15.01.2011 Ай байрамдарҙы билдәләмәй
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың урындағы үҙидара һәм ижтимағи ойошмалар мәсьәләләре буйынса комитеты депутаттары ҡыҙыҡлы закон проектын хупланы.
Депутаттар «БР-ҙа иҫтәлекле даталар һәм байрамдар тураһында» республика законы статьяһынан Ураҙа, ҡорбан байрамдарын билдәләүҙә «ай календарына бәйле» тигән өлөштө алып ташларға тәҡдим итте. Был даталар хәҙер йыл һайын, айға ҡарамайынса, яҡынлашып килгәндә Хөкүмәт тарафынан өс ай алдан иғлан ителәсәк.
– «Ай календары» тигән юридик термин юҡ. Шунлыҡтан ошондай үҙгәреш индерелә, – тип аңлата комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков. – Беҙҙең төбәктә байрамдар Күктәр түгел, ә башҡарма власть органдары тарафынан билдәләнергә тейеш.
2010 йылдың ноябрендә закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителгән. Тиҙҙән уны тағы бер тапҡыр ҡараясаҡтар.