12.10.2018 Совет Башҡортостанына бағышланған караптар: "Белорецк" сухогруз теплоходы
1962 йылда Данияла "Наксков Скибстверфт, Бурмейстер и Вайн Копенгаген" акционер йәғиәте верфында төҙөлгән.
"Белорецк" кеүек суднолар исемлегенә "Беловодск", "Космонавт", "Белицк", "Бийск" һәм "Березники" теплоходтары ла ингән.
Белорет ҡалаһы исемен йөрөткән карапта ағас, иген, руда кеүек йөктәрҙе Куба, Европа, Африка, Һиндостан, Австралияға ташығандар.
1990 йылда иҫәптән сығарылған.