11.12.2010 Башҡортостанды ҡар баҫмаясаҡ
Күрше төбәктәр кеүек, Башҡортостанға күпләп ҡар яуыуы янамай.
«Башгидромет»тың баш синоптигы Анна Козаеваның хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ял көндәрендә синоптиктар ниндәйҙер ҡатмарлы һауа шарттары вәғәҙә итмәй. Шулай ҙа боҙлауыҡ буласаҡ. Ул водителдәрҙән элеккесә һаҡ йөрөүҙе талап итә. Дымлы һауа торошо арҡаһында республиканың айырым райондарында уға томан да ҡушылыуы ихтимал.
Яҡын арала температура фоны һиҙелерлек үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ нулдән 5 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Төндә термометр бағанаһы минус 2 – 7 градустан төшмәйәсәк.
Киләһе аҙна башында һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Синоптиктар 18 декабрҙән һуң Башҡортостанға яңы һалҡын һауа тулҡыны килеүен фаразлай.
«Башинформ».