20.12.2018 Яңы граффити Бөйөк Рәмигә арналған
Туған тел (Рәми Ғарипов)
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, мәшһүр шағир рәми Ғариповтың иң билдәле "Туған тел" шиғыры ошо көндәрҙә Өфөләге бер йортта граффити булып төшөрөлдө. Һүрәттә Рәми Йәғәфәр улының һыны ла бар.
Идеяның авторы - рәссам Олег Кайбышев.