24.05.2017 XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары
Интернет селтәрендә халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы бығаса киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин. Бынан бик күп йылдар әүәл оло әһәмиәткә эйә һәм дәүләт ҡарамағындағы музей фондтарында мәңге һаҡланырға тейеш тип табылған әйберҙәр тураһында һүҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙең төрлө музейындағы әллә күпме экспонат араһында XIX быуатҡа ҡараған башҡорт ир-егетен һынландырған скульптуралар осратырға була. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә айырым туҡталып үтәйек.
Мәскәү ҡалаһындағы Керамика дәүләт музейының “Рәсәй халыҡтары” исемле балсыҡ әйберҙәр коллекцияһында ҙур булмаған “Башҡорт” скульптураһы һаҡлана. 25 сантиметр бейеклектәге төҫлө һын 1880 йылдарҙа Мәскәүҙән 90 саҡрым алыҫлыҡтағы Вербилки ҡасабаһындағы фарфор заводында эшләнгән. Инглиз сауҙагәре Гарднерҙың фарфор заводы шул ваҡытта уҡ һауыт-һабаһы менән бөтә донъяға билдәле була. Шул иҫәптә унда Рәсәйҙең тиҫтәләгән халҡы һындары ла эшләнгән. Башҡорт уҙаманы буҫтауҙан ҡыҙыл ҡалпаҡ, күк камзул, күн итек кейеп, ҡылыс таҡҡан. Эшләү техникаһы – алтын ялатылған, биҙәлгән форфор, тиелгән. Антропологик тибына килгәндә, бик таныш йөҙ кеүек тойола. Сөнки рәссам П. Захаровтың әлеге мәлдә күсермәһе киң ҡулланылған “Башҡорттар” картинаһындағы ир-егеткә оҡшаған. Ул рәсем тәүге тапҡыр Рәсәй этнографы, сығышы буйынса немец, Г. Паулиҙың “Рәсәй халыҡтары“ тип аталған төҫлө иллюстрациялы хеҙмәтендә 1862 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыға. Бәлки, Гарднер заводы рәссамдары тап ошо картинаны ҡулланып эш иткәндер?
Тағы бер “Башҡорт” статуэткаһы иғтибарға лайыҡ. XIX быуат аҙағында – XX быуат башында Тверь губернаһындағы Рәсәйҙең фарфор-фаянс сәнәғәте өлкәһендәге иң мәртәбәле ойошмаларҙың береһе – Конаково заводында ла, һауыт-һабанан тыш, ҙур булмаған скульптуралар етештергәндәр. Был бәләкәй һындың төп нөсхәһенең һаҡланыу-һаҡланмауын асыҡлайһы бар. Ә бына 1990 йылдарҙа эшләнгән күсермәһен (сәнғәттә ҡабатлау тип атала) интернет селтәре аша бер әҙәм һатыуға ҡуйған. Һындың ҙурлығы – 28 сантиметр. Башҡорт ир-егете шулай уҡ XIX быуатҡа хас тула ҡалпаҡ, камзул кейгән. Тик был осраҡта кейеме һоро төҫтә.
XIX быуатта 38 йыл ғүмере эсендә билдәле рәссам булып танылған, иҫ киткес матур, зауыҡлы бихисап сәнғәт өлгөһө ҡалдырған Евгений Александрович Лансереның эштәре араһында кәмендә өс һыбайлы башҡорт скульптураһы бар. Тамбов губернаһының Моршанск ҡалаһында француз ғаиләһендә тыуып үҫкән Евгений Лансере Петербург университетының юридик факультетында белем ала. Йәштән үҙ аллы әүәләп әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә. Сәнғәттең был йүнәлеше менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Скульпторҙарҙың оҫтаханаларында йыш була. 1867, 1876 йылдарҙа Парижда бронзанан (аҡ ҡурғаш ҡушылған баҡыр иретмәһе) ҡойоп әйберҙәр яһауҙы өйрәнә һәм музейҙарҙа һаҡланған сәнғәт өлгөләре менән таныша. Йыл һайын урта һәм көньяҡ Рәсәй, Украина, Кавказ, Ҡырғыҙстан, Ҡырым һәм Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә. Лансереның бар эштәре үҙенә генә хас милли-тарихи, этнографик колорит менән башҡарылған. Махсус белеме булмаһа ла, натураны, һындарҙы шул тиклем тәрән тойомлаған тәбиғи һәләте булған уның. Евгений Лансере, сюжетлы пластик миниатюра оҫтаһы булараҡ, Лондонда, Венала, Парижда һәм башҡа ҡалаларҙа үткән бөтә донъя күргәҙмәләрендә танылыу яулай. Тау, дала халыҡтарының аттарын да, үҙҙәрен дә бик килешле һынландырған. Уның эштәре, әйтерһең дә, туҡтаған бер мәл, ысынбарлыҡ. “Башҡорт. Ҡапыл иҫкән ел”, “Ҡамсы тотҡан башҡорт”, “Йылҡы көтөүсе башҡорт” эштәре нескә һәм нәфис башҡарылған. Милли кейемдәге ир-егет бына-бына хәрәкәтен дауам итер кеүек тойола. Оҫта башҡорт аттарын да, башҡа төбәктәрҙекенән айырмалы рәүештә, нисек бар шулай һынландырған. Кәүҙәгә ҡайтыш, талымһыҙ, арығыраҡ улар, барыһы ла йүгәнләнгән. Скульптураларҙың бейеклеге 22 – 26 см. “Башҡорт. Ҡапыл иҫкән ел” скульптураһында ҡолаҡсын, камзул кейгән эйәр өҫтөндәге ир-егетте күрәбеҙ. Ул ҡоралланған – ҡылыс таҡҡан, һырланған ҡалъянында йәйәһе бар. “Ҡамсы тотҡан башҡорт” эшендә лә һыбайлы ир-егет күрһәтелгән. Кинәт кенә атын туҡтатып, ҡамсыһы менән киҙәнгән ул. Лансереның өсөнсө “Йылҡы көтөүсе башҡорт” статуэткаһында һыбайлы ҡулына оҙон арҡан тотҡан. Рәссамдың бронзанан ҡойоп, һырлап яһалған әйберҙәренең күсермәләре XIX – XX быуаттарҙа алдынғы заводтарҙа, Ф. Шопен, Н. Штанге, А. Моран, К. Бертоның шәхси оҫтаханаларында һәм Уралдағы суйын иретеү заводтарында күпләп эшләнелә.
Тышҡы ҡиәфәттән тыш, милли характер, хатта этник психологияны өйрәнеү йәһәтенән был сәнғәт әҫәрҙәренең мәҙәни һәм тарихи әһәмиәте , һис шикһеҙ, бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала.
Зилә Ниғмәтуллина.