RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт теле… Хоҡуҡ… Милләт яҙмышы…

21.02.2019 Башҡорт теле… Хоҡуҡ… Милләт яҙмышы…

Башҡорт теленең хоҡуҡи нигеҙҙәрен законлы рәүештә нығытыу буйынса йәйелдерелгән эштәрҙең ҡап уртаһында ҡайнаусы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, публицист, яҙыусылар Союзы ағзаһы Әмир Миһран улы Солтангәрәев:

* Әмир Миһран улы, һин тәжрибәле юрист сифатында, туған телебеҙҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре буйынса етди шөғөлләнгән кеше. Туҡһанынсы йылдарҙа Дәүләт теле булараҡ ҡабул ителгәндә лә һинең ҡыйыу эшмәкәрлегеңде күптәр яҡшы беләлер, тип уйлайым. Ошоға бәйле нисек, ниҙәр эшләнеүен хәтергә төшөрәйек әле.

* Бынан сирек быуат самаһы элек ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында (1993 йылдың 24 декабре) башҡорт һәм урыҫ телдәре Дәүләт теле итеп, нығытылғайны. Әммә уны ғәмәлгә ашырыу буйынса тейешле эштәр эшләнмәне. Закон тиклем законға ла өҫтәлмә хоҡуҡи ҡарарҙар ҡабул ителмәһә, ойоштороу саралары үтәлмәһә, финансланмаһа, ул ҡоро декларация ғына булып ҡала. Күршеләребеҙ, иһә, беҙҙән өлгөрөрәк булып сыҡты. Татарстан, мәҫәлән, Конституцияларын раҫлағандан һуң ярты йыл үтеү менән, әле 1992 йылда уҡ “Телдәр тураһында” Закон ҡабул итеп тә ҡуйҙы.

Республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл-торош беҙҙә лә 1994 йыл урталарына, башҡортҡа ҡаршы эшләгән бәләкәй бер төркөмдө иҫәпкә алмағанда (Әйткәндәй, был төркөм Татарстандың Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән мәлдә күршеләргә әүҙем теләктәшлек белдерҙе, ә беҙҙәге был йүнәлештәге эштәргә ҡырҡа ҡаршы сыҡты һәм татар телен Башҡортостанда өсөнсө дәүләт теле итеү идеяһын алға һөрҙө), бындай законды ҡабул итергә мөмкинлек тыуҙырғайны. Әммә хөкүмәт структураларында телгә бәйле фекер алышыуҙарҙа башҡорт теленә етди ҡаршылыҡтар тороуы асыҡланды. Президентты ла “Тел тураһында”ғы Законды ҡабул итеү өсөн әле ваҡыты етмәгән тип ышандырырға тырыштылар һәм күпмелер дәрәжәлә маҡсаттарына ирешә килделәр. Республикаға исем биреүсе, уның формалашыуында нигеҙ ташы булған халыҡтың теленә бәйле төп документтың ҡабул ителеүен мөмкин тиклем кисектерә килеү етмәгән, хатта был мәсьәләне күтәреп сығыуҙы, проект әҙерләүҙе тыйып ҡуйҙылар.

1990-1994 йылдарҙа республиканың юстиция министрлығында эшләй инем. БССР-ҙың Юғары Советы, Министрҙар Советы ҡушыуы һәм үҙемдең тәүәкәллек менән закон проекттарын әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаштым. Республиканың төп законында Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы составында суверенлы дәүләт тиелгән ине. Ул осорҙа мин, демократия нығына барасаҡ, Үҙәк тә, Америка Ҡушма Штаттарындағы кеүек үк, төбәктәрҙәге закондарҙың өҫтөнлөгөн таныясаҡ тип, өмөтләнә инем. Бындай инаныстарға ныҡлы нигеҙ ҙә бар ине бит. Шуға мин, бер кемдән күрһәтмә көтөп тормайынса, 1993 йылдың декабренә Башҡортостанда гражданлыҡ, енәйәт, Ер кодексы һ.б. байтаҡ документтарҙың, шул иҫәптән, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары теле” Законының проекттарын әҙерләнем. Һуңғыһының өс вариантын тәҡдим иттем: 1) Башҡорт теле – дәүләт теле, урыҫ теле – милләт-ара аралашыу теле; 2) Башҡорт теле, урыҫ теле – дәүләт телдәре; 3)Башҡорт теле, урыҫ теле – дәүләт телдәре; Башҡортостандағы башҡа халыҡ телдәре был телдә аралашыусыларҙың компактлы йәшәгән ерҙәрендә рәсми тел тип иғлан ителә.

