RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

21.12.2010 Донъя яңылыҡтары

Лукашенко еңде
Белоруссияла Президент һайлау­ҙары үтте.
Унда ғәмәлдәге ил башлығы Александр Лукашенко еңеп сыҡты. «Батька» өсөн һайлаусыларҙың яҡынса 80 проценты тауыш биргән. Лукашенконан һуң Андрей Санников килә – уны һайлаусылар 2,56 процент тәшкил итә.
Тик был һайлауҙар тыныс ҡына үтмәне. Оппозиция тыуҙырған тәртипһеҙлектәр арҡаһында Минск ҡалаһында электр уты ла һүнеп торҙо. Шунлыҡтан илдең Үҙәк һайлау комиссияһында төн буйы та­уыштарҙы барлай алмай аптырашып ултырҙылар.
Оппозиция ойошторған ығы-зығы арҡаһында меңләгән кеше ҡулға алынды. Халыҡ, урамдарға сығып, һайлауға ҡарата кире ҡараш белдер­ҙе. Митингыға сыҡҡан кешеләрҙе тынысландырыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тауыш сығарыусы гранаталарҙы ҡулланырға мәжбүр булған. Урам­дарға сығыусыларҙы тыныс­ландырыу барышында хатта Пре­зидент һайлауҙарында ҡатнаш­ҡан кандидаттар ҙа яраланған. Уларҙың ҡайһы берҙәре әле һаман да дауаханала ҡала.

Беҙгә холера янай
Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Геннадий Онищенко билдәләүенсә, Гаитиҙа ҡоторған холераның бөтә донъя эпидемияһына әүерелеп китеүе ихтимал.
Уның әйтеүенсә, ХХI быуатта яңы пандемия башланыуы бар. Һәр хәлдә, бөгөн әллә күпме кешенең ғүмерен өҙгән бәлә глобаль булырға оҡшай. Холераның быға тиклем билдәле булмаған сифаттары ла асыҡлана башлаһа, хәл ныҡ ҡатмарлашасаҡ.
ХХ быуатта донъяла ете тапҡыр холера пандемияһы теркәлгән. Әлбиттә, Гаитиҙа бындай ҡот осҡос ауырыуҙың таралыу сәбәптәрен асыҡлау өсөн төрлө ойошмалар төҙөлә. Ләкин хәҙер был афәт өсөн кемдең ғәйепле булыуын эҙләүҙән бигерәк, уның таралып китмәүен ҡайғыртырға кәрәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Гаитиҙа әле 114 мең кеше холера менән ауырый. Үлеүселәрҙең һаны 2535-кә еткән.
Илдә медицина торошо быға тиклем дә шәптән түгел ине. Ер тетрәүҙән һуң халыҡ ысын мәғәнәһендә урамда йәшәй. Етмәһә, Доминикан Республикаһында ла холера эләктергән кешеләр йышыраҡ асыҡлана башлаған. Тимәк, был илгә ял итергә барыу миналы ялан буйлап йөрөүгә тиң.

Көрт баҫты
Бельгия үткән ял көндәрендә яуған ҡарҙан ыҙа сигә.
Белгестәр әйтеүенсә, илде бер көн эсендә ай ярымда яуырға тейешле ҡар баҫҡан. ҡар аҫтында ҡалып һәләк булыусылар тураһында хәбәрҙәр килә башланы ла инде.
Илдә транспорт насар йөрөй, поездар хәрәкәте туҡтатылған, аэропорттар ябыҡ тора.
Шуныһын да күҙ уңында тоторға кәрәк – Бельгияның бер ваҡытта ла көрткә сумғаны булмаған. Унда, башлыса, көндәр йылы тора. Шуға ла урындағы халыҡ был тиклем ҡар менән нимә эшләргә белмәй йонсой.

Сәбәптәре ҡайҙа?
Үткән көндәрҙә бөтә Рәсәйҙе шаулатҡан дөмбәҫләшеүҙәрҙең эҙемтәләре һаман да бөтмәй.
Үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ: үҙәк телевидениенан көн-төн ошо хәлде тикшереп, тапшырыуҙар күрһәтәләр. Һәр кем уның сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
Әле Мәскәү өлкәһендә «славяндар» һәм «кавказдар» араһында сыҡҡан ығы-зығыла ҡатнашыуы мөмкин булған 460 кеше ҡулға алын­ған. Быға тиклем милицияға эләккәндәр ҙә байтаҡ. Уларҙың күпселеге – бәлиғ булмағандар һәм йәштәр. Бәлиғ булмағандар, әллә ни ғәйебе асыҡланмағандар менән милиция хеҙмәткәрҙәре профилактик һөйләшеүҙәр алып бара.
Хәҙер бер генә проблема тора – урамдарҙа кешеләрҙең ойошоп һуғышыуын булдырмау.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә