RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемдәр Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә киләсәген билдәләйәсәк?

15.12.2017 Кемдәр Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә киләсәген билдәләйәсәк?

Кемдәр Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә киләсәген билдәләйәсәк?
йәки #UfaForum өмөтлө идеялар майҙанына әүерелеп бара

Һеҙ берәй ҡасан дәүләт йәки башҡалар тарафынан ойошторол­ған форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә үҙегеҙҙе күршегеҙгә сәй эсергә ингән ҡунаҡ кеүек тойғанығыҙ бармы? Моғайын, юҡтыр. Бындай тойғо, ғәҙәттә, тик ихласлыҡ мөхитендә ғына тыуа. Уның өсөн һеҙ килгән урында барыһы ла яҡты күңелле, бер-береһенә ҡарата туғандарса ҡарашта булырға тейештер. 1 – 3 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа уҙған “UfaForum” был йәһәттән айырым иғтибарға лайыҡ. Сөнки ул милләтебеҙгә мөкиббән ғашиҡ һәм уға тик яҡты киләсәк теләгән кешеләр тарафынан ойошторолдо.

Ысынын әйткәндә, форумдағы мөхитте тулыһынса һүрәтләп бөтөп тә булмайҙыр. Халыҡ әйтмешләй, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр барып күреүең яҡшы. Әммә ни сәбәптәндер килә алмаған йәки килергә теләмәгәндәр өсөн шулар­ҙы әйтәйек: һеҙ башҡорт йәштәренең яҡтылыҡ тиҙлеге менән елеп барған донъя артынан һикереү мәлен күрмәй ҡалдығыҙ. Был мәл ни хәтлем бөйөк икәнлеген дә тойманығыҙ. Киләсәктә кемдәр Баш­ҡортос­тандың ғына түгел, хатта Рәсәйҙең дә булмышын билдәләйәсәген төшөнмәнегеҙ. Йәл.
Форумды быйыл Башҡорт проекттары ойошмаһы, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһындағы Баш­ҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Си­ләбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы, Башҡортостан республикаһының Яҡташтар ассоциацияһы, Баш­ҡорт асыҡ КВН лигаһы активистары ойошторҙо. Әлбиттә, бындай оло сараны юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн уларҙың партнерҙары ла тейешле кимәлдә булды. Мәҫәлән, Баш­ҡортостан Респуб­ликаһының Йәш­тәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәй Прези­дентының бойороғо менән 2013 йылда булдырылған “Интернет инициативаларҙы үҫтереү фонды”, “Төрөк һауа юлдары” авиакомпанияһы, KFC халыҡ-ара ресторандар селтәре кеүек атамалар үҙҙәре үк күпте һөйләй.
Өс көн дауам иткән марафонда ҡунаҡтар 26 йүнәлеш буйынса лекциялар тыңлау, “Umarta – проекттар оҫтаханаһы”нда ҡатнашып, компетентлы эксперттар ярҙамында үҙҙәренең инновацион идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булды. Форумдың икенсе көнө йәштәрҙең Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев менән фекер алышыуынан башланып китте. Байтаҡ ҡына дауам иткән “мотлаҡ булырға тейешле” рәсми өлөштән һуң һүҙ форумға саҡырыл­ған Мәскәү, Сколково ҡунаҡтарына бирелде. Шунда башланды ла инде аудиторияның үҙаңын түңкәреп һалып киләсәк образын тыуҙырыу.
Һеҙ Индустрия 4.0 хаҡында быға тиклем ишеткәнегеҙ бармы? Ғөмү­мән, ни өсөн “Индустрия 4.0” һуң ул? Сөнки, ғалимдар фекеренсә, кешелек быға тиклем өс сәнәғәт революцияһын кисергән һәм бөгөн уның дүртенсе этабы башланып тора икән. Был этапта дигитализация (digitalization) – донъялыҡтың бөтә туплаған мәғ­лүмәтен цифрлы формаға күсереү процесы бара. Бының өсөн үтә ҙур күләмле мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүсе суперкомпьютерҙар кәрәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн гаджеттар хатта хужаларының теләгенән тыш бер-береһе менән бәйләнешкә инә, “һөйләшә” башлаған. Ә киләсәктә ниндәй шарттарҙа йәшәргә кәрәк булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.
Дмитрий Бекасовтың сығышынан бер өлөш (индустрия 4.0 дигитализацияһы буйынса әйҙәүсе белгес, SIEMENS компанияһының Иҙел буйы төбәге менеджеры): “...Күҙ алды­ғыҙға килтерегеҙ: иң алдынғы, иң ҡатмарлы, иң яҡшы технология бу­йынса етештерелгән берәй ҡорамалды бер ниндәй ҙә тигәндәй сығымһыҙ тикшереп ҡарау мөмкинлеге бар. Былар бөтәһе лә, үтә ҙур күләмдәге мәғлүмәттәрҙе эшкәртә алған махсус программа ярҙамында, ысынбарлыҡтағы донъяның бөтөн булған процестарын виртуаль донъяға күсергәндән һуң эшләнә. Ҡыҫ­ҡаһы, һеҙ виртуаль рәүештә тотош предприятиеларҙы проектлаштырып, уларҙа эшләйәсәк кешеләрҙе лә “булдырып”, был “хеҙмәткәрҙәр” һеҙҙең буласаҡ заводығыҙҙың ҡайһы ерендә йәрәхәт алыу мөмкинлектәрен, йыһаздарығыҙҙың ниндәй кө­сөргәнеш кисереүен, ҡасан нимә ватылырын, етештергән тауары­ғыҙ­ҙың баҙарҙа кәрәк булыу-булмауын да алдан уҡ һанап сығара алаһығыҙ! Был мөмкинлек һеҙгә киләсәккә тәҙрә аса тиергә мөмкин...”
Александр Ларьяновскийҙың да фекерҙәре иғтибарға лайыҡ (Ян­декс компанияһының халыҡ-ара үҫеш буйынса директоры вазифаһынан китеп, Skyeng – инглиз телен онлайн өйрәнеү платформаһын булдырыу­сы): “...Минең уйымса, арттан әүҙем төрткән кишер алдыңда ятҡанға ҡарағанда яҡшыраҡ тәьҫир итә... Бөгөн кешеләр элеккесә дәрестә ултырып ҡына белем алырға тейеш тә түгел, теләмәйҙәр ҙә. Онлайн уҡытыу – киләсәк емеше, сөнки ул уҡытыусыға ла, уҡыусыға ла бер урынға бәйләнеп ултырыуҙан азатлыҡ тәҡдим итә. Бында ни бары уҡытыусыға үҙенең уҡыусыһына мотивация йәһәтенән нисек тәьҫир итә алыуын ғына уйлап табырға кәрәк...”
Социаль йүнәлеш буйынса актив эшләгәндәргә Наталья Алиева (Рә­сәй Федерацияһы Президенты грант­тары фондының төбәк үҫеше департаменты етәксеһе) әйткәндәре ҡыҙыҡ булғандыр: “... Социаль йүнәлеш буйынса проекттарға фонд та­рафынан 7 млрд һум күләмендә бюджет бүленгән. Гранттарҙы нисек алыу мөмкинлеген президентскиеранты.рф сайтынан ҡарап белә алаһығыҙ. Бөгөн гранттарҙы биреү процедураһы мөмкин тиклем ябайлаштырылған. Шуға ҡурҡып ултырмағыҙ, бәхетегеҙҙе һынағыҙ һәм изге эшегеҙгә аҡса алығыҙ...”
Конгресс-холдың төп залында булған был сығыштарҙан һуң халыҡ үҙенә ҡыҙыҡлы йүнәлештәр буйынса төрлө урында ойошторолған секциялар буйлап таралды. Әйткәндәй, “UfaForum” республикабыҙҙа уҙғарылған башҡа бындай сараларҙан иң тәүҙә it өлкәгә иғтибары, юғары фәнни технологияларҙы алға ҡуйыуы менән айырылып тора. Әлбиттә, барлыҡ 26 йүнәлеш буйынса бер юлы йөрөп сығыу мөмкин түгел ине һәм был кәрәкмәй ҙә. Ойоштороусылар уйы буйынса, һәр кем үҙ ихтыяжынан сығып, ниндәй юҫыҡта үҫергә теләй, шул тарафты һайлап китергә тейеш ине, һәм был маҡсат тормошҡа ашырылды.
Айырым иғтибарҙы “Umarta – проекттар оҫтаханаһы”на бүлергә кәрәктер. “Umarta” – “UfaForum”дың перспектив идеяларҙы тормошҡа ашырыусы практик ҡоралы. Бында теләгән һәр кем үҙенең идеяһын тәҡдим итә ала һәм уға төрлө өлкә белгестәре, тирә-яҡтағы кешеләр үҙҙәренең фекерҙәрен әйтеп йә идеяһын тормошҡа ашырырға, йә, тейешле дәлилдәрен килтереп, “бешеп сыҡмаҫтай”ҙан баш тартырға ярҙамлаша. Иң уңышлы проекттарға старт бирер өсөн хатта приз фонды ла ҡаралған – 100 000 һум! Быйыл был аҡсаны өс команда бүлеште: киләсәктә QR кодтарҙы алмаштырасаҡ NFC кодтарҙы үҫештереүселәр – 20 000 һум, авиация сәнәғәтендә революция ойошторасаҡ вентилле электр двигателдәрен уйлап табыусылар – 40 000 һум һәм смартфон ярҙамында ғына фатир­ҙарҙы ҡуртымға алыу, йәшәү өсөн хаҡын түләү мөмкинлеге биргән IFlat проектын уйлап табыу­сылар 40 000 һум күләмендәге приз алды. Ғөмүмән, “Umarta” һымаҡ проекттар республикабыҙҙа күберәк ойошторолһа, беҙ, моғайын, япониялағы кеүек булмаһа ла, әммә шуға яҡын технологияларға эйә булыр инек...
Шулай, “UfaForum”дың башынан аҙағынаса йөрөлһә лә, уның киңлеген бер нисек тә иңләп булманы. Аллаға шөкөр. Юғиһә Башҡортос­танда йәштәр өсөн уҙғарылған сараларҙың иң шәбе тигән статусын юғалтыр ине. Ә былай... Барыһы ла үҙ урынында. Рәхмәт ойоштороусыларға. Был – бөтәһе өсөн дә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә.

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә