RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!

10.05.2018 Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!

Халҡыбыҙҙың һәр вәкиле башҡорт телен белергә тейеш. Сөнки туған тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул күңел нуры ла. Ул беҙҙең тән, һәр күҙәнәгебеҙҙең теле. Ошоно һәр ата-әсә тоя белергә бурыслы. Туған телһеҙ кеше – йәнһеҙ ғәрип. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ниндәй телдә һөйләшә, һеҙ шул милләткә хеҙмәт итәһегеҙ тигән һүҙ.
Бына, мәҫәлән, Бөрйән районының төпкөл Әтек ауылында Молдавиянан килгән Михаил Грецу йәшәй. Ул урындағы халыҡ телен өйрәнгән һәм саф башҡорт телен­дә географиянан уҡытҡан. Етмәһә, халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеге – ҡымыҙҙы оҫта итеп әҙерләй. Ә был хәл бер кемде лә аптыратмай.
Бала саҡтан халҡымдың моңло йырҙарын, иҫ киткес матур әҙәбиәтен, тарихын өйрәнергә тырышам. Ябай ғына итеп әйткәндә, ауыл тарихты һаҡлаусы, рух сығанағы, тәбиғилек, илһам шишмәһе булып тора. Шәжәрәһен, тарихын белмәгән, йолаларын тотмаған, үҙ телен һанға һуҡмаған кеше милләте тураһында уйлап та бирмәйәсәк. Һәр кеше тәү сиратта телен, ғөрөф-ғәҙәтен, ауыҙ-тел ижадын белергә тейеш. Сөнки рух тик тел, йыр-бейеү, ауыҙ-тел ижады аша тәрбиәләнә.
Минең тыуған районым Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашкан. Мәсетле районы – күпселек халҡы башҡорт милләтле төбәк һәм шуға унда туған тел мәсьәләһе юҡ кеүек. Әммә телебеҙҙең яҙмышы мине генә түгел, халҡы, ере өсөн янып йәшәгән башҡаларҙы ла борсой. Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтергә булыр ине. Сөнки юғары технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Шуға ла балаларҙың аң-белеме ныҡ үҫешкән, хатта ололарҙан уҙҙырып та ебәрәләр. Йәнһүрәттәрҙе лә рус телендә ҡарап, компьютерҙа уйын уйнап, бик күптәренең үҙ телен генә түгел, ата-әсәләрен дә онотоуы ихтимал. Башҡорт балаһының телен белмәүендә кем ғәйепле һуң: үҙ балаһына ваҡыт таба алмаған атай менән әсәйме, әллә тыуған мөхиткә һөйөү тәрбиәләй алмаған балалар баҡсаһы менән мәктәпме?
90-сы йылдарҙа ҙур ыҙалыҡ менән яуланған үҙаллылыҡ емеше – дәүләт статусы алған телебеҙ һаҡлауға мохтаж. Бар ауырлыҡ дәүләт системаһына – башҡорт телен уҡытыуҙы яңы үрҙәргә күтәрергә тейешле уҡытыу­сылар иңенә төшә. Ҡулайлаштырыу шарттарында башҡорт телен уҡытыу, арлы-бирле тартҡылап, “тишектәрҙе ямау”ға, дәрестәре етмәгәндәрҙең сәғәтен тултырыуға ҡайтып ҡалыуына сик ҡуйылмаһа, ЮНЕСКО-ның фаразы раҫ булып, башҡорт теленең киләсәктә бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал.
Донъяға килгән һәр бала үҙенә тура килгән тел менән яратылып тыуа. Ошо телде уға өйрәтеү өсөн ата-әсә яуап­лы. Сөнки тел асҡысы булыуы тәү сиратта уларға бәйле. Ләкин хәҙерге ғаиләләрҙең бәғзеләре, балаһы оятҡа ҡалмаһын тип, сабыйҙың теле асылыу менән уны русса өйрәтә. “Мам”, “пап” тип һөйләшкән баланың рухлы башҡорт булыуы икеле. Әгәр ҙә кеше ете йәшкә тиклем үҙ телендә аралашһа, уны ғүмер буйы онотмаясаҡ. Шуның өсөн һәр атай һәм әсәй сабыйына туған теленә һөйөүҙе тыуғас та тәрбиәләргә бурыслы.
Башҡортса һөйләшкән оло быуын вәкилдәре менән бергә телебеҙ ҙә бөтөү өҫтөндә түгелме? Сағыштырыу өсөн миҫал: ауылыбыҙҙа татар милләтле әбей йәшәй. Башҡорт еренә йәш кенә көйө килен булып төшкән. Тырышып донъя көттө, ауылдаштары менән ихлас аралашты, күрше-тирәһен хөрмәт итте. Тик ғүмере буйына үҙ теленә хыянат итмәне, татарса һөйләште. Ә башҡорт ҡыҙҙары сит милләт кешеһенә кейәүгә сыҡтымы, үҙ телен йәһәт кенә онота һала, балаһы тыуһа, ире ниндәй милләттән – шуның исемен ҡуша. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе.
Кеше үҙ телен һаҡлап алып ҡалам тиһә, ул ошо эшкә бар көсөн һалырға тейеш. Беренсенән, бар ерҙә лә башҡорт телендә һөйләшеү; икенсенән, киләсәк быуынға туған телде тапшырыу; өсөнсөнән, үҙ милләтеңдең йолаларын, тарихын һәм ғаиләңдең шәжәрәһен белеү мөһим. Әгәр шуларҙы үтәмәһәң, һинең тырышлығың юҡҡа сығасаҡ.
Яҙғанымды йомғаҡлап, шуны әйткем килә: туған телебеҙҙе онотмайыҡ, уны бөтөрөүгә юл ҡуймайыҡ. Сөнки киләсәк быуынға үҙ телебеҙҙе тапшырыу – беҙҙең оло бурыс. Юҡҡа ғына халыҡ: «Әсә теле бер була», – тип әйтмәгән.

Наҙгөл МОФАЗАЛОВА,
Яңы Мишәр урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Мәсетле районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә