29.01.2011 Айыҡ тормош өсөн
«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы БР Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә «Айыҡлыҡ – тормош нормаһы» тип аталған өс көнлөк семинар үткәрә.
Өфө, Нефтекама, Белорет ҡалаларының уҡыу йорттары, предприятиелары, администрацияларында эскелеккә ҡаршы лекциялар менән РФ Дәүләт Думаһының алкоголь буйынса эксперт советы ағзаһы, «Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы» йәмғиәте рәйесе, профессор Владимир Жданов сығыш яһаясаҡ. Ғалим республикала эскелеккә ҡаршы төбәк сәйәсәте мәсьәләләрен асыҡлау маҡсаты менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.