Башҡорт йәмәғәтселеге “Тел тураһында” Закон ҡабул итеүҙе тиҙләтеү кәрәклеген һәр даим иҫкә төшөрә килде. Халыҡ-ара акттарға нигеҙләнеп, илен-телен һөйгәндәр менән берләшеп (шул иҫәптән, урыҫ теллеләр менән дә!) халыҡ менән осрашыуҙарҙа һәр ваҡыт: “Башҡортостан – башҡорт милләтен, уның әсә телен һаҡлай һәм үҫтерә алырлыҡ берҙән-бер төбәк!” – тип тәҡрарларға тура килә ине. Был – ике-икең дүрт хисабындағы аксиома ла бит, әммә күрергә, аңларға теләмәгәндәр өсөн ни әйтһәң дә барыбер икәнлеге яҡшы билдәле шул. Нисек кенә булмаһын, иртәме-һуңмы хәҡиҡәт өҫкә ҡалҡа (шулай булмаһа, йәшәүебеҙҙең, хаҡлыҡ даулап күтәрелеүебеҙҙең мәғәнәһе лә

ҡалмаҫ ине). Ярҙам ул ваҡытта көтөлмәгән яҡтан килеп сыҡты: проблемаға ҡағылышлы мәсьәләне хәл итеүҙә яуаплылыҡты республиканың судьялар корпусы ла хупланы. Тик һүҙ сыҡҡанда шуға ла иғтибар итәйек әле: өс йөҙләп ҡала, район судьяларының – туғыҙы, биш йөҙләп адвокаттың – ун бише, Юғары Судтағы утыҙ ете ағзаның икәүһе генә башҡорт…

1994 йыл аҙағында, Матбуғат министрлығында эшләгән мәлемдә закон проекты тулыһынса әҙер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етәкселектең һәлкәүлеге, үрҙә әйтеп кителгән етди ҡаршылыҡтар арҡаһында, Министрҙар Советына еткерелгән проект өҫтәл тартмаһынан ары үтмәне. Ә “Ҡыҙыл Таң” гәзите редакцияһына юлыҡҡан вариантын баш мөхәррир йүгертеп Президентҡа алып барған да хәбәр һалған: “Ниндидер министр урынбасары үзенең проектлары белән милләтләр арасында ҡан ҡойош тудыруы бар!..”

Үҙенең ҡулынан килһә, республикала ул татар телен генә дәүләт теле итеп иғлан итер, ә башҡорт теленә “татар теленең диалекты” атамаһын тағыр ине. Ҡыҫҡаһы, суверенитет тиклем суверенитет яулап алған халыҡ хәл иткес мәлдә үҙ телен яҡлай алманы… Мине иһә дәүләт секретарына (туҡһанынсы йылдарҙа президенттан ҡала икенсе баҫҡыстағы вазифа) саҡырҙылар ҙа “аферист” тип тамға һуҡтылар. Танауҙы ла кәрәкмәгән урынға тыҡмаҫҡа кәңәш ителде: “Һине бит Сибайҙа БДУ-ның юридик факультеты филиалын күрһәтмәһеҙ-ниһеҙ асыуҙы ойошторған өсөн артыңа тибеү урынына министр урынбаҫары иттеләр. Ә һин?!.” Артабан мине Президент Администрацияһы етәксеһе кабинетына “етәкләнеләр”. Уныһы “Ҡаты шелтә” әҙерләгән булып сыҡты, ә ҡолаҡҡа ғына: “Дөрөҫ эшләгәнһең!”- тип шыбырҙаны.

Ул осорҙа ла, “Халҡым”тип, ысын мәғәнәһендә янғандар аҙ ине шул. Етәкселәрҙең күбеһе милләт яҙмышына ғына түгел, республика яҙмышына битараф булды. Әпкәләйләнеп, тиҙ арала карьера баҫҡысы буйынса юғары күтәрелә алғанға, үҙҙәрен, ваҡытлыса булһа ла, был ерҙең хужаһы итеп тойҙолар…

Ниһайәт, 1999 йылдың 21 ғинуарында “Башҡортостан халыҡтары телдәре” Законы ҡабул ителде һәм 15 февралдә (Конституциябыҙ булғандан алты йылға һуңлап!) Президент тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы. Әммә законды ғәмәлгә индереү йәнә ике йылға һуҙылды әле.

Былар кисәге хәлдәр… Ныҡышмалылыҡ арҡаһында байтаҡ ҡына ыңғай үҙгәрештәргә ирешә алдыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йыл эсендә милли мәғариф үҫеүгә түгел, ә киреһенсә, яуланған позицияларҙы берәм-берәм юғалтыуға дусар ителде. Прокуратураның һуңғы тикшереүҙәре йәш быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең, халыҡ йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәрен аңламаған, перспективаны күрә белмәгән, тик БДИ һөҙөмтәләре менән генә ҡыҙыҡһынған етәкселәр, ҡурҡыштарынан, ата-әсәләр менән берлектә эште рус теле файҙаһына йәйелдереп тә ебәрҙеләр. Башҡорт теле дәрестәрен ҡыҫҡартыуға ишек шар асылды.

Бөгөн башҡорт балаларын тәрбиәләүҙә күсәгилешлек тә юҡ, сөнки байтаҡ муниципаль берәмектәрҙә башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биргән балалар баҡсалары асылмай. Йылайыр, Стәрлебаш, Архангель, Ейәнсура, Дәүләкән, Ауырғазы райондары үҙәктәренең береһендә генә лә башҡорт балалар баҡсалары юҡ. Ә балаһына башҡорт телендә тәрбиә бирергә ынтылған ата-әсәләр етерлек. Ләкин уларҙы ишектән кире бороп сығаралар. Һәр бер ҡалала, район үҙәгендә башҡорт балалар баҡсаларын булдырыуҙы талап итергә кәрәк.

Әлбиттә, бындай кире үҙгәрештәрҙең төп сәбәбе – мәғариф өлкәһендә федераль үҙәк алып барған сәйәсәт. Берҙәм дәүләт имтихандарының индерелеүе, милли-региональ компонент төшөнсәһен юҡҡа сығарып, уны этнокультура үҙенсәлек тип алыу, элек милли-региональ компонентҡа бүленгән сәғәттәрҙең йөкмәткеһен билдәләүҙе мәктәп директоры һәм ата-әсәләр хөкөмөнә тапшырыу – былар бөтәһе лә милли мәғариф файҙаһына түгел. Өҫтәүенә мәғариф министрлығы булған мөмкинлектәрҙе файҙаланаһы урында комптентһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ күрһәтте…

Кисә тейешенсә шөғөлләнмәгәс, бөгөн үҙебеҙ менән шөғөлләнә башланылар, бәшәлкәһеҙ булыуыбыҙҙы күреп, ҡулыбыҙҙағыһын тартып ала башланылар. Республика Конституцияһынан “Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы дәүләт” тигән статья күптән алып ташланды. Ә бит уның төп асылы тәү сиратта туған телде дәүләт һаҡлауына алыуға ҡайтып ҡала ине. Кемгәлер ул, Башҡортостан Рәсәйҙән айырылырға теләй, булып күренгән һәм йөрәгенә шом һалған, күрәһең…

“Оптимизация” флагы аҫтында ауыл мәктәптәре ябылды. Ауылда бит, башлыса, башҡорттар йәшәй. Шуға был күренештең нимәгә килтерәсәге лә көн кеүек асыҡ: мәктәп ябылыу менән ауыл тарҡала башлай. Ауылдар юҡҡа сыға икән, башҡорт алдында: “Булырғамы-юҡмы?!!” һорауы ҡылыстай ялтлаясаҡ. Хәйер, был һорау күптән ҡуйылған. Беҙ генә күрмәмешкә һалышабыҙ.

ЮНЕСКО мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла ун биш көн һайын бер тел юҡҡа сыға бара. Бөгөн футбол, хоккей клубтары финансланған кимәл менән телдекен сағыштырһаң, башыңды услап ултырырлыҡ. Рәсәй мөлкәтенең ҙур өлөшө ике ил гражданлығы йөрөтөүселәр ҡулында, Рәсәй тарихы буйынса мәктәп дәреслектәрендә башҡорт хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ икән – беҙгә нишләргә һуң?!.

Башҡорт үҙ еренә, Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылғандан алып, бик күптәрҙе һыйындырҙы. Уларҙың әхләҡи яҡтан тәрбиәле вариҫтары ошо ерҙең төп халҡына ихтирам һәм хөрмәт күрһәтә белә. Ә хәҡиҡәтте аңламағандарына улар төшөнөр кимәлдә “төшөндөрә” лә белер кәрәктер…

Башҡорт телен мәктәптәрҙә өйрәнеү кәрәклеге – башҡорттоң ғына проблемаһы булып ҡаралырға тейеш түгел. Ниндәй генә телде алма, ул – цивилизация күренеше. Ошоно аңлап эш итергә кәрәк беҙгә.

- Әмир Миһран улы, һин, “Халҡым!”тип, янып йөрөүең, ҡыйыулығың арҡаһында ысынлап та “янғыланың”…

- “Эйелгән башты ҡылыс ҡырҡмай”,- тип ултырып булмай бит инде. Тик башты ғына түгел, тамырҙарҙы ҡырҡалар бит әле. Күптәребеҙ башты ҡырҡтырғансы, тамырҙы ҡырҡтырыуҙы хуп күрә. Тамыр ҡырҡылғас баш та оҙаҡҡа бармаҫлығын уйлап та бирмәйбеҙ. Үткән быуат башынан уҡ килгән тағы ла бер «шәп» күренеш. Ҡайһы бер туғандаш милләт вәкилдәре Башҡортостанда башҡортто бөтөрә алмай йонсой, уның һәр бер уңышһыҙлыҡтарын һөйрәп сығарып ҡыуана. Үсәмәйем, әммә ул «бәхет» был осраҡта уларҙы ла урап үтмәйәсәген беләм. Улар “сирутта” икенсе торалар!

Халҡыбыҙҙың күҙ терәп торған ҡалҡандары юҡҡа сыға бара бит. Мин бында туҡһанынсы йылдарҙа, унан һуңыраҡта милләт проблемаларын хәл итеүҙә иң алда йөрөп тә, номенклатураға эләккәндән, юғары вазифа биләп алғандан һуң халҡын онотоусыларҙы күҙ уңында тотам. Тамаҡ туйҙырыуҙы, дан көҫәүҙе генә ҡайғыртыу бына нимәгә килтерә! Аҡыл эйәләренең ”Кемдең кемлеген белгең килһә, власть бир” тиеүе ни тиклем дөрөҫ.

Бөгөнгө көндә телебеҙҙе ҡулланыу һәм үҫтереү өсөн төрлө яҡлап та ныҡлы хоҡуҡи нигеҙҙәр эшләнгән. Әйткәндәй, СССР Юғары Советының бөгөнгө көнгә тиклем ғәмәлдән сығарылмаған 1990 йылдың 24 апреленән 1451-1 һанлы Ҡарары бар. Унда былай тиелә: “Рекомендовать Верховным Советам республик до 1 января 1991 года разработать и принять акты, содержащие перечень должностей, для занятия которых требуется знание национальных языков, и квалификационные требования для занятия этих должностей”. Ошолар Башҡортостан Республикаһы Башлығының үткән йыл донъя күргән “Башҡорт телен үҫтереү” тураһындағы Указына ярашлы әҙерләнәсәк Программаға инһә, хөкүмәт яғынан башҡорт телен үҫтереүгә реаль саралар күрелә, тип әйтеп буласаҡ. Был юҫыҡта беренсе аҙым яһалды - Республика Башлығы гранты булдырылды.

Бөгөнгө көндә лә ҡайһы бер эш урындарында кешеләргә сит тел белгән өсөн өҫтәмә аҡса түләйҙәр. Был осраҡта бер кем дә забастовкаға ла, митингыға ла сыҡмай бит. Өҫтәмә белемгә өҫтәмә түләү кәрәклеген бөтәһе лә белә. Башҡорт телен белгәндәргә өҫтәмә түләү булдырһаң, - матди баһа һәр йәһәттән дә шелтәнән көслөрәк бит! – әйҙә ул халыҡтар дуҫлығына эшләһен.

Рәсәй һәм республикалар конституциялары, телдәр тураһандаға бөтә закондарҙа ла бер тел икенсе телдән өҫтөн түгел, тиелә. Әммә ысынбарлыҡта йәмғиәттә уларҙың роле, функцияһы һәм әһәмиәте бер төрлө була алмай. Әйтәйек, республикаға исем биргән халыҡтың теле шул республикала ғына айырым урын алып тора, айырым роль уйнай, айырым функция башҡара. Мәҫәлән, сыуаш теленең тәғәйенләше, функцияһы Сыуаш Республикаһында ла, әйтәйек, Башҡортостан Республикаһында ла бер түгел бит. Был объектив фактты законда теркәү кәрәкме? Кәрәк! Был дәүләт телен бүтән телдәрҙән айырып билдәләү юлы менән башҡарыла, шул уҡ ваҡытта был телдәр тигеҙ хоҡуҡлы булып ҡала. Милли дәүләтселек ул милләтте милләт итеүсе механизм. Милли дәүләтселек һәм милләттәр бар икән, улар булдырған мәҙәниәт милләтһеҙ була алмай. Республика уға терәк булырға, үҫешеү өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырырға, дәүләтте булдырған һәм уға исем биргән халыҡтың рухи һәм тел ихтыяждарын дәүләт кимәлендә хәл итергә тейеш.

Башҡорт теле ижтимағи-сәйәси тормоштан ҡыҫырыҡлап сығарылыуы һәм ғаилә-көнкүреш өлкәһендә ҡулланылышының сикләнә барыуы барыбыҙға ла мәғлүм.

Билдәле булыуынса, ҡайһы бер ата-әсә үҙҙәре үк балаларының мәктәптә туған телдә уҡымауын хуп күрә. Үҙ телеңдән баш тартыу бөгөнгө закондар күҙлегенән ҡарағанда енәйәт тип һаналмай, әлбиттә, әммә ул – әхлаҡһыҙлыҡ. Һәм быны беҙ аңламағандарға аңлатырға тейешбеҙ. Маңҡорттар ҙа ата-бабаларының кем булғанын белеп йөрөһөн. Ауылым тарихы тураһында китап әҙерләгәндә архивта шундай ҡағыҙға юлыҡтым: "Обращения 288 граждан деревни Таймас о согласии передачи здания 2-й мечети под среднюю школу". Ошо мөрәжәғәттә ауылым кешеләре үҙҙәренең исем, фамилияларын һәм имзаларын - ғәрәп, латин, киррилица хәрефтәре менән яҙған. Был 1938 йыл!

Цивилизациялы халыҡтар рәтенә инәбеҙ, тип тырышыусылар шуны аңламай: уларҙы ассимиляцияға бирелеү һәм милли традицияларһыҙ ҡалыу көтә. Үҙ милләтенән, уның мәҙәниәтенән яҙасаҡтар. Ә бит милли ҡиммәттәренән айырылған кеше, ни тиклем ынтылһа ла, бүтән халыҡтың йәшәү ҡиммәттәрен тулы кимәлдә үҙләштерә алмай.

* Эйе, маргиналға әйләнеү шулай була ла инде: бер ярҙан айырылған, икенсеһенә бер ҡасан да барып етә алмаясаҡ…

Тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорт юҡҡа сыға тип юраусылар күп булған. Айырыуса XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып. Ә башҡорт бындай юрауҙарҙан утыҙ-ҡырҡ йыл да үтмәҫтән үҙенә дәүләтселек яулап ала... Иртәгәбеҙҙе һин нисек күҙаллайһың, Әмир?


* Телебеҙ, милләтебеҙ киләсәгенә хәүеф һәр ваҡыт янаған, янай һәм янаясаҡ. Милләтте милләт итеүсе тел, ул - донъя цивилизацияһы арҡаһында тәбиғи рәүештә килеп сыҡҡан күренеш, тинек бит инде. Шулай булғас, башҡорт теле лә, башҡа телдәр кеүек үк, тәбиғи барлыҡҡа килгән. Бәхеткә, башҡорт телен булдырғанһың тиеп, һуҡранырлыҡ, “иманын уҡытырлыҡ” кеше юҡ. Был - тәбиғи күренеш. Тәбиғи күренеште еңеп булмағанын да, уның менән көрәшеү насар һөҙөмтәләр биргәнен дә, тәбиғи әйберҙәрҙе кешелек еңеп үҙ мәнфәғәтенә файҙаланғынын да күрәбеҙ. Ләкин был аяныслы тормошта, ҡайһы осраҡта ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙә лә телгә ҡарата битарафлыҡ хөкөм һөрһә лә, ниндәй генә иманһыҙ яҡшы ҡоралланған көстәр башҡорт телен, уның халҡын бөтөнләй ассимиляцияға дусар итергә маташһа ла, был килеп сыҡмаясаҡ. Беҙ - оло мираҫлы халыҡ! Беҙҙең киләсәк бар! Киләсәгебеҙ – беҙҙең ишлектә, һау-сәләмәт булыуҙа, маҡсаттарҙы зирәк аҡыл-зиһен менән башҡарыуҙа.

Халҡыма мөрәжәғәт итеп, ошоно әйтер инем. Замандашым! Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең тере рухы булайыҡ, улар ҡалдырған ырыҫты һаҡлау, яҡлау, арттырыу һәм быуындарҙан – быуындарға тапшырыу беҙҙең бурыс икәнен онотмайыҡ. Ошо тере сылбыр – туған телең бит! Милли рух күренеше һиндә өҙөлөп ҡалмаһын!

Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Әмир!




Автор: Фәнил КҮЗБӘКОВ
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә