29.04.2016 Халҡыбыҙҙы берләштергән диктант киләһе йылдарҙа ла ойошторолһон!
Үткән шәмбелә бар республика кимәлендә бик күркәм сара – башҡорт теленән региональ диктант яҙыу үтте. Хәҙерге заман технологиялары ғәйәт киң мөмкинлек бирә – БДУ-ның ике аудиторияһында ултырыусыларҙан тыш, университеттың Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама филиалдарында, башҡа юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә йыйылыусылар үҙҙәрен интернет аша һынай алды.
“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”. Бик матур девизлы был проект 2015 йылда тәүгә үткәрелгәйне. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, былтырғы “ҡоймаҡ” телде йоторлоҡ тәмле булды. Быйылғыһының да шулай яҡшы ойошторолоуы, өҙөклөктәрһеҙ үтеүе барыһына ла оҡшаны.
Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты Рәшиҙә Мәһәҙиева белдереүенсә, башҡортса төбәк диктантын яҙыуҙы ойоштороу Рәсәй кимәлендә бына ун йылдан ашыу үткәрелгән “Тоталь диктант” идеяһынан барлыҡҡа килде. 2015 йылда акцияға күп кеше ҡушылды, һәм ул халыҡ араһында танылыу яуланы. Әйткәндәй, БДУ-ның уҡыу эштәре буйынса проректоры Юлай Янбаев һөйләүенсә, тәүге диктанттан һуң бындай акцияның башҡорт халҡына бик кәрәк икәне асыҡланды. Ошонан сығып та киләсәктә уның йыл да үткәрелгән бик популяр сара булып китәсәгенә ышаныс ҙур.
23 апрель иртәһе. Һалҡынса булһа ла салт аяҙ көн. Башҡорт дәүләт университеты фойеһына ингән ерҙә саф башҡортсалап: “Һаумыһығыҙ!” – тип сәләмләгән ҡыҙҙар, диктант яҙыласаҡ аудиториялар янында үҙәктәрҙе өҙҙөрөп ҡурай тартыусы егеттәр байрам кәйефе өҫтәне.
Экранда университеттың филиалдарындағы әҙерлек күренә. “Бәйләнештә” селтәрендәге гәзитебеҙ төркөмөнә фото һалам. Шунда уҡ “лайыҡ”лауҙар, “дуҫтарға һөйләү” китте – тимәк, кешеләр диктантты көтә. Аудиторияла төрлө йәштәге кешеләр йыйылған, өлкән, урта быуын вәкилдәре күренә. Егет-ҡыҙҙар ҙа күп – быныһы айырыуса һөйөндөрә. Беҙҙең йәштәребеҙҙең үҙҙәрен һынарға, юғары мәҙәниле кеше булырға теләүе күренә.
БДУ ректоры Николай Морозкиндың сәләмләүенән һуң, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин яҙма эштең тексын – халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан өҙөктө уҡый башланы.
дикторҙың бала саҡтан көн дә тиерлек радио аша ишеткән тауышы барыһын да әсир итте.
БДУ һәм уның филиалдарынан тыш, башҡа урындарҙа ла диктант яҙҙылар. Атап әйткәндә, акцияла Әбйәлил районындағы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһынан бөтәһе 53 кеше ҡатнашҡан. Улар араһында уҡыусылар, төрлө предмет уҡытыусылары, сәркәтип тә, китапханасы ла, директор урынбаҫарҙары ла, ата-әсәләр ҙә үҙ көсөн һынаған. Нефтекамала 96 кеше яҙған, мәләүездәр ҙә әүҙем булған. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған Өфөнөң 156-сы мәктәбендә рус класы уҡыусылары ла диктант яҙыуға ҡушылған.
Республиканың төрлө төбәгендә акцияның берҙәм үтеүе, әлбиттә, ентекле әҙерлек эштәренең һөҙөмтәһе булып тора. Дикторҙың телмәре, алдан яҙҙырылып, сайтҡа һалынды. Шәмбелә видеоконференция мәлендә БДУ аудиторияһында һәм компьютер экрандары алдындағыларға диктант бер үк мәлдә өҙөклөкһөҙ ишетелде.
Диктантҡа Ноғман Мусинды ла саҡырырға уйлағандар. Ләкин яҙыусы, сирләп, дауаханаға эләккән. “Ноғман Сөләймән улы, уның “Мәңгелек урман”ынан алынған өҙөктө һайлауыбыҙҙы ишеткәс, ныҡ ҡыуанды”, – тип белдерҙе Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы.
Алдан әйтеүебеҙсә, диктант яҙыуға төрлө кешеләр килгәйне. Сулпы-һаҡалдарын таҡҡан ағинәйҙәр, олпат апай-ағайҙар, йәш-елкенсәк. Кемдер – студент, кемдер хаҡлы ялда, берәүҙәр – уҡытыусы, шағир... Ә бына Ирек Басиров исемле ағай З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә хәүефһеҙлек техникаһы һәм граждандар оборонаһы буйынса инженер икән.
– Мин быйыл тәүге тапҡыр килдем. Яҙыуы ҡыйын булманы. Элегерәк Әстерхандан алып Красноярскиға тиклем хәрби частарҙа хеҙмәт иткән кеше булһам да, үҙ телемде бер ҡасан да онотмаҫҡа тырыштым, һәр ваҡыт ҡурай йөрөттөм, – ти Ирек Миңлеғәле улы. – Аҙаҡ Баҡалы районында хәрби комиссар вазифаһын үтәнем. Керәшендәр күп йәшәгән төбәк булһа ла, сығыш яһағанда һәр ваҡыт саф башҡортса һөйләнем. Тыңлай торғайнылар, бер кем дә ризаһыҙлыҡ белдермәй ине. Әле Әхәт Мортазиндың уҡыуы бик оҡшаны. Диктант яҙыуҙы ойоштороу – бик әһәмиәтле эш. Үҙ телеңде онотмаҫҡа, уны яңғыратырға бер миҫал ул. Өфө буйлап йөрөйөм – бар ерҙә алтаҡталарҙа шул тиклем хата күп. Бында башҡорттар юҡмы, ни өсөн төҙәттертмәйҙәр икән, тип ныҡ аптырайым.
Быйылғы төбәк диктанты тамам. Һөҙөмтәләр ошо арала regdict.bashedu.ru сайтына ҡуйыласаҡ. БДУ-ла яҙыусылар үҙҙәренең фотоһүрәттәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмөнә инеп ҡарай ала.
Ҡыҫҡаһы, төрлө йәштәге һәм ҡатламдағы башҡорттарҙы берләштергән диктант яҙыу – бик кәрәк эш һәм ул киләһе йылдарҙа ла ойошторолһон!
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
“Үҙебеҙсә, саф башҡортса”
БДУ-ның филиалы – Сибай институтында онлайн режимында ойошторолған башҡортса төбәк диктантын яҙыуҙа 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында студенттар, уҡытыусылар, уҡыусылар, оло йәштәгеләр бар ине. Быйыл үҙ телендә белемен тикшереп ҡарау маҡсатында Баймаҡ районынан бер төркөм уҡытыусы һәм уҡыусының килеүе сараның йылдан-йыл популярлыҡ яулай барыуын күрһәтә.
Парта артында ултырыусыларҙың береһенә – Фәрит Бикбаевҡа – 75 йәш. “Былтыр был акция тураһында бик һуңлап ишеттем, ҡатнаша алмауыма ныҡ үкенгәйнем. “Юлдаш” каналы аша белеп ҡалғас та, мотлаҡ үҙ телемдә диктант яҙырға килдем”, – ти абруйлы ир-уҙаман. Уның һүҙҙәрен Сафа Ишмөхәмәтов та ҡеүәтләй: “Сибай педагогия училищеһын 1979 йылда тамамланым һәм шул ваҡыттан башҡортса яҙма эш эшләгәнем юҡ. Шәхси ҡыҙыҡһыныу бөгөнгө сарала ҡатнашырға этәрҙе, үҙемде һынап ҡарағым килә. Әлбиттә, туған телгә һөйөү бер ваҡытта ла юғалғаны юҡ, мотлаҡ “бишле”гә яҙырмын тигән ышаныс бар”.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыларының да акцияға дәррәү ҡушылыуы ҡыуаныслы. Уларҙы уҡытыусыһы Рәзинә Мөхәмәтғәлина алып килгән. Сығарылыш класы уҡыусыһы Айгөл Юлдашбаева киләсәктә белемен башҡорт филологияһы йүнәлешендә дауам итергә уйлай, берҙәм дәүләт имтиханын да башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һайлаған. Шуға күрә ҙур ышаныс менән төбәк диктантын хатаһыҙ яҙасағы тураһында белдерҙе.
Туған телен хөрмәт итеп, “үҙебеҙсә, саф башҡортса” сарала ҡатнашырға теләк белдереп, белемен һынап ҡарарға килеүселәргә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ. Әммә ҡалабыҙҙың төп белем биреү үҙәге һаналған Сибай институтында үҙ телендә диктант яҙырға ултырыусылар араһында ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының, урындағы яҙыусыларҙың, театр, филармония, ҡала мәктәптәре вәкилдәренең бөтөнләй булмауы аптырашта ҡалдырҙы. Был тәңгәлдә күрше Баймаҡ районы педагогтары күпкә әүҙемерәк булды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп Ниғәмәт, Әбделкәрим, Иҫәнбәт, Төркмән, Кәрешкә, Бикеш һәм башҡа ауыл мәктәптәре уҡытыусыларына акцияға ҡушылғаны өсөн генә лә бөгөндән үк ике “бишле” ҡуйырға мөмкин.
Йыл һайын диктантты яҙҙыртыуға халыҡ артистарын саҡырыу мәртәбәле, уларҙың тауышын һәр кем оло кинәнес менән тыңлай, хөрмәт итә. Әммә, дәрес биреү методикаһына ярашлы, төбәк диктантын мотлаҡ уҡытыусы уҡырға тейештер, тигән фекерен еткерҙе сарала ҡатнашыусылар. Уларҙың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, әлбиттә. Киләсәктә диктант яҙыуҙы ойоштороусылар был хаҡта уйланыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.
Автор фотоһы.
Фекерҙәр:
Гөлнара ШӘКИРОВА, Сибай педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Бөтәһе утыҙ студент алып килдем, улар менән бер рәттән, үҙем дә парта артына ултырҙым. Телебеҙҙе хөрмәт итеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай саралар бик кәрәк тип иҫәпләйем. Үҙен башҡорт һанаған һәр кем үҙ телендә диктант яҙыуҙан ҡурҡырға тейеш түгел, ә байрамға килгән кеүек шатланып һәм ғорурланып килергә тейеш
Яңылбикә ВӘЛИШИНА, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Сара хаҡында ишеткәс тә килергә булдым. Әлегә үҙем генә ҡатнашам, киләсәктә мотлаҡ уҡыусыларымды ла алып килергә уйлайым. Бындай акцияла ҡатнашыу үҙ телен хөрмәтләгән һәр кешенең изге бурыстарының береһе булырға тейеш.
Вәсилә УСМАНОВА, “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәре:
– Һөнәрем туған телдә аралашыуҙан алыҫ торһа ла, акцияла ҙур теләк менән ҡатнашам. Иң мөһиме – үҙемдең белемемде тикшереп ҡарау. Текст ауырыраҡ булды, әммә насар яҙғанмындыр тип уйламайым. Сөнки был әҫәрҙе мәктәп йылдарында уҡығаным бар ине.
https://vk.com/album-35065816_231239234
ошо һылтанма буйынса үтеп фотоларҙы ҡарағыҙ, үҙегеҙгә күсерегеҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ, лайҡылдағыҙ! Авторы - Юлай Кәримов.