15.01.2011 Торлаҡты сафҡа индереү артасаҡ
Башҡортостанда быйыл 2,1 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана. Өфөлә – 730 мең, Нефтекамала – 82 мең, Стәрлетамаҡта – 51700, Салауатта 41 мең квадрат метр торлаҡ майҙанын файҙаланыуға тапшырыу билдәләнгән.
2011 йылға тулы план менән БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында танышырға мөмкин. Былтыр республикала бер ярым миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.