06.12.2018 Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
Кисә Өфөнөң яңы мэры Өлфәт Мостафин менән Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың дуҫтарса осрашыуы уҙҙы.
Баш ҡала башлығы һәм республиканың элекке етәксеһе бергә эшләүҙәрен иҫкә төшөрҙө: Рәхимов идара иткән йылдарҙа Өлфәт Мостафин БР Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығын етәкләгән.
Осрашыуҙа улар Өфөнө төрлө өлкәләрҙә үҫтереү һәм артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Өлфәт Мансур улы, бөгөн уңайлы ҡала мөхитен һәм унда йәшәүселәр өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү муниципалитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора, тип белдерҙе. Ҡалаға ингәндә Ағиҙел аша яңы күпер һалыу кәрәклеген мөһим бурыстарҙың береһе булып тора тип тә әйтте.
Мортаза Рәхимов аныҡ ярҙам тураһында бөтәһе алдында асыҡтан-асыҡ һөйләп торманы һәм Мостафинға артабанғы эшендә уңыштар ғына теләне.