25.12.2010 Башҡаса булыуы мөмкин түгел!
Рәсәйҙә Яңы йыл, ғәҙәттә, хаҡтар күтәрелеүҙән башлана. Яңы йыл төнөнән һуң күҙҙәрен тырнап асҡандар йығылып китмәһен: инфраструктура монополиялары, тағы ла үҙ файҙаһы яғын ҡайырып, күп нәмәгә хаҡтарҙы күтәртеүгә өлгәшкән.
Мәҫәлән, халыҡ өсөн газға тарифтар 15 процентҡа, электр энергияһына – 13 – 15, коммуналь хеҙмәттәргә – 15, тимер юл буйлап йөк ташыуға 8 процентҡа артасаҡ. Бынан тыш, төбәктәргә һыу өсөн дә хаҡты күтәреү рөхсәт ителгән – уны 10 проценттан 20-гә тиклем арттырыу көтөлә. Автозаправкалар хужаларының да «ҡулдарын сискәндәр» – 1 литр яғыулыҡ хаҡы яҡынса 2 һумға тиклем күтәреләсәк.
Билдәһеҙ, яҡшығамы, насарғамы, әммә һыра, тәмәке һәм көсһөҙ алкоголь эсемлектәренә лә хаҡтар артасаҡ – акциздарҙың йыл эсендә 30 – 40 процентҡа артыуы ихтимал.
Рәсәй халҡының эш хаҡтарын кәметеү, премия фондтарын бөтөрөү, эш урындарын ҡыҫҡартыу фонында бөтә тауарҙар һәм хеҙмәттәргә лә хаҡтарҙы арттырыуҙарын үҙ «тиреһендә» тәүгә кисереүеме ни! Бөтә донъя көрсөгө ваҡытында астан үлмәгәнде, хаҡтар күтәрелеүенә генә тағы ла сыҙарбыҙ әле, эйе бит, йәмәғәт?!