10.12.2018 Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ
Арыҫлан Ҡәйепҡолов һирәк типтағы беренсел иммунодефицит менән сирләй. Был осраҡта иммунитет ҡаҡшай һәм организмда төрлө үҙгәрештәр, шул иҫәптән яман шештәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Арыҫландың һаулығын 250 мең һум торған дарыу ғына бер кимәлдә тота. Үҫмерҙең әсәһе судтар аша ғына препаратты дәүләт тарафынан бушлай бирелеүенә ирешкән. Тик был йыл аҙағына тиклем генә буласаҡ, киләһе йылда ла бирелеүе әлегә билдәһеҙ.
Арыҫлан 9 класта уҡый, инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү, видеография һәм осоусы аппараттар менән ҡыҙыҡһына. Үҫмер Ил-96-300 президент самолетында осоп ҡарарға һәм бының турала видео төшөрөргә хыяллана. Бының турала ул «Мечтай со мной» хәйриә проектына яҙып ебәргән.
5 декабрҙә «Арена-ЦСКА» комплексында Арыҫландың хаты ил башлығы ҡулына эләккән. Владимир Владимирович үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырырыға вәғәҙәләне.
«Мы его пригласим в Москву в наш летный отряд, познакомим с летчиками, с экипажами, пусть посмотрит, как это все функционирует и думаю, он еще полетает на Ил-96», — тип белдерҙе президент.