RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил яҙмышы – беҙҙең ҡулда

19.05.2017 Ил яҙмышы – беҙҙең ҡулда

Тыуған ер, тыуған Башҡортостан! Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин. Бәпкә үләнле урамдарың, ҡышҡы ыжғыр бурандарың, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан баҫыуҙарың – бөтәһе, бөтәһе лә күҙ алдымда, йөрәк түрендә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тойҙом. Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең, тыуған ерем.

Башҡортостан! Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә һуҙылған бәрәкәтле баҫыуҙар, хәтфә болонлоҡтар, күкһел тауҙар иле. Бар тәбиғәтең күңелгә рәхәтлек бирә, тыуған ергә тәрән һөйөү, йәшәүгә дәрт, илһам уята.
Республикамдың көньяҡ-көнсығышынаса тулҡын-тулҡын булып һуҙыл­ған Урал тауҙары араһынан хыял ҡошом осоп сығып, тыуған төйәгем – Белорет ерҙәре буйлап сәйәхәткә алып осто.
Тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын Рәз һыуының сылтыр-сылтыр йүгергән көмөш тауышы ишетелә түгелме? Ысынлап та, йәмле Ағиҙел ерҙәренә еткәнбеҙ. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәт бына ҡайҙа ул!
Алыҫтан күгәреп күренгән, ниндәй­ҙер сер һөйләгән шикелле теҙелгән тауҙарға күҙ һалдым. Миңә берсә уйсан, серле, ә берсә ғорур, ҡыйыу тауҙар ағарып күренгән ауыл өйҙәрен һаҡлап, ҡурсалап торған кеүек тойолдо. Шул саҡ йәшел хәтфә болондарыңда хуш еҫ бөркөп, ҡымыҙ кеүек күбекләнеп сәскә атып ултырған зифа муйылдарың, сулпыларын сың-сың итеп сылтыратып торған ҡайындарың хушлашҡан кеүек шыбырлашты...
Хыял ҡошом күккә күтәрелде лә, талғын ғына Ҡыраҡа яғына йүнәлде. Зәңгәр күлдәреңдә көмөштәй саф һыуҙарыңды сәсрәтеп ҡағынған ҡоштарың, шыбыр-шыбыр серләшкән ағас­тарың, көр күңелле халҡың, донъя рәхәтлегенең ҡәҙерен белеп, тыуған ер йәменә һоҡлана-һоҡлана гөрләшеп йәшәй.
Шығай ауылының быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан бай тарихы бар. Ел-дауыллы, шанлы осорҙоң ҙур мәҙәниәт усағы булдың. Һинең йылы ҡосағыңдан күпме ҡыйыу бөркөт осҡан, халҡына юл күрһәткән. Данлыҡлы ҡурайсы Мөхәммәт Түлебаев, йырсы, ҡурайсы, композитор Абдулла Хәлфетдинов, Бөйөк Ватан һуғышы батыры, снайпер Рәхәдил Хәлфетдинов, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновты белмәгән кеше юҡтыр. Был арҙаҡлы ир-егеттәр барыһы ла – тыуған ерем йөрәгенең түрендә сәскә атҡан мәңге шиңмәҫ сәскәләр.
Шул саҡ етеҙ хыял ҡошом күкһел тауҙар ҡосағына инеп юғалды. Наҙлы елдәр алһыу киңлектәргә аһәңле ҡурай моңон тарата, күҙ алдыма иркен башҡорт йәйләүе, аҡ тирмәләр килеп баҫа...
Ә хыялым туҡтамай алға оса, иркенлеккә ынтыла.
Башҡортостаным тарихына күҙ һалам. Данлы, фәһемле, ҡанлы йылъяҙма ул. Күпме фажиғәле, шомло быуатты башыңдан кисергәнһең, иҫәпһеҙ күп яфаға дусар ителгәнһең, аһ-зарлы халҡым. Һинең үткәнеңә һәр бер ташың, һәр бер ҡаяң – тере шаһит.
Иреккә ынтылыусы ҡаһарман халҡым яңынан баш ҡалҡытҡан, тамыр йәйгән, мәңге йәшел тормош ағасын һулытмаған, тыуған ерен ҡәҙерләгән. Ә тыуған ер төшөнсәһе туған телдән айырылғыһыҙ.
Туған телем! Әсәм теле! Ниндәй ҙур көскә эйә ул! Әгәр үҙ телемде белмәһәм, тыуған еремдән ситтә йәшәһәм, мин үҙемде бәхетле тип әйтә алмаҫ инем.
Тыуған ерем! Йөрәгемдең түрен яулап, мине йылытаһың, тәүәккәллек өҫтәйһең, иң ауыр һынауҙарҙы еңеп сығырға өйрәтәһең.
Хыял ҡошом, тыуған төйәгем Белорет яҡтарын байҡап, уның мөғжизәле тәбиғәтен күҙ алдыма баҫтырып, йөрәгемә яҡынлығын тағы бер тапҡыр раҫланы, ҡайнар мөхәббәт, сикһеҙ ғорурланыу хистәре ҡабыҙҙы.
Ләкин батырҙарға йәшәргә көс, дәрт биргән Уралдың шифалы, хуш еҫле һауаһы хәҙер кешеләргә дарман бирә аламы? Боронғо Урал итәгендә ҡорол­ған аҡ тирмәләрҙе – завод-фабрикалар, күңелдәрҙе иретерлек моңло ҡурай тауышын ағыулы газ таратыусы машиналар алмаштырған түгелме? Башҡорттоң данлап йырлаған матур тәбиғәтле Уралы, гүзәл Ағиҙеле, ҡалын урмандары ҡороу юлында.
Һине алда нимә көтә, ерем? Ә сал быуаттар аша беҙгә мираҫ булып килеп еткән Урал: “Барыһы ла үҙ ҡулығыҙҙа”, – тип, ауыр көрһөнөп ҡуйғандай. Эйе, барыһы ла үҙебеҙҙән тора.
Әлеге көнөбөҙ ҡатмарлы булһа ла, Башҡортостандың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған яғым күкрәп сәскә атыр, тип ышанам. Ил яҙмышын үҙ ҡулына алырҙай ышаныслы быуын үҫеп килә.

Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА,
10-сы класс уҡыусыһы.
Белорет районы,
Шығай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә