07.12.2010 Торлаҡ арзаныраҡ булырға тейеш
Өфөлә БР Хөкүмәте Президиумының республикала бөтә категория граждандар ала алырлыҡ эконом-класлы торлаҡты күпләп төҙөүҙе йәйелдереү буйынса кисектергеһеҙ өҫтәмә саралар күреү мәсьәләһе буйынса ултырышы үткәрелде.
БР Президенты Торлаҡ төҙөлөшө фонды социаль торлаҡҡа курс алырға тейеш, фондҡа төҙөлөш процесын ойоштороуҙы юлға һалырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ведомство торлаҡ биреүҙең берҙәм операторы булып торорға тейеш. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов, төҙөлөшкә махсус республика ер участкалары резервын булдырырға кәрәк һәм фонд улар менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләне.
Торлаҡты тиҙ генә түгел, арзан да төҙөргә кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн торлаҡ төҙөлөшөнә яраҡлы ер участкалары мәғлүмәттәре базаһын булдырыу зарур. Башҡортостанда 2011 йылда – 2096 мең квадрат метр, 2015 йылда – 3036 мең квадрат метр, ә 2020 йылда 5200 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш..