10.05.2018 Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Мин техникумда уҡыйым. Уҡыуҙан буш ваҡытымды спортҡа бүләм, егет кеше булһам да, шиғриәт менән ҡыҙыҡһынам. Күңелемә ятҡан бер матур шиғыр менән мәҡәләмде башлайым:
Һәр бер шаҡыуға ул ишек аса,
Аса төнөн, аса көндөҙөн.
Сәйен яһай, балын, майын ҡуя
Һәм һорамай кемдең кемлеген.
Уйламай ҙа быны изгелек тип,
Борондарҙан килә был ғәҙәт.
Бөйөклөгө менән һоҡландыра
Ихласлыҡтан тыуған шул әҙәп.
Табынам тик ошо яҡшылыҡҡа,
Ниндәй ябай уның үлсәме.
Ҡунаҡ ҡына түгел, дошманға ла
Һөйөү аша һөйөү күскәне...
(Йомабикә Ильясова).
Илебеҙ Президенты Владимир Путин Указы менән 2018 йыл Ирекмән йылы тип раҫланды. Ошоға арнап, февралдә Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда байрам концерты үтте. Унда әүҙем тормош яҡлы, һәр ваҡытта ярҙамға килергә әҙер булған Башҡортостан волонтерҙары ҡатнашты.
Кемдәр ирекмән була ала? Улар рәтенә инер өсөн ниндәй эштәр башҡарырға, ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
Был ағымдың тарихы ХХ быуат башына барып тоташа. Барыһына ла билдәле булған «Тереза-әсә» үҙенең тормошон ирекмәнлеккә бағышлай. Ангес Гонджа Бояджиу 1910 йылдың 26 авгусында Македонияла донъяға килә. Күп балалы ғаиләне әсәһе яңғыҙы ҡарап үҫтерә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ҡыҙ, кешеләргә ярҙам итеү өсөн Ирландияға, ә аҙаҡтан Һиндостанға юллана. Бер нисә йыл үткәс, «Тереза-әсә» тигән псевдоним ала. Был ябай крәҫтиән ҡатын-ҡыҙы һәр ваҡыт Ер шарының «ҡыҙыу нөктәләре»ндә була, кешеләргә ярҙам итә. Оло йөрәкле хатын тураһында бит күп китап яҙылған, фильм төшөрөлгән. Яңыраҡ ҡына уның тормошонда булған ваҡиғалар хаҡында уҡыным. Бына унда нимә тип яҙылғайны «…Бер мәл етет дауахана ҡапҡаһы эргәһендә йәш ҡатынды ҡалдырып китә. Дауаханала уны ҡабул итмәйҙәр, күргәндәр күҙҙәрен йомоп, ситләп үтеп китә. Тереза уны күреп ҡалып, йыуындырып, уның һуңғы минуттарында янында була. Был йәш ҡыҙ Терезаға йылмайып донъя ҡуя...»
Тормошта беҙ төрлө кеше менән осрашабыҙ. Уларҙың йөҙҙәренә ҡарап, күп нәмәне әйтеп була. Шат йылмайған, тәрән уйға батҡан, нимәгәлер борсолған, ә иң ҡурҡынысы – битараф булған кеше. Эйе, әҙәмдең кәйефһеҙ сағы, үҙенең проблемалары менән тирә-яҡта ниндәй хәл-ваҡиғалар барғанына иғтибар итмәгән ваҡыты булыуы мөмкин. Ғаиләләге ауырлыҡтар, аҡса һәм эш юҡлығы күп осраҡта халыҡты битарафһыҙлыҡҡа килтерә.
Әгәр ҙә икенсе кешегә ярҙам кәрәк булһа, күптәр: «Ниңә уға ярҙам итергә тейешмен? Минең дә ауыр саҡтарым булды, берәйһе килеп ярҙам иттеме?» – тип уйланып ҡала. Юҡ, кешеләр ярҙам ҡулы һуҙманы, сөнки улар ҙа һинең кеүек уйлап ҡына ҡуйҙы. Бәлки был кеше ябай ғына әңгәмә, йылы һүҙгә мохтаж булғандыр?
«Һүҙ менән кешене терелтеп тә, үлтереп тә була», – тигән ата-бабаларыбыҙ. Ә бит күбеһе ҡурҡа, өндәшмәй торайым, йә берәй ниндәй ярҙам һорап ҡуйыр, тип шөрләй. Бына шунан башлана тирә-яҡтағыларға ҡарата мәрхәмәтһеҙлек.
Ирекмәндәр ошондай проблемаларҙы хәл итеү өсөн үҙҙәренең эштәрен башҡара. Улар төрлө йәштәге кешеләр – мәктәп уҡыусылары, студенттар йәки үҙ ваҡыттарын бүлеп, ярҙам итергә теләгән төрлө өлкәләрҙәге эшләп йөрөүсе апай-ағайҙар. Волонтерҙар ҡарттар һәм балалар йорттарына кәрәкле әйберҙәрҙе алып бара, концерт ҡуя, фотоға төшөрә, яҡшы кәйеф бүләк итә. Иң мөһиме – улар быны изге күңелдән башҡара, яҡшылыҡтары өсөн бер нәмә лә һорамай.
Бындай кешеләрҙең изге эштәре уларға кире әйләнеп ҡайтыр тип ышанам. Сөнки изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Ташҡа яҙылмаһа ла – кешеләр күңелендә була. Ирекмәнлек эшен дауам итеүселәр күберәк булһын, тигән өмөттә ҡалам.
Ильмир ИБРАҺИМОВ,
Өфө радиоэлектроника колледжының 2-се курс студенты.