15.01.2011 Дизель яғыулығы ҡиммәтләнде
«Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында һатылған «Евро» стандартындағы дизель яғыулығының хаҡы 3 ғинуарҙан 2,97 процентҡа артты. Хәҙер уның хаҡы литрына 24,3 һум тәшкил итә.
Хаҡтың күтәрелеүен дизель яғыулығына баҙар хаҡтарының артыуы менән бәйләйҙәр. Шул уҡ мәлдә «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында бензинға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды.