RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илле йылда ил үҙгәрҙе шул

20.06.2016 Илле йылда ил үҙгәрҙе шул

Илле йылда  ил үҙгәрҙе шул
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында ярты быуат элек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән осрашыуҙар башланғайны

Йөрәге янында йөрөтөп, һис нәмәгә тиңләшмәҫтәй яфалар менән сабыйына ғүмер биргән әсәне кем менәндер сағыштырырға тырышыу урын­һыҙҙыр ҙа, әҙәпһеҙлектер ҙә ул. Артабанғы тормошонда ниндәй генә ваҡиғаларға юлыҡһа ла, хатта ни сүрәттәргә инеү яҙмышына тарымаһын, Хоҙай тарафынан әсә итеп яратылған кеше барыбер Әсә булып ҡала. Уны ошо асылынан мәхрүм итерлек юғары сәбәптәр ҙә, көс тә, ай-һай, юҡтыр. Ә инде ғәзиз әсәйең атайсалың, тыуған ауылың менән бер бөтөн булғас, улар һинең күңелеңдә айырылғыһыҙ образдар булып һаҡлана. Хәйер, әлеге мөҡәддәс төшөнсәләрҙе күп ҡулланыуҙан таушалған "образ" һүҙе менән йәиһә бүтәнсә рәүештә әйтеү яраймы икән?


Тормош-көнкүреш шарттары ҡырыҫлан­ған һайын күңелебеҙ үҙебеҙ ҙә аңламаҫлыҡ итеп болоҡһой, хистәребеҙ нескәрә барған һымаҡ. Әҙәм балаһы ғүмер баҡый барҙың ҡәҙерен белмәй, юҡ тураһында хыял итеп йәшәй. Әсәйҙәрҙе йыш хәтерләүебеҙ, ауылды һағыныуыбыҙ тураһында ғәмгә еткерергә ашығыуыбыҙ, бәлки, шунан, юғалтыу фажиғәһенән ҡотолғоһоҙлоҡтан киләлер? Мөхәббәтте юғалтыу еңел, ҡайтарыу ауыр, тигәндәй, ер йөҙөнән юйылған ауылдарыбыҙҙы һыҡтаһаҡ та терелтә алмабыҙ, әсәй-атайҙарыбыҙ ҙа һағыныу, кер төшмәҫ сафлыҡ, рух юғарылығы символы булып ҡына ҡалыр. Бойомға ашмаҫ хыялдар, үткәнде уйҙа булһа ла кире ҡайтарыу, әсә-аталарыбыҙ тормошон изгеләштереү заманында, бөгөн, уҙған менән иртәгәһе араһында, ваҡытһыҙлыҡ тантана иткән бушлыҡ осоронда йәшәү бәхетһеҙлегенә дусар булдыҡ. Әсәй, атай, тыуған яҡ, ер-һыуыбыҙ, тип үртәләнеүебеҙ һәм ошо хистәрҙең ярһыуыраҡ, бер үк ваҡытта өмөтһөҙөрәк була барыуы сәбәләнеүҙәрҙең шәхси хис-тойғоларға ғына түгел, бәлки гражданлыҡ, сәйәси проблемаға әйләнеүен аңлатмаймы икән? Әсәй-атай, тыуған ауыл тураһында аһ-зар, һағыныу, мөхәббәт тойғолары һибелгән шиғыр­ҙар, йырҙар ғына хәҙер аҙҙыр. Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн данлау өсөн һүҙ генә көсһөҙ булған һымаҡ, тыуған ауылдар өҫтөнә заман менән бергә ябырылған проблемаларҙы ағинәйҙәр тигән һис вәкәләтһеҙ, матди, сәйәси мөмкинлектәрһеҙ, олоғайған ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың ҡуҙғата алыуына ла ышаныс юҡ. Был да шул әленән-әле йыйылышып, бер килке зыулашып алыуҙан үтмәй. Тимәк, ауылдарға, ни хәтлем һағынһаҡ та, хисте ҡанат итеп түгел, бәлки бойомға ашырҙай уй-тәҡдимдәр менән ҡайтайыҡ.
Хәҙер бәғзе кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең, аңында ла, телендә лә "тыуған ер – туйған ер" һымағыраҡ төшөнсә тамырлана барған саҡта ауылың тураһында күңелең тулып уйланыуыңды аңларҙармы? Уй-фекер­ҙәрең ғәҙәти зарланыу ғына булып ишетелмәҫме? Әммә ҡасандыр атайың-әсәйең нигеҙ ҡорған, һыуын үҙең дә һыулаған, барса туғандарың һуңғы төйәген шунда тапҡан ер барыбер тулҡынландырмай, әҫәрләндермәй ҡаламы һуң?
Ҡаҙмаш ауылы тураһында ташҡа баҫыл­ғанды тәү мәртәбә мин малай саҡта – Ғәли Ишбулатовтың уҡыу әсбабына индерелгән кескәй генә һүрәтләмәлә күргәйнем. Ағайыбыҙ – ҙур кеше, Өфөлә йәшәй, "Ок­тябрь натискы" тип йөрөтөлгән Башҡор­тостан дәүләт китап нәшриәтендә эшләй. Урамындағы һәр соҡоро, тирә-яҡ тауҙарындағы көллө ағастары билдәле ауылың, күрше-күләндәр, яҙылып сыҡһа, харап матур икән. Ғәли ағай, беҙҙән ҡаршы яҡтағы сусаҡҡа күтәрелеп, күҙ күреме еткәндәй тарафтарҙы байҡап торған. Ҙур тип һанаған Ҡаҙмашыбыҙ унан ҡарағанда аяҡ аҫтында ғына ята. Уң ҡулда – Рыҫҡужа тип яҙылһа ла, халыҡ телендәге Субан, ҡарашыңды тураға төбәһәң, Амангилде, йәғни Туҡембәт, арыраҡ – Үтәгән. Атайымдың тыуған ауылы Әбделғәзе (Әҡембәт) һулдараҡ, тауҙар ышығында. Ғалим һәм китаптар мөхәррире Ғәли Ирғәли улы, зирәк кеше булараҡ, Сусаҡтауға бөтөнөбөҙҙән дә алдараҡ менеп, Ҡаҙмашты, уның тирәһен һүрәтләп тә өлгөргән. Беҙ ығыштарға иһә ололар юлын яҙҙырмай үтергә тырышаһы ғына ҡала.
Ҡаҙмаш һымаҡ матур урында ятҡан ауыл донъяла, билләһи тип әйтәм, бүтән юҡ. Һәр хәлдә, миңә шулай күренә. Ышанмай икәнһегеҙ, үҙегеҙ килеп күрегеҙ. Ер-һыу ҡәҙерен белгән олатайҙарыбыҙ Ҡаҙмашты шул уҡ атамалағы матур йылға иркен үҙәнгә килеп сыҡҡан урынға нигеҙләгән. Көн сығышына ҡараһаҡ, ихтыярһыҙҙан теҙ быуындарыңды йомшартып, Ҡырҡты тигән бейек һырт ята. Уның суҡаҡтары асманға олғашҡан, һырттың көнбайыш яҡҡа ҡараған, тәрән үҙәктәр менән телгеләнгән битләүе шыр урман, ә көнсығыш йөҙө текә, яланғас тиерлек, сауҡалар, муйыл уйпаттарҙа ғына өйкөмләшеп үҫә.
Ҡырҡты, ысынлап та, ҡырҡҡан һымаҡ, киҫкен генә Оло Ҡыҙыл йылғаһына килеп төртөлә лә, ошо урындан көньяҡҡа ҡарай юл ала торған Ирәндек башлана.
Туҡта, Ҡаҙмаштан әллә ҡайҙа олағып китеп барам түгелме һуң? Ауылыбыҙҙың төйәкләгән урыны өйрәнгән күҙгә генә ябай күренәлер. Тирә-яҡтан уны ҡырағайлыҡ һыҙаттарын әле булһа һаҡлаусы тауҙар уратып алған. Ауыл эсендә анда-һанда һуңғы йылдарға тиклем һаҡланып ҡалған ҡарт ҡарағастарҙың булыуын иҫкә алғанда, итәгенә ауыл ҡунаҡлаған яланғас тау ҙа, ҡаршы яҡтағылары ла, көн байышындағы текә Илектеғыр ҙа – һәммәһе лә ҡарағас урманы менән ҡапланған булырға тейеш. Ғарифулла олатайым да шуны ҡеүәтләй торғайны. Хәҙер инде көнбайышҡа йәнә күҙ һал. Ундай киңлекте, шул ҡәҙәре лә матурлыҡты һеҙҙең ғүмерҙә лә күргәнегеҙ юҡтыр. Ҡаҙмашҡа юлығыҙ төшмәгәс, күреүегеҙ ҙә шикле. Эргәләрәк тауҙар йәйен йәм-йәшел. Алыҫлашҡан һайын улар күкшелләнә, шыйыҡ зәңгәр ебәккә сорнала. Һәм, ахыр килеп, әллә болоттарға, әллә асмандың үҙенә үк олғаша. Ул тауҙар, зәңгәр офоҡ артында ниҙәр бар икән? Ошо һорау ауыл ерендәге һәр малайҙың күңелен маҙаһыҙлайҙыр инде.
