07.02.2019 Ашығамын
Ашығамын ауылыма,
Ата-әсәй нигеҙенә.
Тыуып үҫкән ауылыма,
Тәүге тәпәй баҫҡан еремә.
Ашығамын ауылыма,
Һалҡын һыулы Һаҡмарыма.
Хуш еҫле болондарға,
Бейек ташлы Һәрешҡужама.
Ашығамын ауылыма,
Сылтырап аҡҡан Күсәбәмә.
Тәмле-тәмле булып бешкән
Урмандағы ҡыҙыл ғына еләгемә.
Ашығамын тыуған яҡҡа,
Һандуғас моңон тыңларға.
Иртән иртә тороп ҡына
Алһыу таңды ҡаршы алырға.