31.08.2010 “Әсәлек капиталы”ның күләме йыл һайын ҡарала
Бөгөн беҙҙең республикала “әсәлек капиталы”на дәүләт сертификаты алыусылар һаны 85 меңдән ашыу. Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябргә “әсәлек капиталы”ның суммаһы 343378,80 һум тәшкил итә.
Әле бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыр өсөн республика ҡала һәм райондарынан 5110 кеше ғариза яҙған. Әйткәндәй, уны сертификаты булған һәр кем, шул иҫәптән былтыр үҙ кәрәгенә 12 000 һум аҡса алыусылар ҙа яҙырға мөмкин. Ғаризалар ике айҙан да һуңға ҡалмай ҡаралып, аҡса күрһәтелгән иҫәпкә күсерелергә тейеш.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идаралығы етәксеһе Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, 8150 ғаилә капиталды торлаҡ алыуға йә төҙөүгә алынған кредитты ҡаплауға тотонған. Ошо маҡсатҡа 2 миллиард 218 миллион һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, меңдән ашыу ғариза балаһына өс йәш тулған ата-әсәнән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм баланың уҡыуына түләү өсөн ҡабул ителгән.
“Әсәлек капиталы”, инфляция үҫеше темпын иҫәпкә алып, йыл һайын ҡабаттан ҡарала һәм федераль закон тарафынан билдәләнә.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идаралығы.