16.01.2019 Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!
Хәйбулла районының Әбеш ауылынан Рәзилә һәм Йәмил Илембәтовтарҙы, Сорғот ҡалаһында йәшәүсе Рита Маннанованы изге йөрәкле һәм йомарт булғандары өсөн шулай тип атарға була
Шаулап-гөрләп мөғжизәләр, тылсым, ысынбарлыҡтағы әкиәт вәғәҙә иткән Яңы йыл байрамы ла үтеп китте. Балалар, ысынлап та, йомарт ҡыш бабай, уның боҙ-ҡарҙан яһалған әкиәти донъяһы бар икәненә ышанһын, ҡанатланып ҡыуанһын өсөн оҫта ҡуллы, ҙур йөрәкле кешеләр күҙ һәм күңел ҡыуандырырлыҡ әллә күпме матур эш эшләне.
Бөтә ерҙә лә Ҡыш бабай тик ата-әсә ҡаҙнаһынан ғына бүләк һәм байрам тамашаһы эшләй икән, тип уйлаған ололар өсөн дә матур өлгө бөгөнгө геройҙарым. Хәләл аҡсаһына йөрәк ҡушыуы буйынса тотош ауыл халҡын ҡыуандырыусы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булыуы бик һөйөндөрә.
Ауыл Яңы йылын да, ҡала Яңы йылын да күрергә мөмкинлеге булған бәхетле кешеләрҙең береһе булып, һәр йөрөгән еремдә лә халҡымдың һоҡланғыс кешеләре барлығына инанып, уларға рәхмәт йөҙөнән яҙам бөгөнгө яҙмамды.
Тыуған ауылымда – Хәйбулла районының Әбеш ауылында ҡаршыланым Яңы йылды. Ғаиләм, бөтә балаларым, ейәндәрем бергә йыйылған, байрам мәшәҡәттәре менән мәж килгән йортома, ейәнем әйтмешләй, "ысын Ҡыш бабай" килеп инмәһенме! Ҙур ҡыҙыл тоғо бар, эргәһендә – ҡарһылыуы. Матур итеп байрам менән ҡотлап, изге теләктәр теләне, ике ейәнемә, тоғонан сығарып, ҡуйынын тултырып күстәнәс тотторҙо. Ысын Ҡыш бабай килгәненә тамам ышанған ейәнем хатта ятлаған шиғырын онотоп, ғәжәпләнеп текләне. Ә инде ҙурыраҡ балалар йәшәгән өйҙәрҙә тағы ла ҡыҙығыраҡ хәлдәр булған: балалар бер-береһен уҙҙырып Ҡыш бабайға шиғыр һөйләп, йыр йырлап күрһәткән. Йомарт Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу мәктәпкәсә йәштәге балалар булған бер өйҙө лә мәхрүм итмәй, теүәлләп йөрөп сыға. Һәр өйҙән ихлас рәхмәт һүҙҙәре, икенсе йылда тағы ла килеүҙәрен һораған үтенес һүҙҙәре оҙатып ҡала уларҙы. Ыңғай энергия, матур тәьҫораттар менән байыған ололар ысынлап та мөғжизәле Яңы йыл байрамы етеп килә икәнлеген аңлап, тағы ла нығыраҡ дәртләнеп китте. Ә "ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу" – ауылыбыҙҙың һоҡланғыс кешеләре Рәзилә һәм Йәмил Илембәтовтар. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, балаларҙың кисерешен тәрән аңлаған кеше булараҡ, Рәзилә күңелендә йөрөгән ошо матур хыялын иренә һөйләй. Һәр төрлө матур башланғысҡа, идеяға бай Йәмил һәр саҡ ҡанат ҡуйыусы ҡатынының тәҡдименә ҡыуанып ризалаша. Һәм бына, шулай итеп, Әбеш ауылы балаларының хыялынан ысынбарлыҡ яһаған матур ғәмәл тормошҡа ашырылып та ҡуя.
Балаларҙан һәм ата-әсәләрҙән мең рәхмәт һүҙе ишетеп, сауап алыусы тағы бер ҙур йөрәкле ауылдашым тураһында ла бәйән итмәксемен. Алыҫ Себерҙең "ысын Ҡарһылыу"ынан йыл да күстәнәстәр алып ҡыуанған тағы бер ауыл бармы икән? Әбеш ауылында йәшәүсе Рәхимә һәм Фәиз Маннановтарҙың ҡыҙы Рита йыл һайын алыҫ Сорғот ҡалаһынан ауыл балаларына Яңы йыл күстәнәстәре, матур бүләктәр ебәреп ҡыуандыра. Мәктәптә үткән шыршы байрамында ла, белмәй йә өлгөрмәй ҡалғандарға өйҙәренән дә тарата улар был тылсымлы бүләктәрҙе. Ританың ярҙамын балалар ғына түгел, ауыл халҡы ла һәр саҡ тойоп йәшәй. Ҙур йөрәкле был ҡыҙыбыҙ ауыл өсөн бик кәрәк булған тракторҙы алырға матди ярҙам күрһәтте. Үҙе уҡып сыҡҡан Әбеш урта мәктәбенә йыл да кәрәкле әйберҙәр алып биреп тә ныҡ ярҙам итә. Ә инде иң ҙур сауаплы эше – ауылдың иң күркәм еренә, атай йортоноң күршеһенә мәсет һалдырыуы. Ауылға ингәс тә балҡып күренеп тороусы иман йорто тәртипкә өндәп, урындағы халыҡтың матур эштәренә фатиха биреп, изге ғәмәлдәргә саҡырыу урыны булып тора. Бөтә ауыл халҡы исеменән Рита Фәиз ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Бына шундай матур кешеләр йәшәй иң алыҫ Хәйбулланың иң төпкөл Әбеш ауылында. Бер кемдән дә бер нәмә лә талап итмәйҙәр, бар уңайлыҡтары булған ҙур юлдарҙан, ҡалаларҙан ситтә ятыуҙарына ҡарамаҫтан, матур эштәр, матур ғәмәлдәр менән бер-береһенең күңелен асып, күтәрмәләп, булғанына шөкөр итеп, һәүетемсә йәшәй ауылдаштарым. Уралдың иң төпкөлөндә ятҡан аҫылташтарға тиңләйем уларҙы.