RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

14.12.2010 Донъя яңылыҡтары

Кем «атыш уйыны» уйнаған?

Канаданың Ванкувер ҡалаһында таң менән бер урам халҡы атыш тауышына уянып китә.
Иртәнсәк эшкә тип сыҡҡан тиҫтәләгән кеше билдәһеҙ енәйәтселәр ҡорбанына әйләнә. Ярай әле тере ҡалалар, шулай ҙа ҡаты йәрәхәтләнгәндәр.
Полиция бер нисә шикле кешене тотҡан-тотоуын, әммә, бер ниндәй ҙә дәлил тапмай, уларҙы кире ебәргән. Фаразлауҙарынса, ҡалала һуңғы осорҙа гангстер төркөмдәре күбәйгән, бәлки, шулар атышҡандыр, ә юлдағы кешеләр осраҡлы эләккәндер. Бынан бер аҙна элек кенә Канада полицияһы халыҡты ошондайыраҡ атыштар булыу мөмкинлеге хаҡында иҫкәрткән. Үткән йомала хатта ике кеше бандиттар сәбенә лә эләккән булған. Бер-береһенә дошмандарса ҡараған енәйәтсел төркөмдәр урамда кем осрай, шуны атып китергә лә күп һорамай.

Американы ҡар баҫа

Беҙҙә ҡар яумай, ә АҡШ-та буран ҡотора.
Әлегә тиклем ҡушма Штаттарҙың көнбайышында һыуыҡ һәм ҡар яуа ине, хәҙер буран илдең көнсығышына ла барып еткән.
Тәүлегенә ярты метр самаһы ҡар яуған. Чикаго, Атланта, Бостонда автотрассалар ябылған, меңләгән авиарейс тотҡарланған. Минне­сотала, ҡарҙың ауырлығын күтәрә алмайынса, футбол стадионының ҡыйығы емерелеп төшкән. Метеорологтар әйтеүенсә, үткән йәкшәмбе XIX быуат аҙағынан иң ҡарлы биш көндөң береһе булған, имеш. Әле насар көн торошо Флорида яғына «китеп бара».
Һыуыҡтар цитрус продукцияһы етештереүселәргә ныҡ зыян килтергән. Әфлисун һутына хаҡ ҡырҡа күтәрелгән дә инде.

«Беҙҙең сәғәткә теймәгеҙ!»

Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә сәғәт күсереүгә бәйле протест акциялары үтте.
Был сәғәт бүлкәттәрен бер нисек тә шул килеш ҡалдырып булмаймы икән?! Петропавловск-Камчатский, Владивосток, Һамар ҡалалары халҡы сәғәт күсереү реформаһы менән килешмәй. Камчаткала ҡаршылар һаны меңдәрсә кешегә еткән.
Мәскәү менән Петропавловск-Камчатский араһын ете сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу Алыҫ Көнсығыш халҡы өсөн уңайлы түгел. Кешеләр митингыға «Беҙҙең ҡояшҡа теш ҡайрамағыҙ!», «Ваҡытты кире ҡайтарығыҙ! Беҙ ҡараңғыла йәшәргә теләмәйбеҙ!» кеүегерәк лозунгылар тотоп сыҡҡан. Протест мөрәжәғәттәренә 20 меңдән ашыу кеше ҡул ҡуйған.

«Олатайыма ҡара яҡмағыҙ!»

Үҙен Сталиндың ейәне тип атаған Евгений Джугашвили РФ Юғары судына ғариза яҙған.
Ул Дәүләт Думаһы депутаттарының, Катындағы поляк әсирҙәрен атыуҙа Сталиндың туранан-тура фарманы хәл иткес роль уйнаған, тигән ҡарары менән килешмәүен белдергән. Джугашвили депу­таттар­ҙан документтың ғәмәлгә яраҡлы түгеллеген таныуҙарын талап итә. 342 депутаттан хатта 100 миллион һум аҡса ла һорамаҡсы. Бынан тыш, ул Сталиндың ғәйепһеҙ булыуына тейешле дәлил дә тапҡан. Гаага хәрби трибуналының 1946 йылғы ҡарарына ярашлы, Катынь фажиғәһе, йәғни поляк офицерҙарын ҡырыу фашистик Германияның 18 енәйәтенең береһе, тип табыл­ған. Әйткәндәй, унда 22 мең поляк атылған.


А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә