09.01.2019 «Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары
Үтеп киткән йыл гәзитебеҙ өсөн уңышлы булды. Беҙгә тоғролоҡ һаҡлаған дуҫтарыбыҙ арҡаһында тиражыбыҙҙы арттырыуға өлгәштек. Бында коллективыбыҙҙың ғына түгел, редакция менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән ауыл хәбәрселәренең дә өлөшө ҙур. Сөнки беҙ барып етмәгән төбәктәрҙән хәбәрҙәр, мәҡәләләр ебәреп, улар баҫмабыҙҙың тематик төрлөлөгөн байытты. Шундай дуҫтарыбыҙҙан Миҙхәт Шәрипов, Хәлил Һөйөндөков, Иншар Асҡаров, Нуридә Илһамова, Айнабат Аҡыева, Илүзә Әфләтүноваларға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Әммә иң шәптәрҙең дә «иң-иң»дәре була.
Мөхәрририәт ағзалары «Йәшлек» менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткәне һәм уны әүҙем пропагандалағаны өсөн Баймаҡ районынан Райхана БУЛАТОВАНЫ;
Гәзит уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға төплө яуаптар әҙерләгәне өсөн психолог Әлмира ИСХАҠОВАНЫ;
Гәзитебеҙҙә мәғариф темаһын һәйбәт яҡтыртҡаны, балалар өсөн махсус сығарылышты, «Исеменә күрә – есеме» рубрикаһын уңышлы алып барғаны өсөн хәбәрсе Лилиә ҺИҘИӘТОВАНЫ 2018 йылдың лауреаттары итеп билдәләне.
Уларҙың барыһына ла ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ!