RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә – 100 йыл

11.01.2011 «Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә – 100 йыл

Баймаҡтар боронғо ҡомартҡыларға битараф түгел
«Урал батыр»  эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә  – 100 йылБашҡорт данын бөтә донъя кимәленә күтәргән меңәр йыллыҡ мәшһүр «Урал батыр» эпосыбыҙ ҙа ошо төбәктә Икенсе Этҡол ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта ятҡан Бешәтауҙа, Хәмит сәсән утарында 1910 йылда, данлыҡлы Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәребеҙ тарафынан һаҡланып, Мөхә­мәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. 1959 йылда Хәмит сәсәндең ейәне, бейеүсе, таҡмаҡсы шағир Алтынғужа Хәмитов һәм ейәнсәре, ошо юлдарҙың авторы тарафынан ҡабаттан тергеҙелә. Сөнки 1958 йылда 83 йәшлек Минһаж Абдулов шул тарихты уларға һөйләгән була. Улар ошо урында шул замандан һаҡланып ятҡан ташты күтәреп ултырта.
Нуғай, Ниғәмәт, Байым, Икенсе Этҡол ауылының оло йәштәгеләре һәр саҡ ошо хаҡта, Хәмит сәсәндең 1910 – 1913 йылдарҙа мировой судья булып һайланыуы, ошо төбәктең абруйлы шәхесе булыуы тураһында һөйләне, тик беҙ уға артыҡ иғтибар бирмәнек.
Ошо ауыл егете, ул ваҡытта Анкара университеты студенты, Ғәйнислам Ибраһимов был эпосты 1996 йылда төрөк теленә тәржемә итеп, киң билдәле китапханалар кәштәһенә һалды.
1987 йылда тарихсы-ғалим Салауат Ғәлләмов «Бөйөк Һәүбән» исемле хеҙмәтендә, Британия китапханаһында тапҡан фактик материалдарға таянып, «Урал батыр»ҙы Гомер мифологияһы менән сағыштырҙы. Салауат Ғәлләмовтың был хеҙмәте күренекле сит ил ғалимдары тарафынан юғары баһаланды. «Урал батыр»ҙың донъя кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған иң боронғо эпос булыуы бәхәсһеҙ.
Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов һәм ЮНЕСКО-ның «Урал батыр» эпосы буйынса бүлеге етәксеһе Ғәйнислам Ибраһимов менән Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайында һөйләшеү булды, унда «Урал батыр» эпосы һөйләнгән Бешәтауҙа мемориаль таҡтаташ ҡуйырға тәҡдим ителде.
Был таҡтаташты ҡуйыуҙа ауыл хакимиәте етәксеһе Илдар Рахманғолов, тарих уҡытыусыһы Мораҙым Хәлилов, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә Әлмөхә­мәтова күп көс һалды. Таҡтаташты матурлап, тирә-яғын тәртипкә килтереүҙә Хәмит сәсәндең бүләһе Риф Хәсәнов, ауылдың ветерандар советы ағзаһы Сөнәғәт Шәрәфетдинов бик ихлас ярҙамлашты. «Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөүенә 100 йыл тулды. Күптәр бик ныҡ ҡыҙыҡһына, күрше райондарҙан киләләр, студенттар килә. Баймаҡтың 4-се һәм 2-се мәктәптәре уҡытыусылары уҡыусылары менән ошо таҡтаташҡа экскурсияға килде. «Урал батыр» секцияһы етәксеһе Ғәйнислам Ибраһимов, ғалим Әхмәт Сөләймәнов һәм башҡа ғалимдар: «Беҙҙең маҡсат – боронғо ҡомартҡы юлдары аша үҫеп килеүсе быуын күңеленә изгелек орлоғо һалыу. Филологтар өсөн әһәмиәтле булыуынан тыш, «Урал батыр» – йәш быуын өсөн яңы идеология булырҙай әҫәр. Уны ятлаған, өйрәнгән бала киләсәктә яҙыҡ юлға баҫмаясаҡ, яуызлыҡ ҡылмаясаҡ. Эпос тыуған илгә, тарихыбыҙға, бөйөк үткәндәребеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, йәшәйеш ҡанундарын боҙмай йәшәргә саҡыра», – ти.
Ошо йүнәлештә Ниғәмәт урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыу­сыһы Рәзилә Сәлимйәнова бик уңышлы эш алып бара. Ул «Урал вариҫтары» түңәрәген етәкләй. Унда уҡыусылар шиғыр яҙырға, эпосты дөрөҫ ятларға өйрәнә. Ул уҡыусыларын «Урал батыр» эпосын яҙып алған урынға алып барҙы, Хәмит сәсәндең ейәнсәре менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа мәғариф отличнигы Тәнзилә Алтынғужина ла ҡатнашты. Һуңынан сәфәр буйынса бик бай йөкмәткеле асыҡ синыф сәғәте үткәрҙе. Дәрес бик фәһемле булды.

Сәлимә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
Хәмит сәсәндең ейәнсәре,
мәғариф ветераны.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә