12.12.2018 Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!
Иптәштәр!
2018 йыл ахырына етеп килә, тиҙҙән журналистар "Матбуғат балы" байрамына йыйыласаҡ. Ошо күркәм һөнәри байрамыбыҙ алдынан "Йыл журналисы" конкурсы иғлан ителде.
Йылдың иң мәртәбәле журналисы исеменә коллегабыҙ Гөлнур Ҡыуатова ла дәғүә итә. Гөлнур Вил ҡыҙы сығышы менән Ейәнсура районынан. Ул гәзит уҡыусыһына шиғри ижады менән дә, мәҙәниәт, сәнғәт кешеләре тураһында һүрәтләмәләре, ауыл тормошо репортаждары менән таныш.
Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирер өсөн:
- https://goo.gl/forms/iOtZgZp8T9Ws4OpB2
һылтанма буйынса сайтҡа инергә,
- исем-фамилия, электрон почтағыҙҙы тултырырға,
- хеҙмәттәшебеҙ исеме яҙылған юлда тауыш бирергә кәрәк.
Еңеүсене журналистар, гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек иткән кешеләр һайлай. Улар мутлашыусыларҙан һаҡланған айырым сайтта ете көн дауамында 17декабргә тиклем тауыш бирә ала. Йыл журналисы" номинацияһы премияһы 21 декабрҙа "Конгресс-хол"да үтәсәк "Матбуғат балы"нда тапшырыласаҡ.