был урындан. Нисәмә быуын кешеһе ошо матурлыҡҡа һоҡланған. Сәскәләрҙе тапамаҫҡа тырышып, артабан атлайым. Был матурлыҡ киләсәк быуындарға ла ҡалырға тейеш!
Ауылымда тырыш, ҡунаҡсыл, хеҙмәт һөйгән кешеләр йәшәй. Уларҙың һәр береһе миңә үҙ туғаным кеүек. Уңыш, тын алыштар һәр кемдең күҙ алдында. Ошо тупраҡта ҡанат нығытып, илебеҙҙең төрлө урынында эшләп йөрөгәндәрҙең дә ҡаҙаныштары – беҙҙең өсөн уртаҡ.
Сит яҡтарҙа төпләнеп ҡалғандарҙы ла, уҡырға киткәндәрҙе лә туплаусы төп көс – тыуған ауыл, йорт бар. Ҡулдарына эш бармағандар, ауырығандар нигеҙенә ҡайтып, йәндәренә тыныслыҡ, рухи көс ала. Тыуған ер киң күңелле әсә кеүек. Ул балаларының бөтәһен дә ҡуйынына һыйындыра, күңел йылыһын тигеҙ өләшә, һәр береһенә фатихаһын бирә.
Ҡапыл йөрәгем жыу итеп китте! Әгәр ауылым бөтһә, минең менән нимә булыр!? Ғүмерҙәренең иң бәхетле саҡтары, бала саҡ эҙҙәре һаҡланған урындарҙың юҡҡа сығыуын кисергән кешеләрҙең йән әсеүе менән ауылдары тураһында һөйләүҙәре иҫемә төшә.
Ауылдарыбыҙҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуймайыҡ! Атай-олатайҙар ере етемһерәмәһен, улар ошо ер тип ҡан ҡойған, сит яҡтарҙа тотҡонлоҡта ыҙа сиккән. Уларҙың рухтарын, еребеҙҙең йөрәген һыҙлатмайыҡ!
Сит илдә ғүмерҙәре буйына йәшәргә мәжбүр булған Зәки Вәлиди, Рудольф Нуриев тураһында йыш ҡына уйлайым. Туған мөхиттән, моңдан, әсәңдән, еребеҙҙән мәңгелеккә айырылыу, уларҙы кире ҡайтарыуҙың мөмкин түгеллеген аңлап йәшәү, бар донъя һоҡланырлыҡ уңыштарға ирешеү – ныҡ көслө рухлы кешеләрҙең өлөшөнә төшкән яҙмыштыр. Улар тыуған ерҙәренә булған һағыныуҙы эш менән баҫҡандыр. Халҡым өсөн иң ҙур яза – Тыуған иленән айырылыу шул!
Ә беҙ бөгөн үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ, нимә теләһәк, шуны эшләйбеҙ. Был – ҙур бәхет. Ләкин быны күбеһе аңламай, бәхетте сит яҡтарҙан эҙләй. Ә бит ожмах – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында. Юҡҡа ғына Ер-әсә тимәйҙәр бит. Бәхет, минеңсә, һин йәшәгән ерҙә. Элек һәр кем үҙенең ерендә иген сәскән, күпләп мал ҡараған. Һәр ғаилә күп бала тапҡан, хөкүмәттән ярҙам көтөп ултырмаған, бар нәмәне үҙе эшләгән. Бөгөн кешеләр әҙерҙе һатып алыуҙы хуп күрә. Әгәр халыҡ кәсептәрен тергеҙеп, үҙҙәре етештереп һатһалар, күпкә отошло булыр ине.
Ауылдың киләсәге – йәштәр ҡулында. һәр йәш ғаилә бөтә уңайлығы булған ҙур йорттар төҙөһә, күпләп мал аҫраһа, минеңсә, ауылдарҙа ла заманса йәшәргә була. Ситтә торғандарҙың тәндәре унда булһа ла, йәндәре – тыуған яҡтарында. Ҡартайғас, атай нигеҙенә ҡайталар, үҙҙәрен ата-олаталары эргәһенә ерләүҙәрен үтенәләр.
Тыуған ереңдә туған телдә аралашып йәшәүгә бер ни ҙә етмәй. Тел – быуындар сылбырын тоташтырыусы. Бөгөн уны өйрәнергә бөтә мөмкинлек бар. “Ҡурай” каналынан да, “Юлдаш” радиоһынан да тәүлек буйына башҡортса йырҙарҙы тыңларға мөмкин. Әсә телендә матбуғат баҫмалары ла күпләп сыға, халыҡ-ара конкурстар үткәрелә. Бәлки, шуға ҡайһы берәүҙәр телебеҙҙең ҡәҙерен белеп бөтмәй. Гәзит-журналдар алдырмай, рус телендә аралашырға тырыша. Быларҙың барыһы ла ғаиләлә тәрбиә етмәүҙән, үҙ асылыңды аңламауҙан, үҙ баһаңды белмәүҙән килә, тип уйлайым. Әгәр беҙ телебеҙҙе хөрмәт итмәһәк, башҡалар ҙа уны кәмһетеп ҡараясаҡ.
Сит илдә йәшәп ҡайтҡандарҙың әйтеүенсә, унда бөтәһе лә яҡшы, тик туған телдә аралашыу ғына етмәй. “Ошо ваҡыт эсендә үҙебеҙҙең йыр-моңға шул тиклем һыуһайһың, ҡайтҡас, телевизорҙан тик башҡорт телендә генә тапшырыуҙарҙы ҡарайһың”, – тип һөйләй улар.
Тел – беҙҙе уратып алған мөхит. Бер урынға тупланып, милләт булып йәшәйбеҙ икән, ошо урында ғүмер итергә тейешбеҙ. Аҡыллы йәштәрҙең республиканан ситкә китеүенә юл ҡуйырға ярамай.
Ата-бабаларыбыҙ Ер шарының иң йәмле һәм иң бай ерен төйәк иткән. Беҙгә ер тетрәүҙәр, океан йәки диңгеҙ аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янамай. Булған байлыҡтың ҡәҙерен белеп, еребеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ. Ә бит был эштә телдең өлөшө ҙур. Әгәр һәр нәмәне вата-емерә тик русса ғына һөйләһәк, белер-белмәҫ инглизсәне ҡыҫтырһаҡ, республиканың япраҡһыҙ ағасҡа, күсһеҙ буш умартаға әйләнеүе бар. Башҡортостандың йөҙөн билдәләүсе, исем биреүсе халыҡтың теле булмаһа, яңғырамаһа, етем бала хәлендә буласаҡбыҙ.
Һәр әсә сабыйына туған тел бүләк итә, уның аша быуындар бәйләнешен булдыра. Тел – бөтә кешелектең иң ҙур хазинаһы. Ул – иң көслө ҡорал, ләкин телебеҙ һаҡлауға, үҙен ҡурсалауға мохтаж. Уны һаҡлауҙың бер юлы – үҙ телеңдә һөйләшеү, башҡа милләттәр алдында уны яратыуыбыҙҙы, хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ.
Беҙ – шулай уҡ ошо ерҙең аҫаба халҡы, төп хужаһы. Быны бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Яҡшы хужаның йортонда тәртип, таҙалыҡ булған кеүек, беҙ ҙә үҙ еребеҙҙе гөл итәйек.
Гөлдәриә ҒАЙСИНА,
Күмертау ҡалаһы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы, “Рухи мираҫ” йәш журналистар түңәрәге ағзаһы.