RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

07.02.2019 Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы РӘХИМОВҠА – 85 йәш


“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Ил ағаһы Мортаза Рәхимов” төркөмөнән:


– “Бәйләнештә” ижтимағи селтәрендә 2014 йылда Баш­ҡортостандың беренсе Прези­дентының 80 йәше айҡанлы “Мортаза Рәхимовҡа ҡотлау сараһы” берләшмәһе асыл­ғайны (юбилей үтеп киткәс, күпселек халыҡтың һорауы буйынса “Ил ағаһы Мортаза Рәхимов” тип үҙгәртелде).
Һәр йыл һайын 7 февралдә төрлө быуын кеше­ләренең, төрлө һөнәр эйәлә­ренең һәм төрлө милләт вәкил­дәренең ҡотлауҙары, изге теләктәре, йөрәк һүҙҙәре, яҙғы ташҡын кеүек, урғылып килде. Бына ошо ул – Ил ағаһына халыҡ һөйөүенең, ихтирамының һәм рәхмәтенең ысын сағылышы! Шәхестәребеҙ үҙҙәре иҫән саҡта, беҙҙең арала йәшәгән ваҡытында ҡәҙерҙәрен бе­ләйек һәм әйтер һүҙҙәребеҙҙе үҙ мәлендә әйтергә өлгөрәйек! Ҡотлауҙарҙың барыһын да гәзиткә биреү мөмкин түгел, әлбиттә.
Хөрмәтле Мортаза Ғөбәй­ҙулла улы! Һеҙҙең бөгөн арабыҙҙа йәшәүегеҙ – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ! Күркәм юби­лейығыҙ менән ихлас ҡотлап, Һеҙгә хал­ҡыбыҙҙың йөрәк сәләмдәрен еткерәбеҙ.


Салауат АҠДӘҮЛӘТОВ, Ырымбур өлкәһе:


– Рәсәй төбәктәрендә күбеһенсә иң тәүҙә емереп ташлайҙар ҙа һуңынан ғына төҙөй башлайҙар. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлаған етәксе булды. “Яңыһын төҙөмә­йенсә иҫкеһен емерергә ярамай” тигән позицияла торҙо һәм уның һүҙе эшенән айырылманы.
Рәхимов республиканың үҙал­лылығын һаҡлауға күп көс һалған, халыҡ яҙмышы өсөн борсолған, уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан Президент булды һәм халыҡ йөрәгендә шулай ҡаласаҡ та! Үҙе иҫән сағында рәхмәтебеҙҙе ваҡытында белдерәйек. Хал­ҡыңды шатландырып оҙаҡ йәшә әйҙә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы!


Ғәрифә КУДРЯВАЯ, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:


– Хөрмәтле Ил ағаһы! Пермь, ХМАО, Екатеринбург, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә сәфәрҙә булғанда һеҙҙе ихтирам менән иҫкә алыу­ҙары миңдә шундай ғорурлыҡ уятты! Һеҙ бар саҡта беҙҙең күңел тыныс. Һеҙҙең менән һәр осрашыуҙы көтөп алдыҡ, һәр беребеҙҙе танып, үҙ итеп һөйләшеүегеҙ беҙгә дәрт бирҙе. Һеҙҙе һағынабыҙ, һеҙҙең менән осрашыуға мохтажбыҙ!

Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА-ЙӘНБИРҘИНА:


– Тәүге Президентыбыҙ ҡулы­нан ҙур награда алыуым менән ғорурланам. Шундай бәхетле көн ине ул. Аҡ йорттоң Тантаналар залына байтаҡ кеше йыйылғайны, барыбыҙ ҙа тулҡынланабыҙ. Бына бер саҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы ишектән килеп инде лә, ел уйнатып, яныбыҙҙан үтеп китте. Ҡояштай балҡып алдыбыҙға килеп баҫҡайны, тулҡынланыу юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ябайлыҡта – бөйөклөк тигәндәре шулдыр. Ундағы ихласлыҡ! Әйтерһең дә, күптәнге таныштар йыйылған. Награда алырға сыҡҡан һәр кешенең атайҙарса хәл-әхүәлен һорашып, бейегәнен бейетеп, йырлағанын йырлатып, күңелдәрҙе күрҙе. Бындай мәлдәр онотолмай, әлбиттә.
Хөрмәтле ил ағаһына меңәр­ләгән кеше ҡотлау яуҙыра, рәхмәт уҡый, йырҙар бағышлай, ҡобайыр сығара, иҫәнлек-һаулыҡ теләй. Халыҡ һөйөүенән дә ҙур баһаның булыуы мөмкинме?!

Наилә БИКБОВА-СӘЛИХОВА, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмә­кәре, Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше Юныс Бикбовтың ҡыҙы. Ташкент, Үзбәкстан:


– Атайым “халыҡ дошманы” тип нахаҡҡа ғәйепләнеп, эҙәрлекләү­ҙәргә дусар ителгәс, бер төн эсендә йыйынып ғаиләбеҙ менән сығып китергә мәжбүр булдыҡ. Мин бик бәләкәй инем. Оҙаҡ йылдар тыуған яҡтарыма юл төшмәне. Ләкин ғүмерем буйына һуңғы тапҡыр тыуған илемде ҡайтып күреү хыялы менән янып йәшәнем. Изге теләгем ҡабул булды: мине III Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайына саҡыр­ҙылар, атайымдың «Алтын Ҡурай» орденын тапшырҙылар. Тыуған төйәгем Ейәнсураны күреү бәхетенә ирештем. Яҡташтарым бик ҙурлап, хөрмәтләп ҡаршы­ланы.

Ташкентта йәшәгәндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында маҡтап һөйләгәндәрен күп ишеттем. Башҡортостанға ҡайтып килгән яҡташтарыбыҙ республи­каның танымаҫлыҡ булып үҙгә­реүе, төҙөлөш майҙанына әй­лә­неүе, йәштәргә уңайлы шарттар тыуҙырылыуы тураһында сәғәттәр буйына һоҡланып һөйләр ине. Ҡоролтайға ҡайтҡас, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандым. Президентты күрҙем, ҡулдарын ҡыҫып, оло рәхмәтемде еткерҙем.

Мортаза Рәхимов – заманында Вәлидиҙәр, атайымдар башлаған эште лайыҡлы дауам итеүсе. Ошондай аҫыл уландар бар саҡта Башҡортостан, халҡыбыҙ мәңге йәшәр!
(Наилә апай үҙе иҫән сағында Флүрә СОЛТАНОВА яҙып алды).




Автор: А. Ишемғолова
Фото: Юлай КӘРИМОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә