RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа

09.03.2019 Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа

– Бөгөн ниндәй көн әле? – тип һорай ҡыҙы.
– Среда, – ти әсәһе.
– Среда түгел, ә шаршамбы, – тип төҙәтә ҡыҙы.
Был һөйләшеү скайп аша бара. Шанхайҙа йәшәүсе ҡыҙ Өфөлә йәшәүсе әсәһе, өләсәһе һәм ҡартатаһы менән шулай йыш бәйләнешкә инә.
Өләсәһе Бибинур Рамаҙан ҡыҙы ейәнсәренең бала сағы хаҡында ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс итеп һөйләгәс, ул ҡыҙыҡайҙың үҙен күреү теләге тыуҙы.


– Февраль башында ҡайта ул, килерһегеҙ, осрашырһығыҙ, – тине.
...Һәм бына беҙ Бибинур апай һәм Азат ағай Байсуриндарҙың өйөндә. Ҡыҙҙың әсәһе Гүзәл дә ихлас ҡаршы алды.
– Инга хәҙер ҡайтып етә. Әйҙә, үтегеҙ, әсәйем менән һөйләшә тороғоҙ, – тине Гүзәл.
– Ҡыҙыбыҙ украинға тормошҡа сығып, Винница ҡалаһында йәшәгәндә тыуҙы ейәнсәребеҙ. Атаһы Петр исемле. Беренсе класты тамамлағансы шунда йәшәнеләр. Ҡыҙым балаһын туған теленән айырмаҫ өсөн башҡортса өйрәтергә тырышҡан.
– «Әлифба», «Аҡбуҙат», «Букварь» уҡый торғайныҡ бергәләп, – ти Гүзәл.

Ә инде каникулда Өфөгә кил­гәндәрендә өләсәһе һәр һүҙҙе башҡортса әйтеп, ейәнсәренән ҡабатлаттырып өйрәтә икән. Бала кеше ни ялҡып та киткәндер инде, бер ваҡыт үсегеп:
– Не нужен мне ваш язык, – тип әйтеп һала.

Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән Бибинур апай ейәнсәрен алдына ултыртып ала ла:
– Ә һин әсәйеңде яратаһыңмы? – тип һорай.
– Яратам, – ти Инга.
– Башҡорт теле минең һәм ҡартатайыңдың ғына теле түгел, ә әсәйеңдең дә туған теле. Әсәйеңде яратаһың икән, уның туған телен дә белергә кәрәк, – ти.
Шунан ейәнсәре:
– Ну ладно, скажи, я повторю, – ти.
– Бына шулай яйлап өйрәнеп китте. Хатта аҙаҡ минең һүҙ араһында ҡыҫтырып ебәргән «ҡоромағыр» кеүек һүҙҙәр менән һөйләшә башланы.
Бибинур апай ситтә тыуған ейәнсәрен нисек башҡортса өйрәткәнен көлә-көлә иҫкә алып һөйләй.
– Ул ваҡытта үҙемдең дә әсәйем иҫән ине әле. Ҡыҙым менән ейәнсәрем Украинанан бик йонсоп ҡайтҡайны. Иртән бер сәғәт кенә электр уты биреп алалар, кис тағы бер сәғәт кенә утлы булалар, шул ваҡытта ашарға бешереп өлгөрһәң, өлгөрәһең, өлгөрмәһәң – юҡ. Ә газдары шул тиклем әкрен яна, иртән ҡуйған ашың кискә саҡ ҡайнап сыға икән. Ҡоро-һары менән туҡланып йәшәгәндәр. Шуға мин: «Улай этләнеп тормағыҙ, ҡайтығыҙ үҙебеҙҙең яҡҡа», – тип, ҙур ҡыҙым Зиләне ярҙамға ебәрҙем. Шулай итеп, апаһы менән Гүзәл ҡыҙым, ейәнсәрем өсәүләшеп Өфөгә ҡайтып төштөләр. Әҙерәк хәл алһындар, тип быларҙы Баймаҡ районының Муллаҡай ауылына ебәрҙек. Шунда рәхәтләнеп ҡаймаҡ ашап, һөтлө сәй, картуф, итле һурпа менән туҡланып, матурайып киттеләр. Ҡайтҡас та, мулла саҡыртып, үҙебеҙсә Ынйыҡай тип исем ҡуштырҙыҡ. Хәҙер Инга исеме рәсми документта ғына, үҙ-ара тик Ынйыҡай тип өндәшәбеҙ. Ауылда уның менән кем русса һөйләшһен, йәй буйы йәшәп, матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнеп килде. Русса өндәшһә, әсәйем, аңламайым ти ҙә ҡуя икән. Аҙаҡ Ынйыҡай:
– Мине Сәрүәр ҡартөләсәйем башҡортсаға өйрәтте, – тип маҡтанып йөрөнө.
Көҙ, Өфөгә килгәс, баш ҡалалағы 136-сы башҡорт лицейына уҡырға бара. Ынйыҡай бәләкәйҙән төрлө нәмә яһарға, тегергә әүәҫ була. Йәй буйы өлә­сәһе, ҡартатаһы менән баҡсала йәшәгәндә ҡурсаҡтарына башлыҡ, костюм, хатта туф­лиҙарына хәтлем тегеп кейҙерә. Бындай ҡур­саҡ кейемдәре тотош бер сумаҙан булып китә. Әсәһе уларҙы ташларға йәлләп, әле лә һаҡлай.

