RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бала күңеле

11.08.2017 Бала күңеле

Бала күңеле
Бөгөнгө көндөң матурлығына иҫең китерлек. Яҙ килгәнгәме, ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә, ҡалын ҡар ҡатламдары әкренләп ирей бара.
Магазинға аҙыҡ-түлек алырға ингән мәлемдә бер бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың әсәһенең итәгенә йәбешеп ҡысҡырып илағаны иғтибарымды йәлеп итте. Бала тынысланырға уйламай ҙа, тирә-яғындағы кешеләрҙе лә күрмәй, әсәһенең әрләүе лә бер нисек тә йоғонто яһамай. Ҡыҙҙың ике күҙе лә витрина аҫтындағы “киндер шоколад”та, яу булып яҡынынан ошо тәмлекәсте һаттырып алдырырға теләй. Әсәһенең үҙәгенә үтеп илаған был балаға ҡарап ҡасандыр яҡын ғына танышым һөйләгән ваҡиғаны иҫемә төшөрҙөм.
– Беҙ үҫкән саҡта магазин кәштәләре хәҙерге кеүек аҙыҡ-түлектән, емеш-еләктән һығылып торманы, – тип башлағайны ул хәбәрен. – Ул заманда бар нәмә лә дефицит ине. Икенсенән, аҡса ла юҡ. Ауыл ерендә ул ваҡытта һәр ғаиләлә кәмендә дүрт-биш бала. Шуға күрә күп ғаиләнең балаларына көн һа­йын кәнфит менән печенье ашатырға мөмкинлектәре лә булманы. Дефи­цитҡа өйрәнгәйнек инде, тәм-том юҡ­лыҡҡа артыҡ иғтибар ҙа бирмәнек. Өҫтәлдә күпереп торған икмәк, һөт-ҡаймаҡ булһа, шул еткән беҙгә. Тырышып уҡыныҡ, хеҙмәт менән тәрбиәләнеп үҫтек. Шау-гөр килеп уйнарға ла өлгөрҙөк, иң мөһиме, “юҡлыҡ” заманы беҙҙе һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә, һаҡсыл ҡарарға өйрәтте.
Хәҙер генә сауҙа кибеттәре аҙым һайын, ә ул йыл­дар­ҙа ауылдарҙа магазиндар ҙа әҙ була торғайны. Етмәһә, продукция төрлөлөгө лә бик наҡыҫ. Хәтеремдә, бер көндө әсәйем мине магазинға шәкәр менән май һатып алырға ебәрҙе. Шәкәрҙең формаһы ул заманда ҙур шаҡмаҡ рәүешендә ине. Кәнфиттәрҙең дә бер нисә генә төрө булды. Беҙ яратып ашаған “Мишка на Севере” шоколадын яҡшы хәтерләйем, тәме әле лә тел осонда ҡалған, ә хаҡы бик ҡиммәт ине.
Магазинға килеп инеү менән иң һуңғы булып сират­ҡа баҫтым. Кеше күп кенә, минән алда торған өс ҡатын уҙышмаҡтан донъя хәлдәре менән бүлешә. Шул саҡ ишекте шар асып, магазинға Ләйлә апай – әсәйемдең бер туған һеңлеһе килеп инде. Башҡаларҙан тәкәбберлеге, эрелеге ме­нән айырылып торған апай. Үҙе уҡытыусы, шуға ҡарамаҫтан, холҡо ауыр, кешеләргә хас ябайлыҡ, бер ҡатлылыҡ тигән сифаттарҙан мәхрүм. Атайым менән әсәйем – ябай колхозсылар. Ғаилә­беҙ ишле, алты балабыҙ. Шуғамы икән был апай тейешле кеше әсәйемде һанға һуҡмай, уның эргә­һендә бик һауалы ҡылана. Һөйлә­шеүенең дә рәте юҡ, кәмһетеп ҡарағандай. Хатта беҙ, балалар ҙа, уның беҙҙе үҙһенмәгәнен һиҙә инек. Ләйлә апай бик ҡабалана ине, күрәһең, ҡатындарҙан сиратһыҙ ғына аҙыҡ-түлек алырға рөхсәт һораны, уға бер кем дә ҡаршы килмәне.
Апайыбыҙ мул ғына мин яратҡан “Мишка на Севере” кәнфитен һәм тағы әллә нәмәләр алып, сумкаһына урынлаштыра башланы. Һәм, рәхмәт йөҙөнәндер инде, үҙен сиратһыҙ үткәргән барлыҡ ҡатындарға ла шоколад өләшергә тотондо. Күҙемдең сите менән генә күҙәтәм, кемгәлер өсәү, икенсеһенә дүртәү бирҙе. Яныма килеп еткәс, мине бөтөнләй күрмәгәндәй, ҡырт ҡына боролдо ла, ауыр сумкаһын ах та-ух килеп йөкмәп, магазиндан сығып та китте. Ҡулдарына ҡиммәтле шоколад тотҡан ҡатындар, күңелдәре тағы ла күтәрелеп, бер-бер артлы кәрәкле әйберҙәрен алып, ҡыуана-ҡыуана ҡайтырға йүнәлде. Сират миңә лә етте, әсәйем ҡушҡан ризыҡтарҙы һатып алып өйөбөҙгә ҡайтып киттем. Күңелемә ҡаты төйөр килеп тығылды, үкһеп иламаҫ өсөн уртымды ҡанатҡансы тешләнем. Яҡын туған апайымдың ҡылығы һис тә башыма һыйманы, магазинда торған үҙ туғанына бер кәнфитен йәлләгәнен аңлай алманым. Уның был ҡы­лығын үҙемә ҡарата кәмһетеү, түбәнһетеү кеүек ҡабул иттем. Был тойғо кәнфит ашамағанлыҡтан түгел, ә апайымдың мине туған итеп ҡарамауына йөрәгем әрнене. Бала күңеле – быяла, һаҡһыҙ ҡағылһаң, ыуала, тигәндәре дөрөҫтөр. Ошо ваҡиғанан һуң күп йылдар үтте, әммә магазиндағы был хәл мәңгегә хәтеремдә уйылып ҡалды.

Әнисә ФӘРРӘХОВА.
Учалы ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә