15.02.2019 Сафланырмы һауаң, Сибай?
Төтәй, тонсоға Сибай… Ер аҫтындағы байлыҡтарын алып бөткәс,тәләфләнгән һәм таланған ере өсөн тәбиғәт үҙебеҙҙе, шулай тейеш, тип хужаларса тотҡан һәм самаһыҙ хужалыҡ итеүҙең эҙемтәләрен белергә теләмәгән беҙҙән үс аламы шулай? Әллә был экологик һәләкәт менән кешелек донъяһына хаҡ түләргә кәрәклеген иҫкәртәме?
Руда яныу донъяла бик һирәк күренеш һәм шуға ла бындай осраҡ уникаль һанала. 65 мең кеше йәшәгән Урал аръяғындағы таусылар ҡалаһы ноябрҙән алып мәғдән яныуҙан барлыҡҡа килгән төтөн эсендә йәшәргә мәжбүр. Кислород менән реакцияға инеп быҫҡып янған руданан көкөрт диоксиды бүленеп сыға. Сибайҙар, карьерҙан килгән төтөндән ағыуланабыҙ, ауырый башланыҡ, тип ноябрҙән үк саң ҡаға. Уларҙың зарын республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ишетте. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡыҫҡа ваҡытта һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡушты, ҡалаға халыҡтың һаулығын тикшерергә табиптар ебәрҙе. Үпкә һәм тын юлдары сирҙәре менән яфаланыусы балаларҙы Ҡырым һәм республика шифаханаларына ебәреү бурысын ҡуйҙы.
Карьерҙа 60-сы йылдарҙан алып баҡыр- цинк һәм баҡыр-көкөрт колчеданы сығарылған. 2003 йылда банкрот тип ябылғанға тиклем, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты уны эшкәрткән. Диаметры 2 километр, тәрәнлеге 500 метр булған Сибай карьеры консервацияланған, әммә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы шахта ысулы менән унда руда сығарыуҙы дауам итә.
Донъяла ҙурлығы буйынса икенсе һаналған карьерға сибайҙар элек ҡунаҡтарын алып килеп күрһәтһә, хәҙер ҡаланан ситкә китеү, йорттарын һатыу яғын ҡарай. Күптәр ғаиләләрен күсергән, балалар таныштарында, ауылда олатай-өләсәйҙәрендә йәшәп уҡый. Карьерҙан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан Алтын ҡасабаһы, Сарбаев, Нуриманов, 8 март урамдары булған биҫтә халҡына төтөн тура килә, һәм ел булмағанда ул таралмай тора. Соҡор эргәһенә төтөндө ҡыуыусы ике ҡеүәтле ҡоролма ҡуйылыуы ла ярҙам итмәй. Көндәр елһеҙ тора. Сибайҙа 12 декабрҙән алып өс экология лабораторияһы эшләй: Башҡортостан Республикаһы Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабораторияһы, икенсеһе – Экология министрлығы ҡарамағында, тағы ла берәүһе – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатыныҡы. Уларҙың барыһы ла күсмә, мотлаҡ тикшереүҙәр үткәрәләр, шулай уҡ халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса сығалар. Һауа иртәнге сәғәт дүрттән алып тикшерелә башлай.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләүенсә, ҡалала көн дә атмосфера торошона мониторинг үткәрелә һәм ике сәғәт һайын алты контроль нөктәлә пробаларҙы 8 тапҡыр һайлап алыу юлы менән зарарлы матдәләр бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.
«Әле граждандарҙан мөрәжәғәттәр кәмене. Мәҫәлән, бер көндө урындағы халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса – 64, мотлаҡ 48 тикшереү уҙғарҙыҡ. Бер тикшереүгә 20 минут ваҡыт китә. Мөрәжәғәттәр күп булһа, эргә-тирәләге адрестарҙы бер урынға туплайбыҙ. Бер юлы бөтә ергә лә бара алмайбыҙ. Халыҡҡа быны аңлаттыҡ», – ти ул. Әле янып ятҡан мәғдән сығанаҡтарына һауаны ябыу өсөн һелтеле һыу ҡойола. Был эштәр 20 мартҡа тиклем башҡарыласаҡ. Һыу шахтанан ситтә алына. Уның мәғдән ятҡылыҡтарына тиклем барып етеүе лә оҙайлы процесс. Ҡатмарлы экологик хәлдән сығыу юлы – әлегә һыу ебәреү, ағыулы матдәләр бүлеп сығарыуҙы шуның менән туҡтатып тороу ғына. «Уралмехангорнобр» институты карьерҙы өлөшләтә консервациялауҙы шулай күҙаллай.
Рәсәйҙең Тәбиғәтте һаҡлауҙы контролдә тотоу идаралығы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы предприятиеһы геологик мөхиткә мониторинг алып бармаған, компания руда яна башлағанда тейешле сараларҙы ваҡытында күрмәгән, тип белдерә. РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында ла Сибайҙағы сәнәғәт майҙансығында тау ятҡылыҡтарының әселәнеүенә бәйле хәлгә арналған ултырыш үтте һәм унан сығыу юлдары ҡаралды. Геолог, экологтарҙан торған эшсе төркөм төҙөлдө. Тимәк, тирә-яҡ мөхит, урындағы халыҡтың һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырған техноген хәл Рәсәй кимәлендә лә белгестәр менән берлектә хәл ителә.
Ә был мәлдә үҙҙәрен Сибай активистары тип һанаған, был ҡалаға бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмаған бәғзе бер әҙәмдәр Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменә экологик хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн урындағы властарҙың бер нәмә лә эшләмәүенә дәғүә белдереп һәм Сибай халҡының экологик афәт алдында тороуын әйтеп мөрәжәғәт итте. Сибайҙар экологик хәлде сәйәсәт менән бутамаҫҡа саҡырҙы. «Ҡалала шау-шыу тыуҙырмаһындар. Урындағы властың проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләүен беләбеҙ. Пикеттар ойошторорға саҡырып, хаттар яҙып, шикле активистар үҙҙәрен күрһәтергә маташа. Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ яҡлай алабыҙ», – ти Сибайҙың почетлы гражданы Эмиль Мәүлитҡолов.
һүҙ – сибайҙарға
Борис Мәхмүтов:
– Карьерға яҡын йәшәмәһәк тә (йортобоҙ Таусылар проспектында), һауала ниндәйҙер газ еҫе сыға. Бөгөн дә ул ныҡ һиҙелә (13 февраль). Кисә көйгән көнбағыш еҫе бар ине. Уныһы нимәлер инде? Эшкә йәйәү йөрөйөм. Шул арала 15 минут эсендә тын ҡыҫыла башлай, ауыҙҙа ниндәйҙер тәм барлыҡҡа килә, тамаҡ ауыртҡан да кеүек, килеп тороп күҙ әсетә. Ҡатынымды 1 йәшлек улым һәм 5 йәшлек ҡыҙым менән ҡәйнәмдәргә Ырымбурға ебәрҙем. Ауырыуҙан баштары сыҡманы. Улым ноябрҙән алып ҡына ОРВИ, пневмония менән дүрт тапҡыр дауаханала ятып сыҡты. Ҡыҙ ҙа йыш ауырыны. Ауылға ҡайтҡас, берҙе лә сирләмәгәндәр. Ҡатыным августа уҡ, беҙҙең ҡалала ниндәйҙер еҫ бар, тип әйтә торғайны. Ҡайһы берәүҙәр еҫте бөтөнләй тоймай, ә миңә беленә. Ел булмағанда карьер янында йәшәүселәр бөтөнләй тонсоға. Төтөндә подъезд ишеген дә табырлыҡ та, танырлыҡ та түгел ине, тиҙәр. Күптәр күкрәк ауырта ти, йүткерә. Ентекле медицина тикшеренеүе үткәндәргә бауырҙары ҙурайыуын әйткәндәр. Көкөрт менән ағыуланыу эҙһеҙ үтмәйҙер инде.
Резеда ВӘЛИЕВА:
– Мин баш ауырыуы, күҙ әсетеүенән яфаланам. Ә алты йәшлек ҡыҙымдың күҙе эренләй. Сирҙәр ауылға ҡайтыу менән юҡҡа сыға. Карьерға яҡын йәшәмәйбеҙ былай, шуға күрә Ҡаҙыу (буровой) реагенттары заводы сәбәпсеме икән, тип тә уйлап ҡуям.
Ҡыҙымдың баҡсаһында был аҙнала ни бары дүрт бала булды. Башҡа балаларҙы ауылға олатай-өләсәй, туғандар янына илтеп ҡуйғандар. Беҙ ҙә ҡалдырып ҡараныҡ, тик бала зарығып илағас, түҙмәй барып алдыҡ. Тәрбиәселәр төркөмдәрҙе урамға сығармай, бинала ғына тоторға мәжбүр. Үҙебеҙ ҙә тышҡа сығырға тырышмайбыҙ, тәҙрәләрҙе һәр саҡ ябыҡ килеш тотабыҙ. Хатта вируслы инфекция менән сирләгәндә лә, тәҙрә асып, фатирҙы елләтеү мөмкинлеге булманы.
Сибай өҫтөндәге күкһел томан таралырға уйламай ҙа. Өмөтһөҙлөккә сумған, оло бәләгә ҡалған ҡалала ғүмер итеүе көндән-көн ауырлаша бара. Тирә-йүндәгеләрҙең борсолоулы, һулыған йөҙҙәре, төшөнкөлөк, депрессия – бөгөн халыҡ ошондай халәттә. Таныштарым араһынан бөтә донъяһын, эшен ташлап Баймаҡ ҡалаһына, Асҡар ауылына күсеп китеүселәр бар. Беҙ ҙә күсеү мәсьәләһен нисек хәл итергә белмәй ер менән күк араһында ҡалдыҡ: фатир өсөн тағы туғыҙ йыл ипотека түләйһе бар, ҡайҙа барайыҡ инде? Сибайҙы ташлап киткән хәлдә лә, фатирҙы һатып булырмы? Сөнки күсемһеҙ милек бында ныҡ арзанайҙы.
Лилиә ӘҘЕЛБАЕВА:
– Яҙырғамы, әллә юҡмы? - тип күпмелер ваҡыт уйлағандан һуң, бәлки кемгәлер яҙыуым ысынлап та, ярҙам итер, икеләнеп йөрөгәндәргә асыҡлыҡ индерер тип уйланым... Сер түгел, әлбиттә, Сибай әлеге ваҡытта экологик яҡтан ауыр хәлдә... Ҡалала бер аҙға бала тауыштары ла тынып ҡалған һымаҡ. Әлбиттә, ата-әсәйҙәрҙең күңеле шомло. Бәғзеләр ҡаланан бөтөнләйгә ҡаса... Үкенесле хәл... Күптәр оҙаҡҡамы, әллә был проблема бер ҡасан да хәл ителмәҫме тип борсола... Миңә килгәндә – барыһы ла яҡшы буласаҡ! Эйе. Мотлаҡ. Иң мөһиме, сабыр итеү. Яңы ғына башланып торған эште шунда уҡ хәл итеп булмай (был бит карьер, дуҫтар! Етмәһә, ниндәй ҙу-у-ур). Тылсымлы таяҡ бит хатта ҡала хакимиәтендә лә юҡ, шуға күрә уларға тыныс ҡына ауыр мәсьәләне хәл итергә ваҡыт бирәйек... Ашығып яңылыштан бер-беребеҙгә бәлә яғыуыбыҙ бар, берҙәм булайыҡ, ышанайыҡ.
Етмәһә, башҡарған эштәрҙе көн һайын күҙәтеп тә бара алабыҙ.
(“Бәйләнештә” селтәренән).