07.12.2010 Татарстан Дәүләт Советы делегацияһы Башҡортостанда булды
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы делегацияһын ҡабул итте. Ул 1997 йылдың 22 мартындағы ике күрше республиканың закондар сығарыу органдары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе артабан үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тота.
Программа буйынса, республика парламентының профилле комитеттарында осрашыуҙар ойошторолдо, унда депутаттар — Татарстан һәм Башҡортостан парламенттарының профилле комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары берҙәм хоҡуҡи киңлекте киңәйтеү, закон проекттарын берлектә әҙерләүҙә һәм һайлаусылар мәнфәғәтендә закондарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Программаның икенсе өлөшөндә Башҡортостан менән Татарстан ҡануниәтселәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Килешеүгә республикалар парламенттары етәкселәре Константин Толкачев менән Фәрит Мөхәмәтшин ҡул ҡуйҙы.
ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостан парламентының эш тәжрибәһе менән танышты, уның тарихы музейына, археология һәм этнография музейына барҙы, Өфө «Нур» татар дәүләт театрының ижади коллективы менән осрашты.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.