15.01.2016 Иғтибар! «ТУРА БӘЙЛӘНЕШ!»
Гәзитебеҙҙең сираттағы ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты Рәмил Ғиниәт улы МӘЖИТОВ.
19 ғинуарҙа сәғәт көндөҙгө 3-тән 4-кә тиклем шылтыратып, БР Мәғарифты үҫтереү институтының эшмәкәрлегенә, өлкә яңылыҡтарына, Берҙәм дәүләт имтиханы, электрон белем биреү, Федераль дәүләт белем биреү стандарты, уҡытыу программалары мәсьәләләренә ҡағылышлы үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, тура яуап ала алаһығыҙ.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 273-46-38.
Әйткәндәй һорауҙар "Бәйләнештә" селтәрендәге гәзитебеҙ төркөмөндә лә ҡабул ителәсәк. Уны ошо хәбәр аҫтына йәки төркөм етәкселегенә "Отправить сообщение" төрткөһө аша яҙып ебәрергә мөмкин.