17.03.2019 Кеше эше менән матур
Үҙе тырыш, спортсы һәм дә сибәркәй
Ошо һүҙҙәр Дилә Шиһаповаға тап килеп тора. Сөнки ул зат бар яҡтан да өлгө булырлыҡ. Шулай уҡ һайлап алған изге һөнәрен яратып башҡарған, хәстәрлекле, яуаплы табиптарҙың береһе.
Ейәнсура районында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Өфөлә Рәми Ғәрипов исемендәге республика башҡорт гимназияһын тамамлағас, медицина институтына уҡырға инә. Акушер-гинеколог һөнәре алған йәш белгес тыуған яғында хеҙмәт юлын башлай. Тырыш ҡыҙ 2000 йылда интернатураны ла тамамларға өлгөрә. Ике йыл районында һөнәре буйынса эшләгәндән һуң, Салауат ҡалаһына килеп төпләнә. Әлеге көндә Дилә Сөләймән ҡыҙы егерме йылға яҡын хеҙмәт стажы туплаған. Ул белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөлә «Кольпоскопия», Ҡазанда «Гинеколог-эндокринолог» һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге һағында торған тәжрибәле белгес рәхмәт һүҙҙәрен бик йыш ишетә. Дилә Сөләймән ҡыҙында шуныһы һоҡландыра: ауырыуҙы ҡабул иткәндә уны айырым иғтибар менән ҡарай, кәңәштәре һәм яғымлы һүҙҙәре менән дә дауалай.
– Ҡанатланып эшкә килһәң, йүгереп өйөңә ҡайтһаң, шул бәхет, тиҙәр бит. Мин дә эшемде яратам, ә өйөмдә көткән яҡындарым бар, Аллаға шөкөр, – ти беренсе категориялы белгес. – Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын нығытыу буйынса күп сара күрелә. Бер кем дә сәләмәтлегенә битараф булмаһын ине.
Дилә Сөләймән ҡыҙы һәм уның ире Сәхәбитдин Ишмырҙа улы Шиһаповтар – ҡалалағы өлгөлө ғаиләләрҙең береһе лә. Улар ун алты йыл татыу ғүмер кисереп, ике балаға ғүмер биргән. Өлкән улдары Арыҫлан Республика инженер лицейында 8-се класта белем ала. Кескәй Данияр – 25-се башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы. Икеһе лә өҫтәмә рәүештә инглиз телен өйрәнә. Улдарының яҡшы уҡыуы, конкурс-олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулауы ата-әсәһенә ҙур көс өҫтәй.
Уңған хужабикә үҙ миҫалында балаларында спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Дилә Сөләймән ҡыҙы буш ваҡытында театрға, спорт залына, бассейнға йөрөй. Йүгереү буйынса республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уның тағы ла бер шөғөлө – ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, матур тәбиғәт ҡосағына походҡа йөрөү. Ул илебеҙҙең байтаҡ ҡына тауына күтәрелгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар табибы – донъяла иң кәрәкле, шул уҡ ваҡытта яуаплы һөнәр. Ихтирам һәм ышаныс яулау өсөн табипҡа бөтә тырышлығын һалырға тура килә. Был йәһәттән Дилә Шиһапова үҙ эшенең оҫтаһы, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар.