RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын-ҡыҙ – ул донъя тотҡаһы...

22.01.2016 Ҡатын-ҡыҙ – ул донъя тотҡаһы...

Ҡатын-ҡыҙ – ул донъя тотҡаһы...Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы КӘРИМОВА Ейәнсура районының абруйлы шәхесе, китапханалар селтәре директоры, йәмәғәт эшмәкәре, ир ҡатыны, әсәй һәм уңған хужабикә. Уның тормош тәжрибәһе, аҡыл багажы күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Бөгөн ул үҙенең ғүмер юлы һәм тормош тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Мин һәм бала саҡ

Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуып үҫтем. Бала сағым йәшел сирәмдәге күмәк уйындар, күгәреп ҡатҡансы һыу инеүҙәр, тауҙан сана шыуыуҙар, ә йәшлегем күрше ауылдарға уйынға йөрөүҙәр, таң атҡансы бейеүҙәр, әүкәйем менән көн буйы серләшә-серләшә сит бәйләүҙәр, ярышып өй һылап-ағартып ултыртыуҙар, дәррәү бесән әҙерләүҙә ҡатнашыуҙар менән хәтерҙә ҡалған. Бөгөн һаулығыма шөкөр итәм икән, Кесе Һүрәмдең шишмәләй һыуы, тауҙан-тауға йөрөп еләк-емеш йыйыуҙар, текәлеп ҡарап ултырырға телевизорҙың булмауы һәм таҙа аш-һыу ашап үҫеүебеҙҙең файҙаһылыр, тим. Әсәйем бик егәрле ҡатын булды һәм беҙҙе, өс ҡыҙын да, таҙалыҡҡа, тәртипкә, эшкә өйрәтте. Бала үҫкән саҡта уға эш, ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡ һәм мохтажлыҡ та кәрәк. Сөнки ул сынығыу мәктәбен үтә.

Уҡыусы һәм студент

Башланғас кластарҙа “бишле” билдәләренә генә уҡыған, ҡаҡса ғына ҡараҡас ҡыҙсыҡ булдым, әсәйем, ҡара суйнағым, тип яратты. Ниңәлер мейес янында ултырған суйынды күҙ алдына килтереп, ул исемде өнәмәй торғайным. Уҡыған йылдарҙа мин һәр саҡ беренсе булырға, бер нәмәнән дә ситтә тороп ҡалмаҫҡа тырыша инем: Ишембайҙа интернаттың баскетбол командаһында уйнаным, хорға, театр түңәрәгенә йөрөнөм, бейергә генә алманылар. Хәҙер килеп аңлайым: һәр кешенең үҙ мөмкинлеге, үҙ планкаһы була, теләк менән генә бөтә ерҙә лә беренсе булып булмай. Уңышҡа өлгәшер өсөн, таланттан тыш, организмдың мөмкин леге лә кәрәк бит әле.
Миңә уҡыуы һәр ваҡыт мауыҡтырғыс булды. Бала саҡтан хыялымда үҙемде йә артист, йә уҡытыус , хатта һатыусы итеп күҙ алдына килтерһәм дә, яҙмыш әҙәбиәт юлына, китаптар донъяһына алып килде. Китапхана техникумында уҡыуҙан тәм табып, кинәнеп белем алдым. Китап уҡырға яратҡан кешегә хатта әҙәбиәт дәрестәренең күплеге лә ҡулай ине. Ә юғары белемде Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһында алғанда, өс бала әсәһе инем инде. Ғаилә, эш, етмәһә, яңы йорт төҙөйбөҙ һәм ситтән тороп уҡырға инеүем, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, оло дыуамаллыҡ кеүек тә күренә.
Әммә 3 – 4 аҙнаға булһа ла донъя һәм эш мәшәҡәттәренән арынып, уҡырға барыу күңелгә ял кеүек тәьҫир итә. Шуға күрә хәҙер үҙем 30 йәште үткән китапханасыларҙы уҡырға, юғары белем алырға өндәйем. Кеше һәр саҡ белемгә, яңылыҡҡа ынтылырға тейештер. Юғиһә, тормоштоң – оло даръяның, яйлап һаҙлыҡҡа әйләнә барыуы ла ихтимал бит. Мөхитте алмаыштырып, баш ҡала мөхитендә ҡайнап, ят кешеләр, йәштәр араһына сығып алыу күңелгә яңырыу булып инә. Яңы кешеләр менән танышлыҡ та тәжрибә туплауға тиң.

Мин, китапхана һәм етәкселек

Уҡыуҙы тамамлағас, тыуған ауылыма ҡайттым һәм эшемде китапханаға ремонт яһауҙан башлап ебәрҙем. Ике йыл ғына эшләһәм дә, ул мәл күңелле, яҡты хәтирә булып күңелдә һаҡлана. Колхозсылар, ауыл Советы, мәктәп, клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергәләшеп берҙәм, ойошҡан рәүештә эш башлау миңә мәҙәни сараларҙы үткәреү буйынса тәжрибә тупларға, кеше менән уртаҡ тел таба белергә өйрәтте. Ауылдан-ауылға спектаклдәр, концерттар ҡуйып йөрөнөк, хатта китапхана булмаған күрше ауылдарҙа әҙәби кисәләр үткәрә инем. Ауылыма рәхмәтлемен: эшемде күрә белделәр, яраттылар, бөгөнгө көнгә хәтле шулай дауам итә.
Кейәүгә сығып, Иҫәнғолға килгәс, балалар китапханаһына күсерҙеләр. Уҡыу культы көслө саҡ, беҙ өс китапханасы, килеүселәрҙе хеҙмәтләндереп өлгөрмәй инек: сиратта 40-әр бала торған саҡтар булды. “Профессияһы буйынса иң яҡшы” исеме лә тап балалар китапханаһында эшләгәндә бирелде. Китапханасы– үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс һөнәр. Мин йыш ҡына коллегаларыма әйтеп алам: “Эй, ҡыҙҙар, эшебеҙ матур ҙа инде. Гел ауырыуҙар ҡараған табиптарҙан, гел енәйәтселәр менән аралашҡан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренән айырмалы рәүештә, беҙ белемгә ынтылған, зыялы, интеллигент кешеләр менән эшләйбеҙ. Ниндәй билдәле кешеләр менән аралашабыҙ, ниндәй аҡыллы фекерҙәр ишетәбеҙ! Шуларҙы аҡса бизмәненә һалып буламы ни?!” Яратып, күңел биреп эшләгәндә, уңыштар ҙа юлдаш була.
20 йылға яҡын балалар китапханаһы мөдире булып эшләгәндән һуң, 2004 йылда район китапханалар селтәренә директор итеп тәғәйенләнеләр. Етәкселек мине күп нәмәгә өйрәтте, мәҫәлән, донъяның һәр уңышыңа ҡыуанған дуҫтарҙан ғына тормағанын, бер битеңә һуҡҡанда, икенсе битеңде ҡуймай, ҡайһы саҡ яуап бирергә кәрәк икәнен дә, “перәник менән ҡамсы”ның һәр кемгә үҙ самаһы булырға тейешлеген дә... Һәр кем эшләгән эшендә үҙ эҙен, яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырып киткеһе килә. Беҙҙең китапхана селтәренең республика күләмендә әҙәбиәтте һөйөүсе, әҙиптәрҙе ихтирам итеүсе, ижади һәм ихлас, профессиональ коллектив, тигән даны бар. Етәксе булараҡ, иң ҙур ҡаҙанышым шулдыр, тип уйлайым.

Мөхәббәт

Иҫәнғол мәктәбенә уҡырға ҡайтҡас, буласаҡ тормош иптәшем Ғәзинур менән бер класта уҡыныҡ. Ул мине беренсе күргәндә үк: “Был ҡыҙ минең кәләшем буласаҡ”, – тип уйланым, ти. Шаян холоҡло булһа ла, уҡыуҙа уны “золотая голова” тип йөрөттөләр. Һәр шәмбелә мин ауылға ҡайтып китәм, кис етеүгә ул йәйәү йә саңғы менән артымдан килеп етә торғайны. Ә ауылдар араһы – 18 саҡрым. ”Һинең артыңдан йөрөп, әллә нисә саңғының, өс сәпиттең (велосипед) башына еттем”, – тип иҫкә төшөрөп ала. Ете йыл дуҫлашып йөрөп, өйләнештек.

Ир ҡатыны

Бергә донъя көтөүебеҙгә 36 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Ваҡыт үткән һайын, иреңдең тағы ла яҡыныраҡ була бара, урыҫтарҙың “родной” тигән һүҙе асылға тура килә. Әлбиттә, ғаилә тормошо һәр саҡ ал да гөл генә булмай, булһа, ҡәҙере лә булмаҫ ине. Беҙҙә бит
ҡыҙ балаларҙы әллә ниндәй фәндәргә уҡыталар, әммә ғаилә ҡороу, хәләл ефетең менән матур мөнәсәбәттәр урынлаштырыу, балалар бағыу, көндәлек эштәрҙе алып барыу кеүек мөһим тормош ҡағиҙәләренә өйрәтмәйҙәр. Һәр кем үҙенең хаталарында өйрәнеп, башҡаларҙыҡынан ғибрәт алып,”иләктән иләнеп, һелкеүестән һелкенеп”, йәшәргә өйрәнә. Күп ғаиләләр, өйрәнергә лә өлгөрмәй, тарҡала һалып та ҡуя.
Бергә донъя көткән саҡта ғаиләлә еңеүсе лә, еңелеүсе лә түгел, ә тиң булғанда ғына тормошоң ҡыуаныслы икәнен йылдар үткәс кенә аңлайһың. Ғәзинур миңә бар яҡтан да терәк тә, таяныс та булды: ғаиләне матди яҡтан тәьмин итте, уҡыуыма, командировкаларыма һүҙ тейҙермәне, уңыштарыма ҡыуанды, әйткән һүҙемде йыҡманы. “Алтыным”, – тип, ҡупайтып ҡына тора.

Хужабикә

Бала саҡта әсәйгә, апайҙарға арҡаланып йөрөһәм дә, апайҙар кейәүгә китеп бөткәс, 6-сы кластан өй эштәрен иңгә алырға тура килде. Хужалыҡ эштәренә ғүмер буйы өйрәнәһең. Әле лә өйрәнәм, хатта ҡыҙымдан, киленемдән. Яҡындарым, ҡунаҡтарым аш-һыуымды ярата, әммә миңә һәр ваҡыт кешенеке тәмлерәк кеүек. Шулай ҙа әсәйемдең бала саҡтағы, беҙ тороуға мейестән генә сыҡҡан бәлештәре менән сөсө икмәктәре донъялағы иң тәмле ризыҡ булып, тәме телемдә тора. Шуның өсөн балаларыма бәлештәр бешерергә тырыштым, уларҙың да хәтерендә әсәй бәлештәре ҡалһын, тип. Әгәр ирең, әсәйемдеке кеүек, тип яратып ашай икән, шунан да олораҡ маҡтау булыуы мөмкин түгелдер ул.

Килен кеше

Әйткәнемсә, белгән-күргән ергә килен булып төштөм. Бейемем донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған, “нужа һурпаһын” күп эскән кеше булһа ла, йор һүҙлелеге, яҡшы хәтере, киң күңеллелеге менән хайран итә ине. Ул балалары, туғандары, күрше-тирәләре өсөн аралашыу үҙәге булды, бөтәһе лә уға ылыҡты. Мине үҙ ҡыҙы һымаҡ ҡабул итте, аллаға шөкөр, бергә йәшәгән ваҡытыбыҙҙа бер-беребеҙгә бер ауыр һүҙ ҙә әйтешмәнек. Балаларымды башы алтын, аҫты көмөштәй күреп яратты. Ошо мөнәсәбәте, сабырлығы өсөн уға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Шуныһы ла мөһим, тип уйлайым, ошо рәхмәт һүҙҙәремде ваҡытында ергә өлгөрҙөм, Ғәзинур менән икәүләп ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе лә иҫән сағында күрһәтә алдыҡ. Бикәстәрем үҙ итеп тора, татыубыҙ, һәм балаларыбыҙҙы ла туғанлыҡ хистәре менән нығытырға тырышабыҙ.

Әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй

Беҙ ирем менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Аталарының эше вахта ысулы менән булғас, ярты ғүмере тиерлек ситтә үтте. Шуның өсөн тәрбиә дилбәгәһе күберәк миндә булды, ә минең тәрбиә ысулы китапса инде, йәғни балаға шәхес итеп ҡарарға. Улдарыбыҙ атаһы юлынан китеп, Себерҙә нефтселәр. Әлеге ваҡытта үҙ эштәре буйынса матур ғына күтәреләләр, эштәрен – белем менән, белемен эштәре менән нығыталар. Зиннурыбыҙ Алсиә киленебеҙ менән матур тормош көтә, өй һала башланы. Бергә йәшәүҙәренә һигеҙ йыл, ул минең өсөн һигеҙ көн кеүек кенә тойола. Талашлы-тартышлы ваҡыт ҡына яй үтә бит ул. Ейәнсәрем Алһыу беренсе класта уҡып йөрөй, балаңдың балаһы балдан татлы икәнде ул татытты.
Нәркәскә, ҡыҙ кеше булараҡ, бала саҡтан талаптар ҡаты булды, эшкә өйрәнеп үҫте: һыйыр ҙа һауа, машина ла йөрөтә. Мин эшем буйынса бер уйһыҙ ситтә йөрөй алам, сөнки тылым ныҡ, Нәркәс бөтә эште һыпырып эшләп ҡуя. Төпсөгөбөҙ Айнур, уҡыуын тамамлап, эшләп йөрөй, хыялдары ҙур, маҡсаттары күләмле.
Балалар тураһында бик һаҡ һөйләргә кәрәктер, тип уйлайым. Сөнки, яҡшы уҡып,һәйбәт тәрбиә алып та үҫкән баланың да яҙмыштың төрлө осраҡтары, һынауҙары алдында албарғап ҡалыуы бар. Шуға күрә балаларымдың үҙәге ныҡ булыуын теләйем. Һәр быуын үткән быуынға ҡарағанда юғарыраҡ кимәлдә йәшәй: йәшәү шарттары, интеллектуаль кимәле, фекерләү ҡөҙрәте, донъяға мөнәсәбәте, техниканы ҡулланыуы, һ.б. Шулай булырға тейеш тә. Тик рухи донъялары ла байыраҡ булһын ине бөтәбеҙҙең дә балаларының!

Ағинәй баһаһы

Район китапханаһы директорына бушлай ҡушымта кеүек, район ҡатын-ҡыҙҙар Советы менән етәкселек итеү эше лә йола, хатта аманат булараҡ тапшырылып килә. Ғилман Ишкинин әйтмешләй, “милләт һалын ярға һөйрәй ... ил инәләре”. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа район, республика тормошонда әүҙем ҡатнаша, тирә-яҡтағыларҙан арттырмаһа ла, кәм түгелдәр. Әммә башҡорт шәле, айырыуса Ейәнсура шәленең данын, баһаһын арттырыу буйынса һәр ауылдың китапханасылары һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы ҙур көс һала. Былтыр беҙ шәл байрамын республика кимәлендәге фестиваль итеп үткәрҙек һәм Мәскәү ҡалаһында үткән күргәҙмәлә ҡатнаштыҡ. Республика Башлығының грантын алыу ҙа оло баһа.
Һуңғы ваҡытта ағинәйҙәр эшмәкәрлеге әүҙемләште. Ағинәй – ул ил инәһе исеменә лайыҡлы, тәжрибәле, тормошо һәр кемгә өлгө булырлыҡ, әйтер һүҙе һәм уны әйтергә хаҡы булған абруйлы ҡатын-ҡыҙ. Ундайҙар һирәк, улар шуның менән дә баһалы. Үҙәк китапханала эшләгән ағинәйҙәр берләшмәһенең төп эшмәкәрлеге тәрбиә йүнәлеше менән бәйле. Улар ҡыҙ балалар өсөн иман, тәрбиә дәрестәре үткәрәләр, осрашыуҙар ойошторалар. Атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм булған социаль приют балалары менән бәйләнеш ныҡлы.

Һығымта


Беҙ бөгөн ниндәйбеҙ, ниндәй уңыштарға ирешкәнбеҙ – улар беҙҙең шәхси ҡаҙанышыбыҙ, тип уйлайбыҙ. Дөрөҫ түгел, улар беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙең ҡаҙанышы: ҡәҙерле кешеләребеҙҙең беҙгә һалған орлоғоноң, биргән тәрбиәһенең, ашатҡан бисмиллалы аш-һыуының, теләгән изге теләктәренең, тапшырған аманатының һөҙөмтәһе. Беҙҙең ниндәй икәнебеҙ балаларыбыҙҙа күренәсәк. Ә беҙ балаларыбыҙға имен илдә йәшәүҙен, афәттәр булмауын, уларҙың тәүфиҡлы булыуҙарын, олоно оло, кесене кесе итеүен, аслыҡ тигән нәмәне белмәүен теләйбеҙме һуң?!.

Нургөл ШӘРИПОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә