11.12.2010 БДМУ – Сочи Олимпиадаһы өсөн волонтерҙар әҙерләү конкурсы еңеүсеһе
Башҡорт дәүләт медицина университеты — 2014 йылда Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпия уйындары өсөн волонтерҙар әҙерләү үҙәктәре ойоштороу хоҡуғына юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары араһында конкурс еңеүселәре иҫәбендә.
Конкурсты Рәсәй Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә «Сочи – 2014» ойоштороу комитеты үткәрә. БДМУ етди конкуренцияла еңеп сыҡты. Ярышта илдең йөҙҙән ашыу юғары һәм урта махсус уҡыу йорто ҡатнашты. 23 субъекттан 26 уҡыу йорто еңеүсе булды. Волга буйы федераль округынан заявка биргән юғары уҡыу йорттары араһында ике вуз ғына – БДМУ һәм А. Туполев исемендәге ҡаҙан дәүләт техник университеты еңеүгә өлгәште.
Сочиҙа эшләү өсөн волонтерҙар йыйыу 2012 йылда башлана, һайлап алыу һәм уҡытыу – 2012 – 2013 йылдарҙа.
«Рәсәйҙең волонтер үҙәктәре» конкурсы ун бер йүнәлеш буйынса үткәрелде: «Транспорт», «Медицина», «Допинг-контроль», «Делегацияларҙы һәм командаларҙы хеҙмәтләндереү, протокол, лингвистик хеҙмәтләндереүҙәр», «Технологиялар», «Тантаналар», «Коммуникациялар һәм матбуғат», «Административ эшмәкәрлек һәм аккредитация», «Сервис», «Сараларҙы хеҙмәтләндереү һәм тамашасылар менән эш», «Паралимпия спецификаһы». Башҡорт дәүләт медуниверситеты «Медицина» номинацияһында еңде.