RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

28.12.2010 Өс һөйләм менән

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, «РЖД» тимер юл вокзалдары дирекцияһы начальнигы Сергей Абрамов Өфө станцияһының вокзал комплексында булып, яңы биналарҙың пассажирҙарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер булыуын ҡараны – Өфө тимер юл вокзалының беренсе сираты файҙала­ныу­ға тапшырылды. Эска­латор­ҙар, траволаторҙар, мәғлүмәттәр таблоһы, электрон белешмә системаһы, билет кассалары эшләй, конкорс аша платформаға өс юл асыл­ған. БР Хөкүмәте менән «РЖД» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ғәмәлдәге тимер юл вокзалын реконструкциялау һәм транспорт-күсереп ултыртыу узелын булдырыу буйынса проект инде, унда Башҡортостан территорияһындағы ете тимер юл вокзалын реконструкциялау проекттарын бойомға ашырыу ҙа ҡаралған.

РФ Пенсия фонды менән килешеү буйынса почта хеҙмәткәр­ҙәре аҡсалата түләүҙәр алыу графигы 2 ғинуарға тура килгән граждандарға пенсиялар һәм пособиеларын декабрҙә үк килтереп бирәсәк. 2011 йылдың 3 ғинуарынан 10-ына тиклем түләнергә тейешле пенсиялар һәм пособиелар ҙа билдәләнгән графикка ярашлы биреләсәк, пенсияларын 7, 8 һәм 9 ғинуарҙа алыр­ға тейешле кешеләргә лә улар ваҡытынан алда алып барып тапшырыласаҡ. Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар алыусылар айлыҡ түләүҙәр, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләүгә айлыҡ субсидиялар, пенсияға өҫтәмәләр, бала ҡарау буйынса түләүҙәр ҡәҙимге график буйынса еткереләсәк.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының йәш ғалимдары көнө асыла. Ике көн дауам итәсәк сарала республика йәш ғалимдарының һәм белгестәренең ултырышы, Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республика­һын­дағы төбәк бүлексәһенең кәңәшмә-семинары үтәсәк. ҡатнашыусылар Башҡортостандың фән һәм мәғариф өлкәһендәге дәүләт һәм бизнес структураларына, республика вуздары һәм академик институттары етәкселәренә, йәштәр йәмәғәт ойошмаларына төбәлгән тәҡдимдәр ҡабул итәсәк.

Былтыр Башҡортостандың банкылар секторында кредит биреү күләме 27,2 процентҡа артҡан. Республиканың аграр секторы өсөн иҫ киткес ҡоролоҡ менән бәйле уңышһыҙ йыл булыуға ҡарамаҫтан, агропредприятиеларға быйыл кредиттар күберәк бирелгән. Ун бер айҙа ғына Башҡортостандың аграр секторына кредит биреү күләме 6,7 миллиард һумға еткән.

Башҡортостанда ҡар яуыуы аҙнаның икенсе яртыһында ғына туҡтаясаҡ. «Башгидромет»тың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, һауа температураһы был көндәрҙә өс-һигеҙ градус һыуыҡ буласаҡ. 30 декабргә ҡарай төндә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә, 10 – 15 градус тәшкил итәсәк, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 20 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал, ә иң һыуыҡ төн 31 декабргә тура киләсәк, республика буйынса һауа температураһы – 17 – 22 градус, төньяҡ райондарҙа 30 градус һыуыҡ буласаҡ.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика муниципалитеттарына коммуналь техниканың һуңғы партияһы асҡыстарын тапшырҙы. 2010 йылда Рәсәй һәм Башҡортостан бюджетынан 51 коммуналь техника берәмеге һатып алыу өсөн 78 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Киләһе йылда ла муниципалитеттар коммуналь техника аласаҡ, тик бының өсөн улар яңынан программаны ҡушма финанслау мәсьәләһендә әүҙемлек күрһәтергә тейеш.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә