07.09.2018 Бүләк япма Октябрьский ҡалаһына китте
йәки 25 сканвордҡа дөрөҫ яуап биргән журналист
“Йәшлек” гәзитен яратып уҡыу сылар, Аллаға шөкөр, күп. Һәр кемдең үҙ зауығы булған кеүек, һәр уҡыусыбыҙҙың яратҡан рубрикаһы йәки бите була. Кемдер спорт битен үҙ итә, бәғзеләр хикәйә, шиғыр уҡырға ярата. Күптәр өсөн билдәле шәхестәр менән әңгәмә оҡшай, “Сәләмәтлек” битен яратыу сылар ҙа байтаҡ. Уҡыусылар араһында тағы ла бер популяр бит бар: ул да булһа сканворд урынлашҡан 21-се бит. Ҡатмарлы һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргән, сер һүҙҙе лә асыҡлаған уҡыусыларҙың күп булыуын күреп, ғорурланып та, һоҡланып та ҡуям.
Йыл башында сканворд яратыусы, “Йәшлек”те даими яҙҙырып уҡыусы тоғро дуҫтарыбыҙ – Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтар “иң-иң” башватҡыс яратыусыға үҙҙәренең бүләген әҙерләгәйне. Был турала гәзитебеҙҙең тәүге һанында яҙып үткәйнек. Ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр буйынса, бәйгегә йомғаҡ яһалып, еңеүсене билдәләнек. Бүләккә Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе журналист, күптән түгел 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе Миҙхәт ШӘРИПОВ лайыҡ булды. Ул 26 сканвордтың берәүһенә генә сер һүҙҙе таба алманы.
– Бәйге барышын үҙебеҙ ҙә, редакция хеҙмәткәрҙәре лә ентекле күҙәтеп барҙы. Йылайыр районынан Венера Абдуллина менән Ейәнсуранан Венера Юлдашбаева Миҙхәт ағайҙан бер балға ғына ҡалышты, – ти Сыңғыҙовтар.
Бүләкте улар еңеүсене үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып, өйҙәрендә тапшырҙы. Бер ыңғайҙан беҙ уларҙың гөл-сәскәләргә, йәшелсә-емештәргә сумып ултырған баҡсаһын да күрҙек, фотоһүрәттәр менән таныштыҡ, 12 төрлө үләндән әҙерләгән шифалы сәйен эстек, гәзитебеҙҙең биҙәлеше һәм йөкмәткеһе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
500-ҙән ашыу саҡрым ара үтеп килеүенә Миҙхәт ағай ҙа үкенмәне:
– Башватҡыс – ул бик тә мауыҡтырғыс һәм зиһенде үҫтерә торған уйын, телмәр һүҙлеген арттыра. Шулай уҡ беҙгә, оло быуын кешеләренә, хәтерҙе һаҡларға ла ярҙам итә. Әлбиттә, сканвордтар сисеү өсөн белемле, киң ҡарашлы булырға ла кәрәк. Үҙем бик үк таныш булмаған, телмәрҙә ҡулланылмаған һүҙҙәргә юлыҡһам, уларҙы айырым дәфтәргә яҙып ҡуям. Китап кәштәһендә һүҙлектәр ҙә арта бара. Өйгә күп кенә гәзит-журнал килә, иң тәүҙә уларҙағы башватҡыстарҙы сисә башлайым. Тәү сиратта башҡорт телендәге баҫмалар, аҙаҡ инде “Московский комсомолец” гәзитенә тотонам, – ти ул.
Башватҡыс сисеү ҡайһы саҡта ҡомарлы уйынға ла оҡшап китә икән, тик һәйбәт яҡтан. Миҙхәт ағай хатта бер тарихты һөйләп, беҙҙең күңелдәрҙе лә күтәреп ебәрҙе. Сираттағы сканвордта Гөлсәсәк Шәрипова башҡарған йыр тураһында һорау булғас, ул яуап яҙа ла, күңелендә шик тыуғас, йырсының үҙе менән һөйләшеп ҡарарға була. Интернет селтәре аша телефон номерын табып, Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙына шылтыратып, уны дөрөҫләп ҡуя. Бына шундай хәлдәр ҙә була башватҡыс яратыусылар араһында.
Фәһимә апайҙың үҙ ҡулдары менән бәйләгән сканворд шаҡмаҡтары кеүек биҙәкле япма, шулай итеп, үҙ хужаһын тапты. Бәйге тамам, әммә 21-се биттә яңы башватҡыстар ҙа, бәйгеләр ҙә дауам итә. Беҙҙең менән бергә булығыҙ, һөйәрмәндәр һәм көйәрмәндәр!
Гөлнур ҠЫУАТОВА.