Ошондай мауығыуы булған ҡыҙыҡай художество мәктәбенә лә йөрөй, уны ҡыҙыл дипломға бөтөрә һәм туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт дизайн һәм технология колледжына уҡырға бара. Бында биш йыл белем алғандан һуң уны ла ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан ошо йүнәлештә юғары белем алырға теләп, Санкт-Петербургтағы технология һәм дизайн университетын һайлай. Тәүге йыл әҙерлек курстарына инә. Шулай итеп, бында тағы ете йыл ваҡыт үтә. Йыл һайын университетта үткәрелгән «Адмиралтея энәһе» конкурсында ҡатнаша. Был уҡыу йорто кимәлендә генә үткән сара түгел, ә халыҡ-ара статусын алған бәйге. Сөнки унда ошондай уҡ йүнәлештәге уҡыу йорттары булған илдәрҙән – Ҡытайҙан, Япониянан, Италиянан, Германиянан студенттар үҙ эштәре менән ҡатнаша. Инга Булананың «Ҡунаҡ ҡыҙы» тип исемләнгән коллекцияһы ошо бәйгелә «Делюкс» номинацияһында I урын яулай. Йәш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән авангард стилендәге коллекцияһына жюри ағзалары ҙур баһа бирә. Еңеүсегә Лондонға «Мода аҙналығы»на юллама бүләк итәләр. 2015 йылда Инга Лондонға барып, донъя кимәлендәге күренекле дизайнерҙарҙың эштәренә һоҡланып ҡайтыу бәхетенә эйә була. Вивьен Вествуд, Виктория Бекхэм, Кристофер Бейли кеүек данлыҡлы дизайнерҙар ошо мода аҙналығына һәр яҡлап ярҙам итә.

Инга бында ла үҙ эштәрен күрһәтә. Улай ғына түгел, Париж, Милан, Нью-Йорк, Шри-Ланка һәм башҡа ерҙәрҙән килгән тиҫтерҙәре араһынан «Мода аҙналығы»н асып ебәреүҙе уға ышанып тапшыралар. Инга үҙенең һоҡланғыс коллекцияһы менән беренсе булып шоуҙы башлап ебәрә. Бик күп маҡтау һүҙе ишетә ҡыҙ үҙенең эштәренә ҡарата. Студент сағында «Ашан» компанияһы үткәргән балалар кейеме буйынса конкурста ҡатнашып, йәнә беренсе урын ала һәм бүләккә бирелгән аҡсаға әсәһе менән Зилә инәһен Төркиәгә ял итергә ебәрә.

Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, төньяҡ баш ҡалала ҡала. Бында ике йыл ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар кейемдәре буйынса махсуслашҡан «Концепт Груп» ком­панияһында эшләй. Күңеле ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылған ҡыҙ Ҡытайҙа эшләп ҡарарға ниәтләй. Етмәһә, был ил уға бик үк ят та түгел. Университетта уҡығанда үткән «Адмиралтея энәһе»ндә I урын алғас, уны Шанхай университетына бер аҙнаға тәжрибә уртаҡлашырға саҡы­ралар. Бында ла Инга дизайнерҙарҙың эштәре менән танышып, илһамланып ҡайта. Әле лә резюмеһын Sela («Села») компанияһына ебәрә. Ике аҙнанан саҡырыу килә. Әлбиттә, башта уға бер нисә эш ебәреп, һынап ҡарайҙар. Тикшереүҙе уңышлы үткән Инга Булана менән бер йылға контракт төҙөйҙәр. Бында ул техник дизайнер булып эшләй. Үҙ вазифаһына яуаплы ҡараған, ижади ҡыҙ менән тағы бер йылға контрактты оҙайтҡандар.

Үҙ эше хаҡында Инга мауығып һөйләй:
– Кейемдәрҙең капсулаһы була. Унда бер темаға берләштерелгән 15 – 20 кейем туплана. Биш төҫ файҙаланыла. Әйтәйек, өс кейем – салбар, блуза, жакет – улар төрлө материалдан эшләнергә мөмкин, әммә барыһы ла бер төҫтә. Беҙ был кейемдәрҙе һәр яҡлап ҡарайбыҙ, тикшерәбеҙ, аңлатмалар яҙабыҙ, төҙәтергә кәрәк булһа, тәҡдимдәребеҙҙе индерәбеҙ һәм кире ебәрәбеҙ. Уларҙы иҫәпкә алып, яңынан ҡарағас, ойошмалар тағы беҙгә һала. Шулай итеп, кейемдәр магазинға барып еткәнгә тиклем туғыҙ ай ваҡыт китә. Әле беҙ Яңы йылға тиклем йәйге коллекциялар өҫтөндә эшләнек. Ярты йыл һайын яңы коллекциялар ебәреп торалар. Хәҙер киләһе ҡышҡа була торған кейем өлгөләрен әҙерләйҙәр. Sela билдәһе менән сыҡҡан кейемдәр беҙҙең илдә лә һатыла, күргәнегеҙ барҙыр.

Былтыр компанияларында 40 кеше эшләһә, быйыл 30 ғына ҡалғандар, унауһын Рәсәйгә кире ҡайтарғандар. Ошо утыҙҙың егермеһе ҡытайҙыҡылар, унауһы – Инга кеүек беҙҙең илдән килгән белгестәр. Араларында украин ҡатын-ҡыҙҙары ла бар.
– Фатир хаҡын компания түләй, – ти Инга. – Беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә – 30 меңдән 100 мең һумға тиклем. Беҙ ҡаланың үҙәгендә йәшәйбеҙ, шуға ҡиммәт.
– Бигерәк ҡиммәт икән дә баһа. Ә аҙыҡ-түлек хаҡтары нисек?
– Икмәк – 150, һөт 250 һум тора. Картуфты беҙҙәге һымаҡ килолап һатмай­ҙар, ә вакуум төргәктәргә 2-шәрләп кенә һалалар ҙа, шуны 35–40 һумға һаталар. Сыр ҙа ҡиммәт. Йомортҡа тауыҡтыҡы түгел, пробиркала етеш­терелгән, тиҙәр.
– Кире киткәндә Башҡортостандан Ҡытайға нимә алып бараһың?
– Кәнфиттәр, яҫмыҡ, һоло ярмаһы, сыр, бал, дарыуҙар, тоҙло һәм ыҫланған балыҡ. Ҡытай ҡатындарына үҙебеҙҙең балыҡтарҙы ашатып ҡарағайным, ныҡ оҡшаттылар, был юлы үҙҙәренә лә алып килеүемде һорап ҡалдылар. Ҡытайҙар күберәк йәшелсә һәм сусҡа ите менән туҡлана. Балыҡты ла бик һайлап ҡына ашайҙар, ниндәй шарттарҙа үрсе­телгәнен белмәйбеҙ бит, тиҙәр.
– Ҡытайҙар ниндәйерәк халыҡ ул?
– Эшсәндәр, тыныс холоҡлолар. Әйтәйек, Санкт-Петербургта метрола берәйһе яңылыш ҡына икенсе кешегә тейеп китһә, тегеһе шунда уҡ аҡайып ҡарарға йә ҡысҡырып ебәрергә мөмкин. Тупаҫ һүҙ әйтеп әрләп китергә лә күп һорамай. Ә ҡытайҙар иғтибар ҙа итмәй. Шулай ҙа уларҙың да үҙҙәренә генә хас ҡыҙыҡ сифаттары бар. Мәҫәлән, ситтән килгән кешеләрҙе улар алдарға ғына тора. Бигерәк тә баҙарҙа. Бөгөнгө көндөң файҙаһын күреп йәшәргә тырышалар. Әгәр улар бөгөн берәйһен алдамаһа, тимәк, көн әрәмгә үткән тип иҫәпләнә.
– Шанхай беҙҙең Мәскәү кеүек, – тип һүҙгә ҡушыла Инганың әсәһе Гүзәл ханым. – Унда ла бөтә провинциянан эшкә киләләр. 27 миллион кеше йәшәй. Шулай булһа ла, бер ерҙә лә этеш-төртөш юҡ, машиналарҙың тығында ултырғанын күрмәҫһең. Урамдары тыныс, халыҡ күп йөрөмәй. Шул сама кеше йәшәй тип уйламаҫһың да.

Гүзәл Азат ҡыҙы Шанхайға барып, ун көн Инга эргәһендә булып ҡайта. Бөтә юл сығымдарын ҡыҙы күтәрә. Унда уңыш байрамы мәленә тап килә. «Алтын аҙналыҡ» тип аталған көндәрҙә ҡыҙы ла ял итә, шуға төрлө ергә барып, ил менән танышырға форсаттары була.
– Унда үҙебеҙҙең милләт­тәштәребеҙҙе осратҡаның булманымы?
– Башҡортостандан ике ҡыҙҙы беләм: береһе – Өфөнән, икенсеһе – Йылайыр районынан Розалия Рәмилева. Береһе инглиз теленән уҡытыусы булып эшләй. Аралашып йәшәйбеҙ.

Әле Инга-Ынйыҡай Ҡытайҙа Яңы йыл байрамы мәлендә Башҡортостанға, әсә­һе, өләсәһе, ҡартатаһы, туғандары яны­на ҡайтып ял итте. Павловка һыу­һаҡлағысына барып, матур ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп саңғы шыуҙы, Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡараны. Ҡытайҙа та­биптарға күренеү ҡиммәт булыу сәбәпле, тештәрен дауалап алды. Өфөнән һуң Санкт-Петербургка барып, һабаҡташ дуҫтары менән осрашты.

Сәйәхәт итергә ярата Инга-Ынйыҡай. Йыл һайын Арҡайымға юлланалар. Университетты тамамлағас, Украинаға барып, атаһы менән осрашып ҡайта. Ә Ҡытайҙа ҡыҫҡа ял көндәрендә, байрамдар мәлендә сит илдәрҙе күреп ҡалырға тырыша. Вьетнам, Таиланд, Италия, Филиппин, Финляндия, Бөйөк Британия кеүек илдәрҙең ҡайһы берҙәрендә хатта икешәр тапҡыр булған.
Әсәһе, өләсәһе, ҡартатаһы, туған­дары, дуҫтары янындағы һанаулы ғына көндәр бик тиҙ үтте. Ҡәҙерлеләре бешергән бишбармаҡ, ҡоротло һурпа, манты Ҡытайҙа һағындырыр инде.

Контракты тамамланғас, тағы бер йылға оҙайтмаһалар, икенсе ком­панияларҙа эш эҙләмәксе Инга-Ынйыҡай. Мөмкинлек булғанда эшләп ҡалырға ла, телде лә ныҡлап өйрәнергә уйлай. Аҙаҡ, бәлки, Санкт-Петербургка ҡайтыр, ул ҡаланы ла үҙ итеп өлгөргән. Ә шулай ҙа Өфө ҡыҙы башҡорт милли кейемдәренең заманса коллекцияларын ижад итеп, халҡыбыҙҙың гүзәл заттарын да ҡыуандырһын ине, тигән теләгебеҙҙе лә еткергебеҙ килә.




Автор: З. Ҡотлогилдина
Фото: Ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә