09.06.2016 “Урал батыр”ға йоғонмағыҙ!
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе Азамат Мөхәмәтшиндың уйландырырлыҡ һәм фәһем алырлыҡ мәҡәләһен уҡығыҙ. Төп нөсхә үткән аҙнала баҫылды, http://hakmar.ru/?new=6653 адресы буйынса сайтҡа һалынды.
Рәсәйҙең абруйлы баҫмаһы – “Аргументы и Факты” гәзитенең “АиФ Башкортостан” төбәк ҡушымтаһында (20-се һан) журналист Алексей Шушпановтың “О культуре без письменности, евроцентризма и мифотворчества” материалы донъя күрҙе. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының Р.Күзеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Игорь Кучумов хәҙерге тарихи фән үҙенсәлектәре тураһында интервью бирә. Мәҡәләлә халҡыбыҙҙың ҡиммәтле мираҫы – “Урал батыр” эпосына, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә бысраҡ ташлана, яла яғыла. “Поэт Мухаметша Бурангулов создал “Урал батыр” из разных кусочков устного народного творчества”, “О Бурангулове как малограмотном, интересующемся культурой националисте, не отделявшем народное творчество от собственного...” тигән ярлыҡ тағыла. “Впервые эпос опубликовали в 1972 году в журнале “Агидель”. Думаю, это произошло в рамках начатой тогда республиканским истеблишментом кампании за усиление “башкирскости” края. Накануне принятия новой конституции 1977 года обсуждался вопрос сохранения БАССР. И местная номенклатура, боясь потерять власть, решила так усилить позиции республики”, – тип үҙ фекерен белдерә ғалим.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, арҙаҡлы ғалим-фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов бөтөн донъяға билдәле “Урал батыр” эпосын 1910 йылда тап Баймаҡ ерендә – Иҙрис һәм Икенсе Этҡол ауылдарының ҡурайсы-сәсәндәре Ғәбит Арғынбаевтан һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Яҡташ сәсәндәребеҙҙең исемдәре башҡорт донъяһында киң билдәле булыуы һәм уларҙың милли фольклорҙы йыйыуға һәм һаҡлауға ғәйәт ҙур өлөш индереүе барыбыҙға ла мәғлүм. Был, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм фольклорҙан алыҫ торған кешенең “Урал батыр”ға шундай “баһа” биреүе бер ҡалыпҡа ла һыймай. Ошо хаҡта БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов бына нимә ти: “Урал батыр” эпосына һәм уны яҙып алған Мөхәмәтша Буранғоловҡа бары тик башҡорт фольклоры белгестәре генә баһа бирергә хоҡуҡлы. Башҡорт тарихсылары тик дөрөҫтө яҙыу принцибына таяна. “Урал батыр” эпосы яҡшы өйрәнелде. Ул – тәүге һүҙенән башлап һуңғыһынаса гармониялы, эҙмә-эҙлекле яҙылған берҙәм эпос. Фольклорҙан алыҫ торған кеше нисек уның хаҡында яҙырға батырсылыҡ иткән?!” Шулай уҡ арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов һәм Розалия Солтангәрәева ла үҙҙәренең ҡәтғи фекерҙәрен еткереп, теманы белмәйенсә интервью биреү ярамаған эш, тип белдерә (“Йәшлек” гәзите, 21-се һан, 27 май).
Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәниәт анализы үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов фекеренсә, был мәҡәлә ғилми берлеккә янау һымаҡ һәм уға мотлаҡ яуап бирергә кәрәк!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Башҡорт халҡының рухи мираҫы һәм мәҙәниәте”, “Башҡорт тарихы” комиссиялары ағзалары ултырыш йыйып, мәҡәләне ғалимдарыбыҙ ҡатнашлығында тикшерҙе һәм тарихсы Игорь Кучумовтың фекеренә ҡырҡа ҡаршылыҡ белдерҙе. Һәм шулар нигеҙендә Ҡоролтай башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте “Йәшлек” гәзитендә “Сиратта – “Урал батыр”?!” исемле мәҡәлә менән сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башҡа ойошмаларҙы ла башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын боҙоуға юл ҡуймау тураһында мөрәжәғәттәр ҡабул итергә саҡыра. Беҙҙең ҡомартҡыларға ҡул һуҙыусыларҙы халыҡ белергә һәм туҡтатырға тейеш.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡын кәмһетеүгә йүнәлтелгән аҫтыртын сәйәсәт хәҙер инде асыҡтан-асыҡ төҫ алды. Башҡорт мәктәптәренең күпләп ябылыуы ғына етмәгән, хәҙер инде уҡыу программаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленгән сәғәттәр һаны кәмегәндән-кәмей, матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә “ни эшләп балаларыбыҙ башҡорт телен өйрәнергә тейеш?”, “кәрәк булһа, башҡорттар үҙ телен үҙҙәре өйрәнһен” кеүек хәбәрҙәр ҡуйыра, башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлау дауам итә. Зәки Вәлиди кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙгә асыҡтан-асыҡ ҡара яғыуҙан да тартынмайҙар. Етмәһә, Алексей Шушпанов кеүек журналистар матбуғат биттәрендә милләтебеҙгә яла яғыуҙан, унан көлөүҙән туҡтамай. Хәҙер улар беҙҙе хатта килмешәк хәленә ҡалдырып бара түгелме?.. Бындайҙар шуны белергә тейеш: Башҡортостан Республикаһы – башҡорт халҡының аҫаба ерҙәре, улар кемдәндер бүләк итеп бирелмәгән. Тимәк, башҡорт – Башҡортостандың төп һәм ерле, республикаға исем биргән халҡы. Улар шуны яҡшы белһен.
Башҡорт халҡы – бөйөк халыҡ. Кешелек донъяһы тап башҡорттарҙан таралған, тигән фекерҙәр ҙә йәмғиәттә күбәйә бара. Был хаҡта бөтөн донъяға билдәле ғалим Эрнст Мулдашев үҙенең яҙмаларында белдерә. “Урал батыр” эпосы буш урында барлыҡҡа килмәгән. Был эпоста бик боронғо замандарҙағы аныҡ ваҡиғалар һүрәтләнгән”, – ти ул.
Башҡорт милләте, уның тарихы, мәҙәниәте тирәләй ҡуйырған бәхәстәргә, яла яғыуҙарға ҡарата беҙ үҙ һүҙебеҙҙе ваҡытында әйтеп барырға тейешбеҙ. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, “Атайсал”, “Ағинәйҙәр” клубтары, башҡа йәмәғәт ойошмалары был хаҡта ниндәй фекерҙә? Уйнап-бейеп, күңел асыу сараһы үткәреп кенә милләтте һаҡлап булмаҫ бит...
Азамат Мөхәмәтшин.
Халыҡ фекере
Рауил Йәнсурин, Темәс ауыл биләмәһе башлығы,
II һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты:
– Икенсе милләт кешеһенең “Урал батыр” кеүек атаҡлы эпостарыбыҙҙы тикшерергә һәм ниндәйҙер баһа бирергә бөтөнләй хаҡы юҡ! Был хаҡта үҙебеҙҙең башҡорт ғалимдары дөрөҫтө әйтә. Беҙ, республикаға исем биргән һәм ошо ерҙә йәшәгән аҫаба башҡорттар булараҡ, милләтебеҙгә, уның шәхестәренә ҡара яғыуҙы туҡтатыуҙы талап итәбеҙ. Бындай туҙға яҙмаған хәбәрҙәр һәм белдереүҙәр тәүгеһе генә түгел. Халҡыбыҙҙың юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидигә күпме бысраҡ яҡтылар, әле лә дауам итәләр. Милләтебеҙҙе кәмһетеүселәр, уның бөтөн донъяға билдәле ғәйәт бай тарихын боҙорға маташыусылар ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуап тоторға тейеш!
Бындай осраҡта йәмәғәт ойошмалары өндәшмәй ҡалмаһын, боҫоп ятмаһын. Беҙ бысраҡ яғыусыларға бөтә йәмәғәтселек менән бергә көрәшергә, үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә бурыслыбыҙ.