07.12.2010 Әллә ҡыш көйһөҙләнә?!
Декабрҙең икенсе аҙнаһы йылы башланды, һауа температураһы күтәрелеп, күпселек район-ҡалаларҙа 9 – 14 градус һалҡын күҙәтелде.
«Башгидромет»тың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә көслө ҡар яуыуы ихтимал. Юлдарға һалынған көрттөң хәрәкәтте сикләүгә килтереүе мөмкин. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, көслө ел дә буласаҡ, һауаның дымлылығы уртаса 52 процент тәшкил итәсәк. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә төҙөк булмаған машиналарҙа юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға, боҙолоп туҡтаған машиналар эйәләренә ярҙам ҡулы һуҙып, теләктәшлек күрһәтергә саҡыра.
Р. НУРИСЛАМОВА.