11.01.2011 Республика башлығы енәйәттәрҙе асыҡлауҙы арттырырға талап итте
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен енәйәттәрҙе, беренсе сиратта, ауыр енәйәттәрҙе асыҡлауҙы арттырырға саҡырҙы.
Уның әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостанда теркәлгән енәйәттәрҙең һәр өсөнсөһө асылмайынса ҡала. Бынан тыш, вазифалы кешеләрҙең енәйәттәрен йәшереү кеүек кире тенденция таралған. ҡайһы берҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәтте асыҡлау урынына уны теркәүҙән баш тарта.
– Ошо рәүешле эш итеүселәр ысынында иһә енәйәтте йәшереп, енәйәтселәргә булышлыҡ итә, – тине Президент. – Быйыл декабрҙә генә республика Прокуратураһы ошондай енәйәтте йәшереүҙең 40 фактын асыҡланы. Шуға күрә хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселегенә енәйәтте теркәүҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡәтғи саралар күрергә кәрәк. Әгәр республикабыҙҙа тәртип урынлаштырмаһаҡ, иртәме-һуңмы беҙҙә лә Кущевская станицаһындағы кеүек хәлдәр килеп тыуыуы ихтимал.