24.08.2010 Өс һөйләм менән
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы янғындарҙа зыян күреүселәрҙең сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн махсус профилактика программаһы булдырҙы. Ошоға бәйле, дәүләт сәләмәтлек үҙәктәрендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү киңәйтелә. Башҡортостандағы бындай учреждениелар Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай ҡалаларында эшләй һәм янғын сәбәпле үҙен насар тойоусылар унда бушлай тикшерелә ала.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы алдынан «Башҡортостанстат» киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн сираттағы семинар ойоштора. Бында йән иҫәбен алыусылар, уларҙың экипировкаһы, кәрәкле атрибутика хаҡында һөйләшеү күҙаллана, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуҙың аспекттары тикшерелә. Бынан тыш, журналистар иҫәп алыу барышы тураһында фильм да ҡарай аласаҡ.
БР Хөкүмәтендәге видеоселектор кәңәшмәһендә вице-премьер Шамил Вахитов әйтеүенсә, Башҡортостанда быйыл 800 мең тонна тулайым уңыш йыйыу көтөлә. Был былтырғы кимәлдән өс миллион тоннанан ашыуға кәмерәк. Әле урып йыйыу эштәре тамамланыуға яҡынлаша, һәр гектарҙан уртаса уңыш 8,9 центнер тәшкил итә.
«НефАЗ» йәмғиәте тәүге ярты йыллыҡта 1,73 миллион һум саф табыш алған. Уҙған йылдың ошо осоронда предприятие 142,02 миллион һум зыянға эшләгән. Бөгөн автозаводтың етештереүсәнлеге 5,2 процентҡа артҡан.
29 августа Республика иппотерапия үҙәгендә «Ат байрамы» уҙа. Тәүҙә был сара инвалид балалар өсөн генә ойошторолоп килһә, хәҙер унда барыһын да саҡыралар. Программала «Сәнғәттә – ат» күргәҙмәһе, рыцарь турниры, аттар ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша һәм, әлбиттә, теләүселәрҙе аттарҙа йөрөтөү ҡаралған.
«Беҙ – Рәсәй граждандары!» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы барышында баш ҡаланың йәш граждандарына паспорттар тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Улар араһында – уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре, балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре активистары. Рәсәй федераль миграция хеҙмәте БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала республиканың ҡала һәм ауылдарында йәшәгән мең йәш кеше паспорт аласаҡ.
Дәүләт милкен хосусилаштырыуҙан һәм файҙаланыуҙан Башҡортостан бюджетына ете айҙа 2,2 миллиард һумға яҡын аҡса инде. Бынан тыш, дәүләт милкен, акциялар пакеттарын һатыуҙан 176 миллион һумдан ашыу аҡса алынды. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, алынған табыш күләме 1,8 тапҡырға артҡан.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.