эй тыуған ерҙең матурлығы! Зәңгәр тауҙар­ҙан беҙҙең ауылға ҡарай Ҡаҙмаш һәм Бағры тигән йылғалар ағып төшә. Ҡаҙмашты ниңә шулай тип атағандарҙыр, Хоҙайҙың үҙенә генә мәғлүм, әммә Бағрының ниндәйлеген, шаян тау йылғаһы балығының исемен йөрөткәс, аңғарғанһығыҙҙыр. Ә инде йылға буйҙары йырып сыҡҡыһыҙ ереклек, муйыллыҡ, ҡарағат!
Ауыл халҡы, бигерәк тә яңғыҙ ҡалған инәй-ҙәр, ҡарт-ҡамҡы ҡороған бер еректе, һөйрәкләп, утынға алып ҡайта. Тик муйылға ғына уларҙың ҡулы батмай – ҡоро муйыл ни, тимер менән бер, балта зыңлап ҡаҡлығып тик тора.
Хәҙер тарих яҙыусылар, ырыу тамырҙарын юллаусылар күбәйҙе бит. Бының ғәмәли әһәмиәтен, тәрбиә йәһәтенән ни ҡәҙәре мөһим булыуын бигүк аңлап еткермәһәм дә, туғанлыҡты нарыҡлау яғынан, бәлки, уның да урыны барҙыр. Ҡаҙмаш ауылының нигеҙләнеүе, халҡының көнитмеше, төрлө осорҙар­ҙағы хәле тураһында олуғ тарихсыбыҙ Әнүәр ағай Әсфәндиәров та, йәш, ғәжәп бөтмөр ғалим Әхтәр ҡусты Боҫҡонов та ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Әнүәр Закир улы "Башҡортостанда һәм уның тирә-яғындағы ауылдар тарихы" тигән ҙур хеҙмәтендә Ҡаҙмашҡа нигеҙ һалыныуҙы ҡайһылыр айырым шәхестең әүҙемлеге менән бәйләмәй, рәсми документтарҙа ул тәү башлап 1786 йылда теркәлгән, ләкин ауыл йылъяҙмаһын әлеге йыл менән ҡырҡа сикләү ҙә дөрөҫ түгелдер. Күрше-тирәләге ауылдарҙан Ҡаҙмаш тарихҡа бер генә исемдә инеп ҡалыуы менән айырыла. Халҡының егерменсе быуаттың тәүге яртыһында хәтһеҙ булыуы, хәҙер ҡыҙғаныслы аҙайыуы ауыл өҫтөнән төрлө елдәр иҫеп үтеүе тураһында һөйләйҙер. Хәйер, ауылдар бөлгән әлеге осорҙа ла Ҡаҙмаштағы 195 шәхси хужалыҡта 635 кеше йәшәй. Бер уйлағанда, шөкөр, тиерлек.
Ҡыҫҡа ғына был яҙмала мин, әүәл ғәҙәтләнгәнсә, ауылдың төрлө осорҙағы тормошо, исем-шәрифтәрен телгә алырҙай кешеләре тураһында һүҙ сурытмаҫҡа булдым. Һәр замандың ғорурланып та, үкенеп тә һөйләрлек ваҡиғалары, батырҙары һәм бахырҙары була. Ике йөҙ утыҙ йыллыҡ тарихында Ҡаҙмаш ҡалҡыныуҙы ла, бөлгөнлөктө лә кисергән, әммә шул тарихта инҡилап, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары, колхозға ойошоп йәшәү, мәғрифәткә ынтылыу һымаҡ оло ваҡиғалар юйылмаҫ эҙ ҡалдыр­ған. Был хаҡта, уйымса, ауылдаштар йыйылғанда тәфсилләп һөйләшер. Алыҫтан әйтелгән һүҙ менән уларға ҡамасауламайыҡ. Йәнә шуныһы: беҙҙән алдағыларҙан аҙаҡ тарих туҡталмаған кеүек, беҙ киткәс тә ғүмер һәүетемсә дауам итер, бөгөнгө ҡаҙмаштар юлын киләсәк быуындарға ҡалдырыр. Бары шул теләк: һәр көнөбөҙ быуындар тарихында изгелек һәм матур эштәр менән билдәләнеп ҡалһын. Сөнки Ҡаҙмаш ауылының тарихы фиҙакәр хеҙмәт, яугирҙар батырлығы, белемгә ынтылыу, ғорур йәшәү кеүек мөҡәддәс маҡсаттар менән яҙылды.
"Мин был ерҙе матурларға тыуҙым". Шағир һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ҙур. Һәр бер әсә балаһы был донъяға төҙөүсе, игенсе, биҙәүсе булып тыуа. Шуғалыр ҙа һәр бер ата үҙ балаһының ошо ерҙә, исмаһам, бер йорт төҙөүен, бер төп ағас ултыртыуын, үҙ моңон ҡалдырыуын теләй. Әҙәм заты һәр замандар­ҙа яманды яҡшыға юрап, юҡсыллыҡта муллыҡ көтөп, михнәттә рәхәтлеккә өмөт итеп йәшәгән. Һәм ҡайһы саҡ бөтә рәхәтлек-михнәтлектәребеҙҙең башы ла, сәбәбе лә, тотҡаһы ла табаныбыҙ аҫтында ятҡан ер икәнлекте онотоп ебәрәбеҙ. Ауыл ерендә йәшәп тә, үлән-сәскә еҫенә, ҡош-ҡорт сырҡылдауына, иҫкән елдең айышына илтифат бирмәгән кешеләр була. Ә беҙҙең өсөн тирә-яҡтағы һәр нәмә ғибрәтле китап булырға тейеш. Ҡара, күр, күңелеңә һал. Ҡайҙа нимә үҫкәнен, ҡайҙа ниндәй кейек төйәкләгәнен, ҡайһы йылғала ниндәй балыҡ үрсегәнен, ауылда йәшәгәс, белгестәреңдән алда һиҙергә кәрәк. "Ҡулы бар кеше ерҙә асыҡмаҫ, күҙе бар кеше аҙашмаҫ", – тип тиктәҫкә әйтелмәй.
Ләкин… Әгәр, ниндәйҙер мөғжизә булып, ауылымдың аҡ һаҡаллы, аҡыл эйәһе ҡарттарын донъяға кире ҡайтарып булһа икән. Юҡ. Оят. Ярай әле мәрхүмдәр тереләрҙән хисап ала алмай. Тереләр, билдәле булыуынса, түрәләр һәм намыҫы алдында ғына хисап тота.
Мөғжизә булып, олатайҙар мәңгелектән әйләнеп ҡайта алһа, үҙҙәре ғүмер кисергән ерҙе таныр инеме икән? Шикләндерә. Бер нисә тиҫтә йыл элек ағас ағыҙған йылғанан бөгөн биҙрә тулып һыу сыҡмай.
Тик уйлай-уйлай, бер уйҙың осона сыға алмайым: ата-олатайҙарыбыҙ көн күргән ерҙең яҙмышы тураһында әле булһа һыҡтайбыҙ, кемдәрҙелер тәнҡитләйбеҙ, хатта ҡарғайбыҙ һәм… шунан арыға дарманыбыҙ етмәй. Мин дә ошо мәсьәләләр тураһында бер мәртәбә генә яҙманым. Әгәр ауылымдың эсәр һыуын, олатайҙарымдың изге ҡәберен, бала сағым туғайҙарын ҡурсалап ҡала алмағанмын икән, тимәк, минең һүҙем дә яуын килтермәҫ күкрәү менән бер булған.
… Июль башында Ҡаҙмаш ауылы, ғәҙәтләнгән тынлығын юғалтып, бер килке геүләп алыр инде. Дуҫтар, танырға тырышып, дуҫтарын эҙләр. Ҡәрҙәштәр яҡынлыҡ тойғоһон яңыртыр. Ғәли Ишбулатов башлап ебәргән осрашыуҙар төклө аяҡлы булды. Ул, ауылыбыҙ сиктәрен тиҫтәләрсә йыл элек үк ашаҡлап, Әбйәлил районын, Башҡортостанды үтеп, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр тарафтарға барып етте.
Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән "Һаумыһығыҙ"ҙың күңелдәргә шул ҡәҙәре хуш килеүенең сәбәбе нимәлә икән? Бәлки, уға рәсмилек шауҡымының бигүк һуғылмауындалыр? Ихласлыҡталыр? Һәр хәлдә, илле йыл элек тоҡандырылған усаҡ, ҡуҙҙарына көл тарттырмай, йылыһын һаҡлай алған. Өшәнесле хәҙерге заманда был ифрат мөһим.


Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә