11.01.2011 Милли проект буйынса бүленгән ҡорамалдар дөрөҫ файҙаланыламы?
БР Контроль-иҫәп палатаһы тарафынан «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында медицина ҡорамалдарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге, республиканың 7 муниципаль берәмегендә 8 дауалау учреждениеһы тикшерелде.
Тикшереү барышында асыҡланған төп проблемалар диагностика-медицина ҡорамалдарын үҙәкләштерелгән һатып алыуҙы ойошторғанда ҡағиҙә боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуға бәйләнгән. Уларҙы һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу осраҡтары асыҡланған. Ведомство башлығы Салауат Харрасов миҫал итеп Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында төҙөлгән ҡан тамырҙары үҙәген килтерҙе. Унда техник яҡтан төҙөк булмау арҡаһында 20 миллион һумлыҡ ҡорамал һигеҙ ай самаһы буш торған.