28.03.2016 "Йәшлек"тең электрон вариантына яҙылырға мөмкин!
Заманабыҙ күҙгә күренеп үҙгәрә, гәзит-журналдар хәҙер ҡағыҙ хәлдә генә сығып ҡалмай, шулай уҡ электрон вариантта ла донъя күрә.
Сер түгел - күптәр ҡағыҙ гәзитте алдыра алмай. Кемдер ҡуртым фатирында йәшәп, "съемный" торлаҡҡа "Йәшлек" килмәй" тиер. Берәүҙәр тамам компьютерға сумып йәшәп, ябай гәзитте уҡып ултырырға ваҡытым һәм теләгем юҡ тип әйтә.
Ошо сәбәптәрҙе күҙ уңында тотоп, Башҡортостан мәғлүмәт компанияһы уникаль мөмкинлек булдырҙы. Түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, "Йәшлек" гәзитенең электрон вариантына яҙыла алаһығыҙ. Сайтта махсус "Шәхси кабинет" асыласаҡ һәм гәзит шунда киләсәк.
Нимәһе мөһим - электрон гәзит ябайына ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ! "Почтальон алып килмәне, күрше алып уҡыған, хулигандар йәшниктәге гәзиткә ут төрткән" кеүек күңелһеҙ хәлдәр булмаясаҡ. Почта бүлексәһендәге оҙон сиратта тороу ҙа кәрәкмәй. Бары тик сайтҡа үтергә, теркәлергә, аҡса күсерергә кәрәк һәм бер аҙ ваҡыттан компьютер аша "Йәшлек"те уҡый башларға мөмкин. Мәскәү, Санкт-Петербург, Себер тарафтарында,сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорт ҡәрҙәштәребеҙ ҙә электрон гәзит алып һөйөнә ала.
Иҫкәрмә - мин сайттан/төркөмдән уҡыйым тиеүселәр булыр. Ләкин беҙ уларға ҡағыҙ гәзиттә сыҡҡан бөтә мәҡәләләрҙе һалмайбыҙ, иҫкерә торған яңылыҡтарҙы ғына ҡуябыҙ. Шуға күрә йә электрон, йә ҡағыҙ гәзиткә яҙылырға тура килер ул.
http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1056/